18 янв. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала

Лайыҡлы баһаланды
Ленин исемендәге АХК үҙенең хеҙмәт алдынғылары менән билдәле. Кооперативтың алдынғы механизаторы Наил Солтанов хужалыҡта ғына түгел,  район кимәлендә лә танылыу яулаған хеҙмәтсәндәрҙең береһе.

Наил Рәшит улы хеҙмәт юлын бынан теүәл ике тиҫтә йыл элек туған хужалығында механизатор булып башлай. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, йәнә яратҡан эшенә тотона – тракторға ултыра. Бына шул ваҡыттан алып ул һөнәренә тоғро булып ҡала. Н.Солтанов һәр ауыл хужалығы кампанияһында әүҙем ҡатнаша, уны ойошҡанлы атҡарып сығыуға үҙенең тос өлөшөн индерә. Яҙ – ер эшкәртә, иген сәсә, йәй – мал аҙығы әҙерләй, көҙ ер һөрә, һалам ташый. Ҡышҡы осорҙа иһә юлдарҙы ҡарҙан таҙарта. Ғөмүмән, алдынғы механизаторҙың тракторы йыл әйләнәһенә туҡтамай.

Наил Рәшит улы күп тапҡырҙар районда ойошторолған хеҙмәт ярыштарында еңеп сыҡты, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” булып танылды. Былтыр иһә Н.Солтанов юғары наградаға – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

А. Салауатов.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.