27 янв. 2012 г.

Cаралар

Әҙәпле булам, тиһәң...

“...Әлиә әхирәте Сәриәгә ҡунаҡҡа килгән. Уның ситлектә ултырған тутыйғошон күреп ҡалған да: “Минең дә тутыйғошом бар ине, үлде. Улар тиҙ генә үлә лә ҡуя ул”, — тип ысҡындырған. Артабан нисек кенә уйнарға маташмаһын, Сәриә һөйләшмәгән. Әлиәгә ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалмаған. Ул ниндәй яңылышлыҡ эшләгән?”

Балалар китапханаһы менән муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы “Әҙәплелек әлифбаһы” тип аталған проект төҙөп, уға ярашлы саралар үткәрергә планлаштыра. Яңыраҡ шул  сараларҙың тәүгеһе балалар китапханаһында үтте һәм “Әҙәм күрке – әҙәп” тип аталды. 4-се мәктәптең Гөлсөм Моталова етәкләгән 7-се “в” класы уҡыусылары йәш сағында балалар уҡытып, унан һаҡлыҡ банкыһында 37 йыл эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан, әле иман юлына баҫҡан Таңһылыу Иҫәндәүләтова менән осрашты. Таңһылыу Мостафа ҡыҙы балаларға дини тәрбиә тураһында һөйләне, әҙәплелеккә өндәне.
Балалар китапханаһы мөдире Гөләйшә Рафиҡова  үрҙә әйтеп кителгән төрлө тормошсан ситуацияларҙа үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеге тураһында аңлатты, уларҙың да фекерҙәре менән ҡыҙыҡһынды.

Йәштәр секторының социаль педагогы Әлфиә Латыпова киләсәктә был проектҡа ярашлы ниндәй темаларға аралашырға теләүҙәрен һораны, үҙәк район китапханаһы директоры урынбаҫары Земфира Ильясова балаларҙы китап уҡырға өндәне.
Сара һуңында уҡыусылар: “ Әҙәпле булам, тиһәң, дуҫыңдың уңышына йәки яңы әйберенә көнләшмә, ә бергәләп ҡыуан!” – тигән һығымта яһаны.

А. Ишемғужина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.