23 янв. 2012 г.

Тантаналы йыйылыштар

Үткән йылға йомғаҡ яһалды
Ошо кесаҙна район халыҡ ижады үҙәгендә 2011 йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылыш булды. Ҡала һәм район активы, хеҙмәт коллективтары алдынғылары саҡырылған был сарала үткән йыл уңыштары барланды, һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар тәбрикләнде, ағымдағы осорға уй-ниәттәр билдәләнде. Тантанала БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары, көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһы кураторы, яҡташыбыҙ М.Б. Фәтхуллин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р.Р. Сырлыбаев, Йылайыр районы хакимиәте башлығы И.Л. Фәтҡуллиндарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Бик тә матур үтте был байрам, ул ысын мәғәнәһендә хеҙмәт алдынғыларына дан йырланы, яңы осорға дәрт уятты.

2011 йыл йомғаҡтары тураһында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов төплө доклад менән сығыш яһаны. “Дөйөм алғанда, уҙған йыл күп параметрҙар буйынса емешле булды, – тип билдәләне Илшат Хәмит улы, – беҙ уны лайыҡлы атҡарып сыҡтыҡ, йыл яҡты һәм ваҡиғаларға бай булды. Уҙған осорҙа эш хаҡы 20 процентҡа артты, 16 процентҡа пенсия күләме күтәрелде. Эшһеҙлек кимәле 66-ға кәмене, теркәлгән никахтар һаны 62-гә күберәк булды. Үлем осраҡтары 58-гә кәмене. Ыңғай үҙгәрештәргә беҙ ҡала һәм район активының, халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары хеҙмәтсәндәренең ныҡышмалы хеҙмәте арҡаһында өлгәштек”.
Хакимиәт башлығы халыҡ хужалығы тармағының һәр өлкәһенә айырым туҡталып, өлгәшелгәндәргә баһа бирҙе, хәл ителәһе мәсьәләләрҙе барланы.
Илшат Хәмит улы районда инвестициялар йәлеп итеү, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә маҡсатлы эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостан Президентының, Хөкүмәтенең ярҙамы ҙур булыуын билдәләне. Әле Темәстә ҡеүәтле һөт комбинаты, Күлтабанда мегаферма төҙөлә, уларҙы быйыл файҙаланыуға тапшырыу күҙ уңында тотола. Бындай проекттар районда бик күп. Уларҙы бойомға ашырыуҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте үҫтереү программаһының ҡабул ителеүе лә ҙур роль уйнай. Бер үк ваҡытта ауыл хужалығы тармағын һаҙлыҡтан сығарыу буйынса республика Хөкүмәте кимәлендә яңы программа әҙерләнә.
“Билдәле булыуынса, киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 75 йыл тула. Уны лайыҡлы үткәреү маҡсатында Президентыбыҙ Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо дата сиктәрендә һәм Баймаҡ ҡойоу-механика заводына 100 йыл тулыу уңайы менән ҡалала бихисап эштәр башҡарыу, яңы проекттар өҫтөндә эшләү күҙ уңында тотола. Шул уҡ ваҡытта төбәкте үҫтереү программаһын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Халыҡ хужалығының һәр тармағына яңы һулыш өрөү буйынса быйыл да ҙур эштәр атҡарасаҡбыҙ. 2012 йыл беҙҙең өсөн тағы ла уңышлыраҡ булыр, тигән тулы ышаныс бар”, – тине хакимиәт башлығы.
БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин үҙенең сығышында районда көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу буйынса башҡарылған эштәрҙе барланы, яңы проекттарҙы билдәләне. Мирхәйҙәр Борис улы әйтеүенсә, Баймаҡ районы – республика бюджетынан иң күп финанс ярҙам алған төбәктәрҙең береһе. Районға бүленгән саралар төрлө кимәлдәге объекттарҙы төҙөү, реконструкциялау һәм проектлау өсөн тотонолған. Быйыл да төбәк тураһында хәстәрлек күреү дауам итәсәк. Атап әйткәндә, Күлтабанда мегаферма, Темәстә һөт комбинаты файҙаланыуға тапшырыласаҡ, Ҡуянтауҙа яңы мәктәп үҙ ишектәрен асасаҡ. Баймаҡ ҡойоу-механика заводын модернизациялау, район ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреү, ҡалала инфекция бүлеге өсөн яңы бина төҙөү, “Талҡаҫ” шифаханаһында таҙартыу ҡоролмалары һалыу, Баймаҡтың Көньяҡ биҫтәһендә инженер коммуникацияларын төҙөүҙе әүҙемләштереү, юлдарҙы реконструкциялау йүнәлешендә байтаҡ эштәр проектлауға һәм тормошҡа ашырыу планына индерелгән. Бындай проекттар бик күп һәм уларҙы бойомға ашырыу ҡала һәм район инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк.
Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантаналы йыйылыштың иң күркәм өлөшө булғандыр. Халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтары буйынса иң яҡшылары тип табылғандар И.Х. Ситдыҡов, М.Б. Фәтхуллин, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары ҡулынан төрлө кимәлдәге наградалар алып ҡыуанды. Һуңынан улар өсөн ҙур концерт күрһәтелде.

Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.