27 янв. 2012 г.

Конкурстар

Тәҡдимдәр ҡабул ителә
Ю.Мәҡсүтов исемендәге премия яңы лауреатын көтә
20 ғинуарҙа Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһы буйынса комиссия ағзаларының сираттағы ултырышы үткәрелде. Унда премияны Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы исеменән генә түгел, ә зыялылар клубы (“Атайсал”, ағинәйҙәр клубтары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе) исеменән дә биреү кәрәкле тип табылды. Ошоға бәйле, комиссия яңы ағзалар менән тулыландырылды һәм уларҙың һаны һигеҙ кешегә еткерелде.
Конкурстың яңы положениеһына ярашлы, премия ике йыл һайын Юлай Мәҡсүтовтың тыуған көнөнә ҡарата (18 ғинуар) бирелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: конкурста 35 йәшкә тиклемге, башҡортса йәки урыҫса яҙыусы матбуғат активистары, гәзит-журнал редакциялары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Уларҙың очерктары, һүрәтләмәләре, аналитик мәҡәләләре Баймаҡ, Сибай, республика гәзиттәрендә баҫылған һәм Баймаҡ төбәгенә, уның арҙаҡлы кешеләренә бағышланған, башҡорт йәштәренең рухи үҫеш, әхлаҡи тәрбиә мәсьәләләрен күтәргән, иҡтисад, социаль тормош проблемаларын һәм уларҙы хәл итеү юлдарын асҡан булырға тейеш.
Һуңғы ике йыл өсөн премияны биреүгә тәҡдимдәр беренсел журналистар, башҡа йәмәғәт ойошмалары, редакциялар, хеҙмәт коллективтары, шулай уҡ айырым кешеләр тарафынан 5 февралгә тиклем район китапханаһында ҡабул ителә.
Февраль уртаһында Юлай Мәҡсүтовтың 50 йыллығына ҡарата Хәтер һәм Ҡәҙер кисәһен үткәреү ҡарала. Унда шулай уҡ журналистың Баймаҡ кешеләре тураһында яҙылған очерктар китабының исем туйы, яңы лауреатҡа премия тапшырыу тантанаһы буласаҡ.

Рәшит Үтәев,
Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистика премияһы буйынса комиссия рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.