25 янв. 2012 г.

Суд залынан

Саҡырылмаған ҡунаҡ фажиғәһе
Хөкөм эскәмйәһенә ултырған кешеләрҙе күреп (араларында урамда көн дә тиерлек осраған, йөҙҙәре таныш әҙәмдәр ҙә осрап ҡуя), йыш ҡына ауыр уйҙарға ҡалаһың. Яҙмыштың ни тиклем аяуһыҙ булыуын, бер секундҡа ғына үҙеңде ҡулдан ысҡындырыуың ниндәй ҡазаға килтереүен аңлайһың. Хөкөм ителеүселәрҙең барыһын да кешелек сифаттарын юғалтҡан вәхшиҙәр тип әйтеп булмай. Кемдер үҙен һаҡлауҙың самаһын арттырған, бәғзе берәүҙәрҙең зиһенен ниндәйҙер ҡара көс томалаған, кемеһелер хәйерһеҙ сәғәттә ҡазалы урынға килеп эләккән...
Шулай ҙа Баймаҡ район суды хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бик һирәк енәйәт айыҡ аҡыл менән ҡылына, бар фажиғәнең башында – эскелек, иҫерткес эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу ята. Сираттағы әҙәм балаһы ла шешә ҡоллоғонан, яңғыҙлығынан ысҡына,  әҙәми тормошҡа ылыға алмай, өсөнсө мәртәбә хөкөм ителде.


Йәнеңде көмөшкәгә һатһаң...
Эҫе, йәмле йәй миҙгеленең таң нурҙары бар донъяны алһыу төҫкә мансыны. Бәләкәй ҡаланың үҙ мәшәҡәттәре, үҙ тормошо: уның ҡатлы йорттар теҙелгән өлөшөндә тәмле төштәр күрһәләр, ауыл йорттары урынлашҡан урамдарҙа халыҡ малын ҡыуҙы, һөт айыртты, ҡош-ҡорто менән мәж килде. Иртәнге ҡояш нурҙарында айырыуса серле булып йылтыраған йылға буйына балыҡсылар йыйыла башланы. Кемдер шунда уҡ ҡармағына йәбеште, кемдер ваҡытлыса тынлыҡтың хозурлығына һоҡланып, тирә-яғына күҙ һалды. Шул саҡ бер кеше яңы төҙөлә башлаған йорт янында кемдеңдер ятҡанын күреп һиҫкәнде. Кистән йоҡлап ҡалған иҫерек тип уйларҙар ине, уның янында йыйылған ҡан күләүеге шомландырҙы. Тиҙҙән енәйәт урынына оператив төркөм дә килеп етте.
Йәнһеҙ күҙҙәре менән аяҙ күккә баҡҡан Сабирҙы күптәр шунда уҡ таныны. Урамда йыш ҡына иҫерек килеш аунаған йәки араҡы магазины янында ураланған был әҙәм хәтерҙә ҡалырлыҡ ине шул. Тик яҙмыштың аяуһыҙ сәғәтендә тормош баҫҡысы буйлап түбән тәгәрәгән мәхлүктең кемгә зыяны тейҙе икән һуң? Тәжрибәле тәфтишселәр уның туҡмалыуҙан йәки бер һуғыуҙан ғына түгел, ә башы таш менән иҙгесләп үлтерелеүен билдәләп, “кемдер үсен алғанға оҡшай” тип баш сайҡап ҡуйҙы. Вәхшилек ҡылыусы үлем ҡоралы иткән ташын йәшереп тә, йылғаға ташлап та аҙапланмаған, уныһы мәйет эргәһендә ятып ҡалған булып сыҡты.
Сабир күп балалы, матур, татыу ғаиләлә үҫә. Уның яҙмышы бар совет осоро егеттәренекенә хас: урта мәктәп, әрме хеҙмәте, һөнәр үҙләштереү. Артабан өйләнеү, донъя мәшәҡәттәре. Тик нисәмә йылдар бар Ер шарын ҡеүәте, көсө менән дер ҡалтыратҡан СССР-ҙың юҡҡа сығыуы илебеҙҙең бик төпкөлдә йәшәп ятҡан ябай ғына ғаиләһен дә юҡҡа сығарыр тип кем уйлаған? Ир һәм ҡатындың тинләп йыйған аҡсаларының яныуы көтөлмәгән, ҙур фажиғәгә әүерелә. Шулай булмай ни: хыялда йөрөткән машинаны алыу өсөн улар теләгәнен кеймәне, ашаманы, балаларын да бик ҡаты тотто. Бер мәл эсендә барыһы ла селпәрәмә килгәс, ир һәм ҡатын йыш талаша башланы. Ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтар, дефицит, магазиндың буш кәштәләрен күтәреүҙең улар берҙән-бер юлын тапты – көмөшкә менән кәсеп итеү. Аңлашылмаған сәйәсәттән, эшһеҙлектән, “демократиянан” аптыранып ҡалған халыҡ эскелеккә ныҡлап йәбешкән мәл булғас, уларҙың тормошо ла яйға һалынды. Юғалтҡан аҡсалары йәл булғанға, улар көмөшкә менән һатыуҙы тәүлек әйләнәһенә туҡтатманы. Балалары үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫып, ата йортон ташлап китһә лә, ир менән ҡатын кәсебен ташламаны. Күршегә яңы күсеп килгән ғаилә менән дуҫлашып алғас, уларҙа мәжлестәр ҙә йышая башланы. Ата-әсәһенең эскелеккә һабышыуын һиҙгән балалары уларҙы туҡтатып маташты. Әсә кеше оялышынан тиҙ аҡылына килде, әммә ирҙе туҡтатырлыҡ түгел ине. Ҡыҙҙары әсәләрен үҙҙәре йәшәгән ҡалаға алып китте. Тиҙҙән хаҡлы ялға сыҡҡан ир йортонда яңғыҙы ҡалды. Уны туғандары өгөтләп тә, әрләп тә ҡараны, әллә ниндәй табиптарға алып барып халыҡ әйтеүенсә “кодировать итте”. Барыһы ла бушҡа булып сыҡты. Тиҙҙән иргә туғандары ла ҡул һелтәне.
Бер көн, ғәҙәттәгесә, Сабир янына шешәләштәре йыйылды. Улар менән бергә бер ҡатын да бар ине. Бер аҙнаға тиклем һуҙылған “мәжлестән” ул Сабирҙың йортонда тороп ҡалды. Әлбиттә, уларҙың да айныҡҡан мәлдәре булды. Ундай саҡта ҡатын өй таҙартты, ир ҙә үҙенә эш тапҡан булды. Күрше-тирәлә ҡырыныраҡ ятҡан әйберҙәргә “айыу майы“ һөртөргә лә тартынманылар. Үҙҙәре кеүек хәмер ҡолона әүерелгән кешеләр өсөн уларҙың йорто һәр саҡ асыҡ булды. Күмәкләп аҡса йыйып көмөшкә эсеү, урам ҡыҙырыу, зиһен томаланып үҙ-ара һуғышыу – уларҙың йәшәү рәүешенә әүерелде. Йыш ҡына ир һәм ҡатын йорттарына кемдәр инеп, кемдәр ҡунып сыҡҡанын да белмәй башланы.
Оло ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғаиләне миңә лә йыш күрергә тура килде. Уларҙы күрмәүе мөмкин дә түгел ине. Йыш ҡына йорт алдында иҫерек кешеләр йыйылып китә, уларҙың әшәке һүҙҙәрен ишетеп, яндарынан йүгерә-атлай үтеп китәһең. Ҡайһы саҡта ололар менән бергә унда йәштәрҙең дә инеп китеүенә ғәжәпләнә инек. Һуңғы тапҡыр йорт хужаһын урамда ерҙә ултырғанында күрҙем. Күпмелер мәлгә беҙҙең ҡараштар осрашты. Шул саҡ был донъяны ташлап китәсәк кешенең күҙен ниндәйҙер бер шәүлә ҡаплай тигәненә инандым. Өс көндән уны үле килеш таптылар.

“Уны мин үлтерҙем!”
Фажиғә булыр алдынан кискеһен Сабир янында Рәшитте күргән шаһиттар табыла. Берәҙәк тормош алып барған кешене ҡала буйлап эҙләй башлайҙар. Иң ғәжәпләндергәне – ул Сабирҙың өйөндә йоҡлап ятҡан була. Ҡулдары ҡандан ҡып-ҡыҙыл булған Рәшит енәйәтен йәшереп тә тормай: “Эйе, уны мин үлтерҙем”, – тип полиция машинаһына сығып ултыра.
Иллене үткән Рәшит урамда һыра эсеп ултырғанда Сабир менән таныша. Яңы танышының аҡсаһы булыуын күреп, уны йортона алып ҡайта. Ошо көндән алып Рәшит уларҙа йәшәй башлай. Ҡайһы саҡта бер нисә көн юғалып торһа ла, барыбер әйләнеп килә. Аҙ һүҙле, әммә һәр саҡ аҡсалы кеше ир һәм ҡатынға мәшәҡәт тыуҙырмай. Хәйер, өй тулы гел кеше булғас, улар үҙ-ара ғына ҡалып һөйләшә лә алмай.
Рәшиттең ғаиләһе лә, балалары ла булмай. Быға уның оҙайлы йылдар төрмәлә ултырыуы сәбәпселер, күрәһең. Утыҙын туйлап йөрөгән мәлдә ул кеше үлтерә. Ҡылған вәхшилектең йәмғиәт өсөн айырыуса хәүефле булыуын иҫәпкә алып, Рәшитте 11 йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрәләр. Төрмәлә үҙен тәртипле тотҡаны өсөн уны ваҡытынан әҙ генә алда сығаралар. Ата-әсә улдарының ҡайғыһын күтәрә алмай бер-бер артлы донъя ҡуйған, ә туғандары “тюремщик” ағалары менән аралашырға теләмәй. Рәшит эшкә лә урынлашмай (төрмәнән сыҡҡан кешене эшкә алыуҙары ла икеле), яңғыҙы йәшәй башлай. Тәүҙә туғандары үҙен ғәфү итер, онотҡанда бер булһа ла саҡырып алыр, тип өмөтләнеп көтә. Әммә Рәшит был донъяла яңғыҙы тороп ҡала. Ир кеше мейескә яға торған утынынан башлап, аҙыҡ-түлеккә тиклем барыһын да урлашып йәшәй. Бер мәртәбә тотолоп, мировой судья тарафынан хөкөм ителә. Бынан һуң ул үтә һаҡ ҡылана башлай. Рәшит кеҫәһендә аҡсаһы булһа ғына, кем менәндер әшнәлеккә өмөт итә аласағын белеп, аңлап йәшәй. Шуға күрә юлында ҡырын ятҡан әйберҙе урап үтмәй, төнөн кешеләрҙең ишек алдына инеп, аҡсаға алмаштырырлыҡ бар нәмәне урлай.
Сабир менән танышҡандан һуң, уның тормошона ниндәйҙер йәнлелек өҫтәлгәндәй була. Рәшит яңғыҙы йәшәһә лә, үҙе кеүектәр, өнһөҙлөгөнәнме, ауыр ҡарашынан ҡурҡыпмы, ергә сүгәләгән йортон урап үтә. Ә Сабирҙың йортонда һәр саҡ кеше күп, уларҙың хәбәрен тыңлап, бергә мәжлес ҡороп, көн үткәреп була.
Енәйәт ҡылыр алдынан, Рәшит Сабирҙа ике аҙнаға яҡын йәшәй. Ҡапыл ғына башланып киткән шайтан туйы туҡтарға уйламай: береһе айныға башлаһа, икенсеһе иҫерә, таныш та, таныш түгел дә кешеләр йыйылып китә, көмөшкә йылға урынына аға ла аға. Шулай бер көн күмәкләшеп ултырған табын артына 17 йәшлек ҡыҙын эйәрткән бер ҡатын килеп инә.  Тәү ҡарашҡа зиһенен дә, кешелек сифаттарын да юғалтҡан булып тойолған Рәшит бысраҡ араһына килеп ингән баланы йәлләп әсәгә: “Ошондай ергә ҡыҙыңды эйәртеп йөрөмәһәң!” – ти. Эскелеккә һабышҡан, хәмер табыу өсөн ҡыҙын һатыуҙан да тартынмаған ҡатынға был һүҙҙәр оҡшамай. Уйламағанда янъял ҡуба. Ҡатындың сәрелдәүен ишетмәҫ өсөн, Рәшит тышҡа тәмәке тартырға сыға. Шул саҡ уның артынан ишек бикләнә, ә тәҙрәнән уның юл сумкаһы осоп килеп төшә. Йорт хужабикәһенең: “Башҡа беҙгә бер ҡасан да килеп йөрөмә, беҙҙең өйҙө онот!” – тип ҡысҡырғаны ишетелә.

Ҡурҡыныс рецидивист
Рәшит сумкаһын тотоп, урам буйлап сығып китә. Төшкө мәл, үҙәк майҙан тирәһендә һыра һемергән таныштары күренә. Ул әшнәләренә барып ҡушыла. Эҫенән әлһерәгән берәүһе йылға буйына төшөп ултырырға тәҡдим итә. Күп итеп һыра алған ирҙәр тәбиғәт ҡосағына сума. Рәшит төн яҡынлашҡанда ғына ҡайтырға сыға. Күрәһең, был донъяла әҙәм балаһы аңлата алмаған күренештәр, тап килеүҙәр бихисаптыр. Шулай булмаһа ошо рәхимһеҙ сәғәттә Рәшиттең ҡаршыһына Сабирҙың килеп сығыуын нисек аңлатырға була? Үҙен рәнйетелгән, кәмһетелгән итеп тойған иргә етә ҡала: ул Сабирҙы үҙен яҡлашмауында, ниндәйҙер ҡатындарҙан уҙып һүҙ әйтә алмауында ғәйепләй. Тегеһе лә өндәшмәй ҡалмай, яуапҡа һүгенеү һүҙҙәрен яуҙыра башлай. Рәшит ҡасандыр үҙен йортона индергән кешене туҡмарға тотона. Сабир йығылғас та ул уны типкеләүен дауам итә. Ҡанһырап, ыңғырашып ятҡан ҡорбанына ҡарата йәлләү тойғолары түгел, ә асыуы килә. Шул саҡ ул янында ятҡан ташты алып, Сабирҙың башына һуға. Бер-ике һуғыу ғына аҙ тойола уға, Рәшит кисәге дуҫының башы иҙелгәнсе туҡмай. Ҡорбаны йән биргәнен аңлағас ҡына, ул туҡтап ҡала. Артабан күп уйлап тормай,  Сабирҙың йортона барып, йоҡларға ята. Ә көмөшкә хакимлыҡ һөргән йортта ғәҙәттәгесә шау-шыу, кеше, улар хатта ҡыуып сығарылған ҡунаҡтарының ҡулдары ҡанға буялғанына ла иғтибар итмәй.
Судта Сабирҙың туғандары Рәшиткә бер ниндәй ҙә дәғүә белдермәйҙәр. “Суд нисек хәл итә, шулай булһын. Сабирҙың ошондай фажиғәле хәлгә төшөүендә ниндәйҙер кимәлдә үҙенең дә ғәйебе бар. Күпме генә өгөтләһәк тә, эсеүен ташлап, әҙәмсә тормош алып барырға теләмәне”, – ти улар.
Рәшит үҙенең ғәйебен тулыһынса таный. Әммә суд уның айырыуса ҡурҡыныс рецидивист икәнлеген билдәләй. Шуға күрә Рәшит өсөн уны ҡаты режимлы колонияға түгел, ә махсус ҡаты  режимлы төрмәгә хөкөм итеү көтөлмәгән хәл була. Шуға ҡарамаҫтан, суд ҡарары уҡылғас, ул еңел һулап ҡуйғандай булды.
Эйе, Рәшит йәш, емереп донъя көтөр саҡта уҡ ҡурҡыныс енәйәт ҡылып, оҙайлы йылдар төрмәлә ултырып сыҡҡан кеше. Нисек кенә ҡурҡыныс яңғырамаһын, ситлек артында уның өсөн барыһы ла ғәҙәти, аңлайышлы. Ошондай режимға өйрәнгән, күнеккән кешегә иреккә сыҡҡас йәмғиәттә үҙ урынын табыуы ауыр. Туғандарының үҙенән баш тартыуы, яңғыҙ тороп ҡалыуы ла уның киләсәк яҙмышын билдәләй. Юҡҡамы ни, төрмәлә оҙайлы йылдар ултырып сыҡҡан кешеләр, тағы бер енәйәт ҡылып өйрәнгән тормошона әйләнеп ҡайта. Иң ҡурҡынысы – улар шундай яуыз ниәт менән янғанда, осраҡлы рәүештә булһа ла, юлдарында осрау.
Илдә күбәйә барған притондар ябай тормош менән ҡайнап, һәр көнөнән тәм-йәм табып йәшәгән кешеләр өсөн хәүеф тыуҙырыуын һәр кем аңлайҙыр. Сөнки хәмер ҡолона әүерелгәндәр бер шешә көмөшкә өсөн йәнен һатырға әҙер. Күрәһең, йәмғиәтебеҙ уларҙы айныҡтырыу, аҡылына килтереү, зиһенен асыу көсөнә эйә түгелдер әлегә. Шулай ҙа һәр кемдең яҙмышы – сағыу, иманлы нурҙарға мансыламы ул йәки, киреһенсә, упҡынға ташланып, юҡҡа сығамы – барыһы ла әҙәм балаһының ихтыярында икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
(Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртелде).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.