20 янв. 2012 г.

Хәтер

Яҡшы һүҙ, изге эш – мәңгелек
18 ғинуарҙа ”Йәшлек” гәзитенең көньяҡ-көнсығыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар Союздары ағзаһы Юлай Мәҡсүтовҡа 50 йәш тулған булыр ине...

Оҙон ғүмер эсендә йөрәкте тетрәтер ваҡиғаларға, күңелде арбар  кешеләргә байтаҡ тап киленгәндер. Эш ваҡиғаларҙың эре һәм шаулы, кешеләрҙең атаҡлы һәм дәрәжәле булыуында түгел. Хикмәт шунда: улар хәтергә һеңеп ҡалалар ҙа, бар өмөтөңдө юйып, хәсрәткә батҡаныңда, йәки бар донъяңды онотоп, тантана иткәнеңдә ҡалҡып сығалар. Сығалар ҙа асылыңды  барлайҙар. Харап булдым, тип артыҡ өҙгөләнмәйһеңме, мәртәбәгә мендем, тип артыҡ  маһаймайһыңмы – шуны иҫкәртәләр.

Яратҡан яҙыусым, аҡыл эйәһе Мостай ағайҙың был фекере күңелемә ныҡ һеңеп ҡалған, һәм Юлай Мәҡсүтов тураһында китапты әҙерләгәндә, Юлай тураһында, уның мәҡәләләре тупланған китап хаҡында уйланғанда ошо юлдар иҫкә төштө.
Мин дә бит тормошомдағы төрлө хәл-ваҡиғаларға, бигерәк тә  бөгөнгө  болғансыҡ заманда күңелдә күп һорауҙар тыуғанда: “Ә Юлай нимә тип әйтер ине икән?“ — тип уйлайым.
Һәр саҡ  юлда, кешеләр араһында,  ил ғәме менән янып йәшәүсе ижадсы, талантлы  журналист ине ул! Юлай Мәксүтов, Юлай – Юламан исемдәре менән сыҡҡан мәҡәләләрҙе  “Йәшлек”  гәзитенән иң беренсе булып уҡый торғайныҡ. Үҙе йәш булһа ла,  йәшенә лә, ҡартына ла  аҡыллы кәңәшсе, сабыр әңгәмәсе, ғәҙел иптәш ине ул. Уның фекерләү ҡеүәһе, затлы тел байлығы, фәһемле итеп мәҡәләне йомғаҡлап ҡуя белеүе башҡорт журналистикаһының бер байлығы булды, шуғалыр ул йылдарҙа “Йәшлек” гәзите иң популяр башҡорт баҫмаларының береһе ине. Ҡыйыу мәҡәләләре, тура һүҙлелеге, бер ниндәй ҙә власть бейеклектәренә ҡарамай, үҙ һүҙен әйтә алыуы, башҡорт йәштәренә хас булған һүнмәҫ рухлы булыуы, милләтен янып яратыуы, уның киләсәге өсөн борсолоуы – Юлайҙы Юлай итте лә инде. Уның  журналистика мәктәбендә сағыу үрнәк булып торған мәҡәләләре йәштәргә өлгө булһын тип, Баймаҡ районында бер төркөм зыялылар Юлай Мәҡсүтов исемендәге премия булдырҙы.
Ошо йыйынтыҡҡа уның төрлө йылдарҙа яҙылған мәҡәләләре, шиғырҙары тупланған. Уйлыға уй бирерҙәй, ғәмһеҙгә ғәм өҫтәрҙәй мәҡәләләрендә тарих та, кешеләр яҙмышы ла ярылып ята, күпме ваҡыт үтһә лә, улар ҡиммәтен юғалтмай.
Кеше донъянан китһә лә, уның яҡшы һүҙе, изге эше халыҡ күңелендә ҡала. Яҡты хәтер булып,  йылы иҫтәлек булып. Юлайҙың да күпме дуҫтары, ижадташ иптәштәре һәм уның иҫтәлеген мәңге һаҡлаусы, уны өҙөлөп яратыусы, ошо китапты сығарыуға күп көс һалыусы Фәриҙә, Зәйтүнә апалары, туғандары ҡалды.
Иртә китте ул, ләкин үҙ һүҙен әйтеп китте. Үҙ яҙмышына риза булып, Мостай Кәрим әйткәнсә, үткәндәргә салауат әйтеп китте ул…
“Бер яҙыҡҡа дусар булһам,
Йәнә ҡылдым йөҙ сауап.
 Яҙыҡтарҙы ярлыҡағыҙ!
Үткәндәргә салауат…
Ҡалғандарға салауат!
Киләсәккә сәләм әйт!
Луиза ДӘҮЛӘТШИНА,
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапхана директоры,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.