25 янв. 2012 г.

Семинарҙар

Алдынғы хужалыҡ тәжрибәһендә
Үткән шәмбелә Ленин исемендәге АХК-ла уҙған кәңәшмәлә тәжрибә уртаҡлашырлыҡ һәм
фәһем алырлыҡ өлгөләр күп булды. Уның менән район хакимиәте башлығы
И.Х. Ситдыҡов етәкселек итте.
Сара Таулыҡай бригадаһында хужалыҡ рәйесе Ғ.Б. Сәлимов һәм баш зоотехник Ҡ.Р. Уразбаев оҙатыуында һөтсөлөк комплексының эше менән танышыуҙан башланды.

– Бригадала 575 баш мал аҫрала, шул иҫәптән 330 һауын һыйыры. Көндәлек тулайым һауым 2,5 тонна тәшкил итә, етештерелгән продукция Мәләүез һөт комбинатына тапшырыла, – тип сығыш яһаны Ҡәйүм Рәжәп улы.
Аҙыҡ рационына килгәндә, һауын һыйырҙарына 2,5-әр кг фураж, 6-шар кг иген фуражы, 5-әр кг бесән һәм 200-шәр г патока бирелә. Семинарҙа ҡатнашыусылар малдарҙың көрлөгөнә иғтибар итте. Был иһә ныҡлы аҙыҡ базаһының һөҙөмтәһе булып тора.
Әйтергә кәрәк, хужалыҡ 2012 йылдан республикала старт алған малсылыҡ комплексын модернизациялау программаһына ингән. Был проектҡа ярашлы, Башҡортостанда 5-7 йыл эсендә 500 һөтсөлөк фермаһы тергеҙеләсәк һәм сафҡа индереләсәк. Ленин исемендәге АХК-ла эштәр Таулыҡай бригадаһынан башланасаҡ.   
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан яһалма ҡасырыу эше, йәш мал, быҙауҙарҙы тәрбиәләү барышы менән танышты. Унан һуң райондың ветеринария хеҙмәте һыйыр малынан анализға ҡан алыуҙың яңы, вакуумлы алымын күрһәтте.
Семинарсылар Таулыҡай бригадаһында шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек, орлоҡ таҙартыу эше менән танышты, яҙғы бойҙай, ужым арышы, ҡарабойҙай, рапс, мал аҙығы үләндәре орлоғо һалынған келәттәрҙе ҡараны. Әлеге көндә кооперативта орлоҡ материалы тулыһынса таҙартылып бөткән.   
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан Сыңғыҙ бригадаһының һөтсөлөк фермаһында булды. Бында 460 баш мал аҫрала, шул иҫәптән 202 баш һауын һыйыры. Көндәлек тулайым һауым 1,3-1,4 тонна тәшкил итә. Быҙауҙарҙы, йәш малды аҫрау урындарының таҙа, йылы булыуы, ваҡытында тейешле ветеринар эшкәртеү үткәреү һәм башҡа саралар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай.
Кәңәшмәнең пленар өлөшө Сыңғыҙ клубында үтте. Хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкиров билдәләүенсә, был сараның тап Ленин исемендәге АХК-ла үтеүе юҡҡа түгел. Сөнки хужалыҡ райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы урын биләй һәм йылды тап уның бай эш тәжрибәһе менән танышыуҙан башлау маҡсатҡа ярашлы.
Ауыл хужалығы, юл-төҙөлөш техникаһы һәм запас частар килтереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән “БашАгроСпецТехника” ЯСЙ-һы тиҙҙән районда сауҙа урыны булдырасаҡ, “Запагромаш” ЯСЙ-һының мал аҙығы ваҡлағыс-таратҡыс техника, уны һатып алыу шарттары тураһында мәғлүмәт бирелде.      
Үҙенең сығышында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ.Б. Сәлимовтың эш тәжрибәһен башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
– Хужалыҡта тейешле хеҙмәт шарттары булдырылғас, ваҡытында эш хаҡы түләнгәс,  һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы, – тип белдерҙе Илшат Хәмит улы. – Шуға күрә лә беҙ хеҙмәтсәндәр тураһында даими хәстәрлек күрергә, ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләргә, тейешле ял ойошторорға тейешбеҙ. Был мәсьәләләр буйынса күп етәкселәр эшләп еткермәй.Кәңәшмәлә шулай уҡ баш агроном Р.Ғ. Рәхмәтуллин, райондың ветеринария хеҙмәте етәксеһе А.А. Иҫәнов, Баймаҡ төбәк ветбаклабораторияһы директоры В.Р. Рәмиев, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге зоотехнигы А.Р. Сәйфуллина, белгес-эксперты Ф.Ғ. Баййегетов сығыш яһаны.

Айбулат Ишназаров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.