16 янв. 2012 г.

Күңел түренән

Изгелек эшләргә ашығайыҡ!
Донъяла яҡшы кешеләр барыбер күберәк. Әгәр ҙә улар балаларға изгелек эшләһә, был бигерәк тә маҡтауға лайыҡ. Беҙҙең мәктәптең бағыусыһы, Сибай ҡалаһының “Универсал” ойошмаһы етәксеһе, хөрмәтле ауылдашыбыҙ Ишкилде Фазулла улы Ғафаров та шундай кеше. Ул үҙе лә: “Изгелек эшләргә ашығайыҡ, сөнки яҡшылыҡ икеләтә үҙеңә әйләнеп ҡайта”, – ти.

Йәнйегет ауылында күп балалы ябай ғаиләнән сығып, үҙ көсө, ихтыяры менән абруй ҡаҙанған, шәхси эшен асып, ҙур уңыш, дәрәжәгә өлгәшкән ауылдашыбыҙ мәктәбебеҙҙә көтөп алынған ҡунаҡ. Ул уҡыусыларҙың өлгәше, тәртибе, уңыштары менән даими ҡыҙыҡһынып тора, хәстәрлек күрһәтә. Башланғыс кластарҙың уҡыу алдынғылары өсөн үҙенең премияһын булдырған. Ишкилде Фазулла улы һәр йыл 25 майҙа бүләген үҙе тапшырып, балаларҙы һөйөндөрә. Яңы йыл байрамдарын үткәреүҙә лә матди ярҙам күрһәтә. Быйыл шыршы байрамына ул шулай уҡ ҙур бүләк яһаны: Сибайҙағы “Сулпан” театры артистарын саҡырып, уҡыусыларға бик матур тамаша күрһәттерҙе.
Беҙ, мәктәп коллективы, ата-әсәләр Ишкилде Фазулла улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Артабан да тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ҡыуанып йәшәһен. Балаларҙың шатлығы уға сауап булып ҡайтһын.

Л. РАФИҠОВА,
Йәнйегет мәктәбе уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.