18 янв. 2012 г.

Ағинәйҙәр шундай була ул!

Аҡморон һәм Сәйғәфәр ауылы ағинәйҙәренең осрашыуы беҙҙең өсөн үҙе бер матур үҙенсәлекле тарих бите булып ҡаласаҡ. Был фәһемле кисәне Аҡморон ауылының ветерандар советы рәйесе Рәшиҙә Ғәзиз ҡыҙы Фәттәхова ветерандарға ҡағылышлы льготалар менән ябай һәм асыҡ итеп таныштырып башлаһа, Мөршиҙә апай Әбдразаҡова үҙҙәренең концертын шиғыр юлдары менән дәртле итеп алып барҙы.
Беҙҙең ағинәйҙәргә уларҙың оҙон көйҙәргә матур итеп йырлауҙары, Роза апай Тимербаеваның сығарған таҡмаҡтары хуш килде.

Сәстәренә сал ингән, аҡыллы, матур балалар үҫтергән, ғүмерҙәрен мәктәп, совхоз эшенә арнаған апай-инәйҙәр үҙҙәрен бәхетле, ғорур тоялар. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамай, дәртләнеп, рухи көс алып йәшәйҙәр һәм беҙҙең ауыл ағинәйҙәренә лә матур, күңелле ял итергә, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен оноттормай, йәштәргә үрнәк күрһәтәләр улар.
Кисәне сәй табыны артында дауам итеп, ҡапма-ҡаршы ултырып, йырҙар йырлап, үткән йылдарын барлап, уйын-көлкө, бейеү менән тамамлап, һәр кем үҙенә йәшәүгә көс алып, тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты.
Һәр бер ауылда ошондай ағинәйҙәр йәштәргә үрнәк күрһәтеп, үҙҙәренең балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә лә халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарын телдән тапшыра килһә, гел дә тыныслыҡ, именлек булыр, тип ышанабыҙ.
Алһыу ИСЧУРИНА.
Сәйғәфәр ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.