23 янв. 2012 г.

Иң-иңдәр тәбрикләнде
Райондың халыҡ хужалығы тармағындағы үткән йыл йомғаҡтары һәм үҙ һөнәренең алдынғылары билдәләнде.

Малсылыҡ продукцияһын етештереүҙә иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәндәре өсөн:Ленин исемендәге АХК коллективы I дәрәжә Диплом, етәксеһе Ғәлим Булат улы Сәлимов аҡсалата премия менән бүләкләнде.
“Рассвет” АХК-һына II дәрәжә Диплом, етәксеһе Азат Булат улы Шәриповҡа аҡсалата премия бирелде.
“Уңыш” АХК-һына III дәрәжә Диплом, етәксеһе Аврар Сафуан улы Сафинға аҡсалата премия тапшырылды.
Райондың агросәнәғәт өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн фермер хужалыҡтары етәкселәре араһында Ильясов Йәүҙәт Ишмөхәмәт улы,
Ҡунысбаев Кәбир Билал улы,
Йәнбәков Миңлебай Әһел улы
Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
Ҡала һәм райондың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәндәре өсөн предприятие, ойошмалар араһында:“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы (генераль директоры Алексей Васильевич Мурахтин) I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде.
“Башкиравтодор” ААЙ-һының Баймаҡ ДРСУ-һына  (начальнигы Динислам Ғәйнислам улы Арыҫланов) II дәрәжә Диплом тапшырылды.
Баймаҡ ҡулланыусылар йәмғиәтенә (Фәриҙә Алтынғужа ҡыҙы Күсеева) III дәрәжә Диплом бирелде. 
Муниципаль райондың ҡала һәм ауыл биләмәләре араһында түбәндәгеләр еңеүселәр тип билдәләнде һәм диплом менән бүләкләнде:I дәрәжә – Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһенә (башлығы Исмәғил Әхмәт улы Бураншин),
II дәрәжә – Темәс ауыл биләмәһенә (башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Рауил Хөрмәт улы Йәнсурин),
III дәрәжә – Беренсе Этҡол ауыл биләмәһенә (башлығы Гөлнур Йыһанур ҡыҙы Азаматова).
Муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр:
Сосновка ауыл клубы мөдире Гөлназ Хәләф ҡыҙы Ибраһимова – күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн,
“БЛМЗ” ААЙ-һы токары Әҙеһәм Әкрәм улы Арыҫланов – күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн,
Баймаҡ үҙәҡ ҡала дауаханаһы терапевы Рәшиҙә Барый ҡыҙы Хәсәнова – күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн,
эшҡыуар Зөһрә Нәүфәл ҡыҙы Абдрахманова – күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн,
“БЛМЗ” ААЙ-һының ветерандар ойошмаһы рәйесе Юрий Геннадьевич Фертиков – ҡала һәм райондың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн,
Ярат ауыл биләмәһенең  ветерандар ойошмаһы рәйесе Сөнғәт Сибәғәт улы Үҙәнбаев – биләмә һәм райондың йәмәғәт эшендә әүҙем булғаны өсөн,
Салауат исемендәге АХК бухгалтеры Гөлсирә Ирғәле ҡыҙы Дәүләтшина –  күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте һәм эшендәге юғары күрһәткестәре өсөн.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.