16 янв. 2012 г.

Яңылыҡтар

Йылға йомғаҡ яһаласаҡ
Киләһе аҙнала халыҡ ижады үҙәгендә райондың халыҡ хужалығы тармағы үҙенең үткән йыл йомғаҡтарын барлаясаҡ. Тантаналы йыйылышта үҙ һөнәренең алдынғылары тәбрикләнәсәк, халыҡ таланттары ҙур концерт менән ҡыуандырасаҡ.
 
Студенттар менән осрашыу
3 февралдә Баймаҡта республика, Рәсәй, шулай уҡ сит илдәрҙәге юғары уҡыу йорттарында белем алыусы 5-се курс студенттары менән осрашыу үтәсәк. Был сара йәш белгестәрҙе уҡыу йорттарын тамамлағандан һуң эшкә тыуған яғына ҡайтарыу маҡсатында ойошторола.
 
«БВ» – еңеүсе!
Уҙған йылдың һуңғы көндәрендә коллегаларыбыҙ – “Баймакский вестник” гәзите коллективы һөйөнөслө яңылыҡ кисерҙе. Улар Башҡортостан Республикаһында һайлау кампанияһына әҙерлек һәм уның барышы тураһындағы сараларҙы гәзит биттәрендә яҡтыртыу буйынса иғлан ителгән республика конкурсында  “2011 йылда Башҡортостан Республикаһында һайлау кампанияһын киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыусы” номинацияһында еңеү яулап, III дәрәжә Диплом менән бүләкләнде. Хөрмәтле коллегаларыбыҙҙы ҙур уңыштары менән ҡотлап, киләсәктә лә ҡәләм үткерлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!
Л. Такаева.

90 йәшлек юбилей
Өмөтбай ауылында йәшәүсе донъяның әсе-сөсөһөн татыған, ғүмер йылғаһының шаршыларын кискән, ауылыбыҙҙың иң оло һәм абруйлы ағинәйе – Фәхиръямал Рамаҙан ҡыҙы Билалованың 90 йәше тулыу айҡанлы ауыл китапханаһы эргәһендә эшләп килгән “Атайсал” клубы ағзалары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә кисә үткәрелде. Фәхиръямал инәйебеҙ оҙаҡ йылдар уҡыусыларға белем биргән, аҙаҡ хаҡлы ялға сыҡҡансы һатыусы булып эшләгән. Ул тормош иптәше менән ун бала тәрбиәләп үҫтергән, бөгөн 18 ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре, 2 тыуасары бар.
Әнүзә Мәжитова, китапханасы.

Дискотека ярышы
Ишмырҙа ауылында урамдар араһында  дискотека үткәреү буйынса ярыш ойошторолған. Ул аҙна буйына дауам иткән. Йәштәр дискотеканы төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, викторина һорауҙары, конкурстар менән биҙәгән. Ишмырҙа мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, йәштәрҙең сараны юғары кимәлдә ойоштороуы, улар араһында эскелек һ.б. алама ғәҙәттәрҙең күҙәтелмәүе, сәләмәт тормош алып барыуы айырыуса ҡыуаныслы.
Г. Иҫәнгилдина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.