27 янв. 2012 г.

Рәсәй тарихы йылы

Гәзит биттәрендә – һуғыш ауазы

Бөйөк Ватан һуғышы... Бөйөк Еңеү... Уның ҡиммәттәрен, ҡәҙерен ошо осорҙо үҙ елкәһендә татып, әсе йәштәр аша кисергәндәр генә аңлайҙыр.  Әлеге мәлдә 4-се мәктәптең 1-се ҡатында Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арналған күсмә күргәҙмә ҡолас йәйгән. Хәрби Дан республика музейы тарафынан был күргәҙмә былтыр уҡ ойошторолоп, әлеге көндә 11-се районда халыҡҡа тәҡдим ителә, тиҙҙән ул Сибайҙа урын аласаҡ.

Баймаҡ тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Наилә Ғәлина әйтеүенсә, унда “Комсомольская правда” гәзитендә 1941 – 1945 йылдарҙа донъя күргән һуғыш тураһындағы материалдар тупланған. Күргәҙмәнең мәктәп бинаһында ойошторолоуы күпкә отошло – көн һайын 4-се мәктәптең төрлө класс уҡыусылары уның менән таныша икән.

Беҙ барғанда мәктәптең 9-сы класс уҡыусылары күргәҙмәне күрергә тип йыйылғайны. Уларға ветерандар советы ағзаһы Камил Иҫәнғолов һуғыштың йәмғиәт өсөн ни тиклем ҡот осҡос күренеш булыуын һәм Бөйөк Еңеүҙең ҡәҙере хаҡында телмәр тотто. Уҡыусылар материалдарҙың был көнгәсә нисек һаҡланыуы менән ихлас ҡыҙыҡһынды. Наилә Мөйәссәр ҡыҙы һорауҙарға тулы һәм ентекле яуап бирҙе.
Күргәҙмәне – һуғыштың тотош илебеҙгә һалған утлы мөһөрөн – күреп ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар! Был беҙгә бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең, көнкүрешебеҙҙең ҡәҙерен тойорға, тапҡан-таянғаныбыҙҙы бушҡа сарыф итмәҫкә, һәр яҡты, аяҙ күкле көнөбөҙҙө әрәм итмәҫкә ярҙам итер, моғайын...

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоларында: күргәҙмәнән күренештәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.