30 янв. 2012 г.

Һорау – яуап

Эш хаҡы түләмәһәләр...

Гәзит уҡыусыларыбыҙҙың сираттағы һорауҙарына район прокурорының өлкән ярҙамсыһы И.З. Рәхмәтуллин яуап бирә.
Беҙҙең предприятиела бер нисә ай эш хаҡы түләмәйҙәр. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
Эш хаҡы түләнмәгән осраҡта граждандар прокуратураға йәки судҡа мөрәжәғәт итә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: әгәр етәкселәр хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын ваҡытында түләмәһә, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексы буйынса яуапҡа тарттырыла. Уның буйынса штраф, ойошма-предприятиеның эшмәкәрлеген 90 тәүлеккә тиклем туҡтатыу ҡаралған.
Минән бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙе талап итәләр...
Рәсәй Федерацияһында бағыусылыҡ ярҙамы ирекле рәүештә генә күрһәтелә. Әгәр был мәжбүри талап булһа, һеҙ прокуратураға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. РФ Енәйәт кодексы буйынса бағыусылыҡты талап иткән етәкселәргә ҡарата коррупцияға бәйле енәйәт эштәре ҡуҙғатыласаҡ.
Бурысҡа аҡса биреп торғайным, хәҙер кире ала алмайым. Миңә нимә эшләргә?
Әгәр һеҙҙең аҡса биреп тороуығыҙ нотариус аша йәки ирекле форма менән ҡағыҙға теркәлгән булһа, һеҙ судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Бәхәс килеп тыуған осраҡта, тейешле документтарҙы әҙерләп, дәғүә ғаризаһы яҙырға кәрәк буласаҡ.
Йәйгеһен юл ситендәге үләнде сабырға мәжбүр итәләр...
РФ Конституцияһының 37-се статьяһына ярашлы, илебеҙҙә мәжбүри хеҙмәт тыйылған. Шуға күрә хеҙмәткәрҙәр һәм уҡыусылар ижтимағи файҙалы хеҙмәткә ирекле рәүештә генә йәлеп ителеүе мөмкин.

Иптәшем менән айырылыштыҡ. Ул хәҙерге ваҡытта төрмәлә ултыра. Унан алимент түләтеп буламы?
РФ Енәйәт кодексына ярашлы, холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәрелгән кеше мотлаҡ рәүештә мәжбүри хеҙмәткә йәлеп ителә. Әгәр закон буйынса хөкөм ителеүсегә эш хаҡы түләнһә, унан алимент түләтелә.
Васыятнамә яҙырға уйлайым. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Васыятнамә – кешенең үҙе үлгәндән һуң мал-мөлкәтен кемгә мираҫ итеп ҡалдырыуы тураһындағы яҙма күрһәтмәһе ул. РФ Граждандар кодексы 1124-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса, васыятнамә яҙма рәүештә булырға һәм нотариус тарафынан раҫланырға тейеш. Әгәр васыят яҙыусы яҙа белмәһә йәки хоҡуҡи мөнәсәбәттәргә инергә һәләтһеҙ булһа, васыятнамәне нотариус уның һүҙҙәренән яҙып ала.
Улым предприятиела һаҡсы булып эшләй. Йорт төҙөү өсөн ер бүлеме алыуға сиратта тора. Тик уның аукционда ҡатнашырға аҡсаһы юҡ. Уға нимә эшләргә?
РФ Ер кодексының 30-сы статьяһына ярашлы, шәхси йорт төҙөүгә ер бүлеме тик аукцион, конкурстар аша бирелә. Шул уҡ ваҡытта, РФ Ер кодексының 28-се, 10-сы статьялары буйынса бер мәртәбә бушлай ер алырға ла мөмкин. Ул өс осраҡта бирелә: торлаҡҡа мохтаж булып теркәлгән, ауыл кешеһенә шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә теләгән граждандарға.
Гаражымды емереп киттеләр. Мин матди зыянды нисек түләтә алам?
Тәүҙә һеҙ күргән зыянды билдәләргә кәрәк. Артабан дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итәһегеҙ. Закон буйынса кешенең милкен боҙған йәки юҡҡа сығарған өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Г.Иҫәнгилдина әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.