10 янв. 2012 г.

Өйөбөҙҙөң ҡото – балаларыбыҙ


Яҙмыш уларҙы юҡҡа ғына осраштырмағандыр. Икеһе лә уңған, егәрле. Бөгөн улар Йәнйегет ауылының биш бала тәрбиәләгән өлгөлө ғаиләһе. Һүҙ Гөлзиә һәм Зөфәр Көмөшҡоловтар хаҡында.

Гөлзиә ике улы менән Йәнйегет ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктына фельдшер булып эшкә килә. Ошонда үҙенең тормош иптәше Зөфәрҙе осрата һәм улар артабан тормош юлын бергә үтергә ҡарар итә. Көмөшҡоловтар алдына шунда уҡ үҙ өйҙәрен төҙөү бурысы килеп баҫа. Өҫтәүенә, донъяларына йәм өҫтәп, бер-бер артлы ҡыҙҙары Йәмилә, улдары Нуриман тыуа. Буласаҡ өйҙәре өсөн ер бүлеме алған йылда ауыл биләмәһендә ойошторолған “Матур ғаилә – ил күрке” конкурсында ҡатнашырға саҡырыу алалар. Ҡырҡ көнө лә тулмаған сабыйҙары Нуриманға башҡорттарҙың исем ҡушыу йолаһын күрһәтәләр һәм беренсе урынды яулайҙар. Һынауҙы уңышлы үтеп сыҡҡас, Көмөшҡоловтарға  2008 йылда эшләй башлаған “2012 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” федераль программаһында ҡатнашырға тәҡдим яһайҙар. Шулай итеп, кәрәкле документтар юллап тапшырыла. Һөйөнөслө яңылыҡ үҙен оҙаҡ көттөрмәй – 2009 йылда ғаиләгә 1 миллион 164 мең һум субсидия бирелә. Башланған эш – бөткән эш, тигәндәй, Көмөшҡоловтар бар тырышлыҡтарын һалып, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә өйҙәрен төҙөп тә ултырталар: 11Х12 метр ҙурлыҡтағы йорт бөгөн ауылдың бер биҙәге. Көмөшҡоловтарҙың өй туйлауҙарына бер йыл.
– Оҙаҡ уйлап торманым, яңы өйгә бәпәй кәрәк тип, улым Бәхтиәрҙе таптым, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты Гөлзиә. – Төҙөлөш барған саҡта балаларыма айырым иғтибар ҙа бүлә алмағанмындыр инде, улар бер-береһен ҡарашып үҫтеләр, ярҙамдары ҙур булды. Тормош иптәшем Зөфәрҙән уңдым, Аллаға шөкөр. Оло йөрәкле кеше ул. Хәҙер шундай ҙур, яҡты йортта йәшәйбеҙ, бөтә уңайлыҡтар ҙа бар.
Ысынлап та, алтын ҡуллы, эшкә оҫта Зөфәр Сәфәрғәле улы ғаиләһе өсөн бөтә яҡлап та ныҡлы терәк. Чечня һуғышында ҡатнашҡан яугир күкрәген “Батырлыҡ өсөн” миҙалы биҙәй. Бөгөн “Уңыш” АХК-һында механизатор булып эшләй. Үҙ өйөн, ысынлап та, ҡәлғәгә әйләндергән ул. Эстә эҫе, һалҡын һыу ағып тора. Душ бүлмәһе, бәҙрәф бар. Улдарына, ҡыҙҙарына айырым бүлмә булдырылған. Ҙур ғына майҙанды биләгән аш-һыу бүлмәһе Гөлзиәнең яратҡан урыны: “Тәмле-тәмле аштар бешереп, ғаиләм менән бергә йыйылып ултырған ваҡытты бигерәк тә яратам ” – ти ул. Улдары Азамат Сибай интернат-гимназияһында 8-се класта уҡый. Айтуған урындағы мәктәптең 6-сы класында белем ала. Йәмиләгә – 5, Нуриманға – 4 йәш, ә кинйәкәүҙәре Бәхтиәргә 7 ай ғына. Улдары уҡыуҙары менән һөйөндөрә. Республика олимпиадаларында призлы урындар ала. Йырларға ла ярата икән улар.
Көмөшҡоловтар ишле мал көтә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Яҙғылыҡҡа баҡсаларын да киңәйтергә иҫәптәре.
Аталарынан иртә етем ҡалған Гөлзиә менән Зөфәр тормош сынығыуҙарын иртә татый. Бәлки, шуғалыр ҙа улар һынауҙарҙы еңеп үтергә өйрәнгән.
Һүҙ аҙағында Гөлзиә: “Беҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙған туғандарыма рәхмәт. Инде ошо өйөбөҙҙә бәхетле йәшәргә яҙһын. Балаларыбыҙҙы лайыҡлы тормош юлына аяҡ баҫтырыу – төп бурысыбыҙ”, – тине. Эйе, Көмөшҡоловтарға яңы йорттарында шат тауыштар ғына яңғырауын, ғаилә именлеге, сәләмәтлек теләйбеҙ.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.