23 янв. 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ

Ҡотло булһын фатирҙар!
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле ауазы йылдар төпкөлөндә ҡала барһа ла, илгә Еңеү алып килеп, кешелекте ҡоллоҡтан ҡотҡарып ҡалған яугирҙарыбыҙ алдында беҙ мәңге бурыслыбыҙ. Михнәтле йылдарҙы үҙ иңендә татып, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышҡан олатайҙарҙың сафы һирәгәйеүе күңелдәргә һағыш өҫтәй. Шулай ҙа Хөкүмәт тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарына ярҙам күрһәтелеүе ҡыуандыра.

Ошондай иң ҙур шатлыҡтарҙың береһе – ул торлаҡ алыуға сертификат тапшырыу. Кисә был бәхетте Баймаҡтан Миңлеямал Иҫәндәүләтова, Зөләйха Салихова һәм Аҡморондан Фәрхиямал Рыҫҡужина (һүрәттә) кисерҙе. 

Муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов инәйҙәрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлап, сертификаттар тапшырҙы. Хәҙерге ваҡытта районыбыҙҙа 362 кешегә ошондай бәхет йылмайған.  Инәйҙәрҙе шулай уҡ район етәксеһенең урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин да тәбрикләне. Билдәле булыуынса, торлаҡҡа сертификат хәҙерге ваҡытта 1 миллион 31 мең һум тәшкил итә. Ветерандарҙың һәм тол ҡалған инәйҙәрҙең күбеһе “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һы төҙөгән яңы йорттарға күсеп сыҡты. Ысынлап та, был өйҙәрҙә ҡарттар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған, улар үҙ-ара аралашып, бик күңелле йәшәй.     
Бәхетле сертификат эйәләре һәм уларҙың балалары хәстәрлек күргәндәре өсөн Хөкүмәткә, район етәкселегенә оло рәхмәтен белдерҙе.
Эйе, оло быуын тураһында ҡайғыртыу – һәр йәмғиәттең төп бурысы. Ҡарттарҙың шатлыҡлы йылмайыуы беҙҙең киләсәгебеҙҙе билдәләүен онотмайыҡ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.