23 янв. 2012 г.

Рейд

Аяғыҙ йәш йөрәктәрҙе,
йәки Үҫмерҙәргә хәмер һатһаң...

Үҫмерҙәрҙе енәйәтселектән, эскелек, наркомания, тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән һаҡлау өсөн күп төрлө профилактик операциялар үткәрелә. Баймаҡ эске эштәр бүлегенең балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре үткәргән сираттағы рейдтар нәҡ ошо юҫыҡта булды.
Билдәле булыуынса, 21 йәшкә тиклемге йәштәргә—иҫерткес эсемлектәр, 18 йәшкә тиклемге балаларға тәмәке һатырға ярамай. Үкенескә ҡаршы, күп кенә сауҙа нөктәләре был законды урап үтергә тырыша.
Балиғ булмағандар эше буйынса бүлек инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Алина Марат ҡыҙы Рәхмәтуллина әйтеүенсә, 2—20 ғинуарҙа  районда “Балаларға, үҫмерҙәргә тәмәке, иҫерткес эсемлектәр һатыу һәм уларҙы был алама ғәҙәткә йәлеп итеүгә ҡаршы” йүнәлтелгән махсус профилактик операция үтте.

“Шуныһы ҡыҙғаныс, район-ҡалала  балаларға был ағыуҙы һис тартынмай һатҡан һатыусылар бар. Мәҫәлән, “Далан” магазины һатыусыһы үҫмергә һыра һатҡанда тотолдо. “Йәшмә”, “Зөфәр”, Иҫке Сибай ауылындағы сауҙа нөктәләре лә был “ҡара исемлеккә” инде. Әлбиттә, һатыусылар төрлөсә аҡлана, кемеһелер алдында бала баҫып тороуына ҡарамаҫтан, “Мин уның үҫмер икәнлеген ҡайҙан беләйем?” тип ебәрә. Шулай ҙа бындай һатыусылар һәм магазин хужаларын балаларға иҫерткес эсемлектәр һатҡандары өсөн РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 14.16 һәм 14.2-се статьялары буйынса яуап бирәсәктәре тураһында иҫкәрткем килә”, – тине Алина Марат ҡыҙы.
Ысынлап та, балаларҙың физик яҡтан да, рухи яҡтан да нығынып етмәгән организмын ағыу менән ҡаҡшатҡан, уларҙың зиһенен томалап, төрлө фажиғәләргә этәргән кешеләр язаһын алырға тейеш. Бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн һатыусыларға биш мең һумға тиклем штраф һалынһа, юридик берәмектәр өсөн 80 мең һумдан 100 мең һумға тиклем штраф ҡаралған.  
Эйе, районда иҫерткес эсемлектәр менән халыҡты ағыулаусыларға ҡаршы сығыш яһаған, уларҙы яуапҡа тарттырыуҙы талап иткән кешеләр ҙә бихисап. Хатта ҡайһы бер ауылдарҙа көмөшкә һатыусыларҙың йорттарына ҡара буяу яҡҡан йәки төрлө яҙыу яҙғандар ҙа бар.
Ауылдаштарын көмөшкә менән ағыулаусыларҙың исемлеген алып килгән бер апай: “Күпме түҙергә була? Көмөшкәселәрҙең йортонда һинең һуңғы аҡсаңа алған әйберҙәрҙе күреп, балаларыңа тип алған он, шәкәрҙең шунда «осоуын» белеп, йөрәк әрней. Ҡайтарыуҙарын һораһаң, “Ә мин һинең иреңдән тартып алманым, үҙе алып килде”, – тиҙәр. Иң аяныслыһы, улар бит быуыны нығынып етмәгән йәш малайҙарға көмөшкәне стаканлап ҡойоп бирә. Шуның менән улар милләттең генә түгел, кешелектең тамырын өҙә сабыуын аңламайҙармы икән”, – тигәйне.
Күрәһең, көмөшкәселәргә ир-егеттәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы талаштырып, ғаиләләрҙе тарҡатыу ғына етмәй, хәҙер улар балаларҙың яҙмыштарын да аямай башлағандыр. Әлбиттә, хоҡуҡ һаҡлау органдары халыҡты ағыулаусыларға ҡарата эш алып бара, иртәме-һуңмы улар барыбер хөкөм эскәмйәһенә ултырасаҡ.
Үҫмерҙәрҙе иҫерткес эсемлектәр, тәмәке һ.б. алама ғәҙәттәрҙән һаҡлаусы һәм яҡлаусы профилактик операция 20 ғинуарға тиклем иғлан ителһә лә, был йүнәлештәге эш дауам итә. 

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.