10 янв. 2012 г.

Социаль өлкә

Ауылдарға йән өрҙө
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитовтың инициативаһы менән ауыл биләмәләренә финанс ярҙам күрһәтелеүен халыҡ хуплап ҡаршы алды. Сөнки тап шуның арҡаһында урындарҙа юлдар төҙөкләндерелә, урамдар яҡтыртыла, зыяраттар кәртәләнә... Түбәндәге ауыл биләмәләрендә лә шундай саралар башҡарыла.

Р.Р. Байбулов, Татлыбай ауыл биләмәһе башлығы: “Ауыл биләмәләренә быға тиклем дә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, муниципаль район хакимиәте тарафынан 2-3 йылға бер тапҡыр аҡсалата ярҙам күрһәтелә килде, ләкин уларҙың күләме бик аҙ булды. Хәҙерге ваҡытта иһә маҡсатлы йүнәлештә бирелгән аҡсаның ярҙамы ҙур. Әгәр ҙә ошо башланғыс артабан да дауам итһә һәм уның күләме артһа, ауылдарҙың торошо, бигерәк тә халыҡтың йәшәйеше тағы ла яҡшырыр ине.
Беҙҙең ауыл биләмәһенә бүленгән транштың тәүгеһенә Йәнйегет һәм Татлыбай ауылдарында автобус туҡталышы павильондары алып ултырттыҡ. Икенсеһен Хәсән ауылы урамдарын яҡтыртыуға тотондоҡ. Шулай уҡ Йәнйегет ауылындағы зыяраттың ҡойма буяуын яңыртыу өсөн дә аҡса бүленде. Ауылдарҙа юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы менән килешеү төҙөлгән. Әбдрахманда Салауат Юлаев, Татлыбайҙа Йәштәр урамдары юлына ремонт яһау ҡарала. Йәнйегеттә был тәңгәлдә эш башланды ла инде. Был сараларҙы атҡарып сығыр өсөн үҙебеҙҙең бюджеттан да өҫтәмә аҡса бүленәсәк.
Мораҡта үткән кәңәшмәлә Президент Р.З. Хәмитов: “Райондың көсө ауыл Советтарында, уларҙы нығытырға кәрәк”, – тип белдергәйне. Урындарға аҡса бүленеүе уға табан яһалған беренсе аҙым һәм ул бик тә яҡшы башланғыс.  Рөстәм Зәки улы үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә лә “Власть – халыҡ өсөн” тип белдерҙе. Өҫтән ярҙам булған осраҡта аҫтағылар эшләйәсәк. Тағы ла шуныһы: ауыл биләмәләренә күрһәтелгән финанс ярҙамды файҙаланыу мөмкинлектәре сикләнгән. Бер генә тәҡдимем бар: уны халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүгә тотоноуға ла рөхсәт бирһендәр ине. Иҫке Сибай, Урғаҙа, Төркмән, Аҡморон кеүек торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар булған ауыл биләмәләрендә был финанс ярҙамды һыу селтәрен ремонтлауға йүнәлтә алалар. Мәҫәлән, беҙҙең ауылдарҙа һыу селтәре 40 йылдан ашыу яңыртылғаны юҡ”.

М.С. Сәғәҙәтова, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы: “Президенттың ауылдарға ла шулай йөҙ менән боролоуын, әлбиттә, бик тә ҡыуанып ҡаршы алдыҡ. Күп кенә көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге килеп тыуҙы. Беҙҙең ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай һәм уларҙың барыһында ла баҫмаларҙы төҙөкләндереү талап ителә ине. Ә улар беҙҙә унау. Әлеге көндә төҙөлөш материалдары етерлек тупланған. Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы менән ауылдарҙағы  юлдарҙы ремонтлау өсөн килешеү төҙөлгән, ҡырсынташ түгеп тигеҙләнәсәк. Юлды ҡышҡыһын ҡарҙан таҙартыу саралары Ленин исемендәге АХК идараһы менән төҙөлгән килешеүҙә ҡаралған.
“Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Закон талаптарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ауылдарҙа урам атамалары табличкаларын яңыртыу күҙаллана”.
Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.