25 янв. 2012 г.

Редакция почтаһынан

Хаттарҙан юлдар
Яңы йыл байрамдары, ниһайәт, артта ҡалды. Уны һәр кем, һәр ауыл халҡы үҙҙәренсә үткәргән һәм ошондай йөкмәткеле, әммә һуңлаған хаттар редакциябыҙға һаман да килә әле. Уларҙы оҙон итеп баҫып булмағанға күрә, өҙөктәрен генә бирергә булдыҡ.
“Өлкән йәштәгеләрҙе Яңы йыл байрамы бик үк ҡыҙыҡһындырмайҙыр, тип уйлайбыҙ, – тип яҙа Семеновск ауылынан Миңзәлә Мырҙабаева. – Улар, моғайын, көндәлек эштәрен теүәлләп, төнгө 12-лә ял итәләрҙер. Ошоно уйлап беҙ, Семеновск ҡатын-ҡыҙҙары советы, ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә 75 йәш һәм унан өлкәндәрҙе “Зәңгәр ут” кисәһенә йыйҙыҡ. Ҡыҙыҡлы уйындар йыр-бейеү, ҡотлауҙар менән үрелеп барҙы. Тәмле сәйҙәр эсеп, ҡыңғырауҙар тағылған, кашауай саналар егелгән аттарҙа ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙҙы өйҙәренә ҡәҙәр оҙаттыҡ. Кисә үҙебеҙгә лә бик оҡшаны, инәйҙәрҙең ҡыуаныстары беҙгә ҡанат ҡуйҙы”.
Ата-әсәләр комитеты ағзаһы Гөлгөнә Үҙәнбаеваның хатында: “Билал мәктәбендә Яңы йыл маскарадын үткәреүгә урындағы эшҡыуарҙар, уҡытыусылар, мәсет һәм хәлдәренән килгән ата-әсәләр бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Уларға, шулай уҡ ҡалаға барып, үҙ машиналарында бүләктәр һәм күстәнәстәр алып ҡайтырға ярҙам иткән Илдар Күсәрбаев һәм Нәғимйән Биктимеровҡа, байрамды ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләр комитеты ағзалары Люциә Кәримова һәм Миңлегөл Амановаға ҙур рәхмәт. Шундай ярҙамсыл, ихтирамлы ауылдаштарыма эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем”, – тигән юлдар бар.
Иҫке Сибайҙан Әнисә Абдулғазина Сәфәр айы тураһындағы хатын һуңлатып килтергәнгә күрә, ваҡытында баҫа алманыҡ. Ул унда был айҙың хикмәттәре, был көндәрҙә уҡыласаҡ сүрәләрҙең тәртибе һ.б. тураһында яҙған. “Был көндәрҙе бушҡа үткәрмәйек, иртәнән алып ҡояш байығансы доғала уҙғарһаҡ, үҙебеҙ өсөн бик ҙур файҙа. Пәйғәмбәребеҙгә салауат уҡыйыҡ!” – ти ул.


Айгөл Иҙелбаева әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.