10 янв. 2012 г.

Техниканы – әҙерлек һыҙығына

“Уңыш” АХК-һы ремонтты башланы
“Уңыш” АХК-һы үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы буйынса райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, А.С. Сафин етәкләгән коллектив уҙған йылда производство конвейерын тотороҡло эшләтеүгә өлгәште, мал ҡышлатыу миҙгеленә яҡшы әҙерлек менән аяҡ баҫты, башҡа участкаларҙа ла эштәр ойошҡанлы барҙы.

Ғәҙәттә, кооператив техниканы, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлауға районда иң беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник базаны төҙөкләндереү эшен үткән йыл аҙағында уҡ башлауҙы хуп күрҙе. Иң тәүҙә Киров трактор һәм Ярославль мотор заводтары менән һөйләшеп, уларҙан туранан-тура запас частар алыу тураһында  ике яҡлы килешеүҙәр төҙөлдө. Был, иң беренсе сиратта, хужалыҡ өсөн уңайлы. Сөнки бындай партнерлыҡ сифатлы тауар алыу һәм, әлбиттә, сығымдарҙы кәметеү мөмкинлеге бирә. Шулай итеп, техникаға яңы һулыш өрөүҙә тәүге аҙымдар яһалды.


Техниканы ремонтлау нигеҙҙә үҙәк ремонт оҫтаханаһында башҡарыла. Әйтергә кәрәк, бының өсөн унда бөтә мөмкинлектәр бар. Үҙәк ремонт оҫтаханаһында ремонт эштәренең тулы циклы башҡарыла тиһәк тә хата булмаҫ. Уның мөдире Ғәлиәхмәт Байтурин етәкселегендә техниканы әҙерлек һыҙығына баҫтырыу ваҡытында, графикка ярашлы һәм сифатлы итеп атҡарыла. Быйылғы миҙгел дә бында бик ойошҡанлы бара. Әйткәндәй, декабрь айында “Уңыш” АХК-һы базаһында ойошторолған район семинар-кәңәшмәһендә лә хужалыҡ етәкселәре унда ремонт эштәре менән яҡындан танышып, тәжрибә уртаҡлашты, байтаҡ фәһем алды.
Әйтеп үтелгәнсә, предприятие ҡеүәтле техник потенциалға эйә. Бөгөн хужалыҡта 8 берәмек К-700, 3 берәмек Т-150, 2 берәмек ДТ-75, 23 берәмек МТЗ, 7 берәмек Т-4 А тракторҙары иҫәпләнә. Әле оҫтаханала ремонтҡа 4 берәмек К-700 һәм 2 берәмек Т-150 тракторы йәлеп ителгән. Уларҙы слесарҙар бригадаһы егеттәре: Василий Дюдяев, Фәрит Кәримов, Рәфҡәт Әхтәмов һәм Урал Нәбиуллин ремонтлай. Әле техниканың двигателдәре төҙөкләндерелә.
– Былтыр тракторҙарҙың тапшырыуҙар ҡумталары яңыртылһа, быйыл двигателдәргә тотондоҡ, – ти кооперативтың баш инженеры Р.И. Ноғоманов. – Запас частарға заказдар бирҙек. Слесарҙар бригадаһы егеттәре үҙ иңенә тапшырылған бурысты теүәл үтәй. Уларға ял итеү өсөн айырым бүлмә бүленгән, слесарҙарҙы ташыу өсөн махсус автобус бирелгән. Гөлсирә Яхина етәкселегендәге ашнаҡсылар егеттәрҙе тәмле аш-һыуы менән һөйөндөрә.
Бер үк ваҡытта үҙәк ремонт оҫтаханаһының барлыҡ цехтарында ла эш ҡайнап тора. Әйтәйек, Миңлеғәле Ишбаев, хаҡлы ялда булһа ла, бөгөн бер үҙе тимерсе, иретеп йәбештереүсе, аккумуляторсы булып эшләй. Барыһына ла өлгөрә, күптәргә өлгө  ул. Вилүр Вәлишин менән Мөхтәр Сибаев – слесарҙар. Ғөмүмән, егеттәрҙең береһенә лә үпкә һүҙҙәре юҡ.
Күреүебеҙсә, предприятиела яңы миҙгел – техниканы ремонтлау әүҙем бара. Әйтергә кәрәк, производство конвейерының башҡа участкаларында ла яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек яҡшы, сифатлы орлоҡ фонды тупланған.
– Сәсеүҙе ойошҡанлы, тейешле әҙерлек менән ҡаршы алыу өсөн барлыҡ резервтарҙы, мөмкинлектәрҙе файҙаланырға тырышабыҙ, – ти “Уңыш” АХК-һы етәксеһе А.С. Сафин. – Коллектив ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итеп, яңы осорға яңы өмөт һәм дәрт менән аяҡ баҫа. Һәр хәлдә, киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.
Айбулат Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.