20 янв. 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Килешеүҙе үтәмәгән өсөн
Баймаҡ прокуратураһы ҡаланың Тыныслыҡ урамы, 9-сы йортта йәшәүселәрҙең һорауы буйынса “УКЖФБ” ЯСЙ-һының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ закондарын күҙәтеү-күҙәтмәүен тикшерҙе.
Тикшереү барышында йәмғиәттең был күп фатирлы йортто тейешле кимәлдә тотоу, ваҡытында ремонт үткәреү буйынса граждандар менән килешеү төҙөгәне асыҡланды. 2011 йылдың апрелендә йортта һыу торбаларын ремонтлау эше үткәрелгән. Әммә “УКЖФБ” ЯСЙ-һы төҙөкләндереү эштәренән һуң йортто, подъезды тейешле кимәлдә тәртипкә килтермәгән. Мәҫәлән, 1-се подъездағы иҙән таҡталары нығытылмаған, ә был кешеләрҙең һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя. Стеналарҙың ҡубып, емерелеп төшөүе лә ойошманың килешеүҙе күҙәтмәүен дәлилләне.

1 декабрҙә суд тарафынан “УКЖФБ” ЯСЙ-һы бер ай эсендә был етешһеҙлектәрҙе хәл итеп, тейешле төҙөкләндереү эштәрен үткәрергә бурыслы, тигән ҡарар ҡабул ителде.

А. ТИМЕРХАНОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.