10 февр. 2012 г.

Депутаттар эшкә йомғаҡ яһаны

Дүшәмбелә ҡаланың 1-се мәктәбендә икенсе саҡырылыш Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советының һуңғы ултырышы үтте. Уның менән ҡала Советы рәйесе Г.В. Давыдов етәкселек итте. Ултырышта 6 мәсьәлә ҡаралды.
Ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин, “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы 131-се федераль Закон талаптарына бәйләп, ҡалала башҡарылған төрлө кимәлдәге эштәр тураһында мәғлүмәт бирҙе. Төҙөкләндереү саралары халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса ла саралар күреләсәк, тип белдерҙе Исмәғил Әхмәт улы. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайға “Халыҡ өсөн эшләргә” Мөрәжәғәтнамәһенең төп бурыстарына туҡталып, киләсәккә аныҡ маҡсаттар билдәләне.
Ултырышта ҡаралған ике төп мәсьәлә буйынса артабан фекер алышыуҙар дауам итте. Унда “Йылылыҡ селтәре” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры С.Я. Рысбаев, “Водоканал” ЯСЙ-һы директоры О.А. Ноздрачев, “УК ЖФБ” ЯСЙ-һы директоры Р.Р. Байбулатов, “Баймаҡ АТП-һы”ның баш инженеры Р.Р. Байбулатов һәм район Советы секретары Р.З. Ишбулатов сығыш яһаны.

Ҡала Советы депутаттарының 2011 йылғы эш һөҙөмтәһе буйынса Совет рәйесе Г.В. Давыдов отчет бирҙе һәм 2012 йылға эш планы менән таныштырҙы.
Баймаҡ ҡала биләмәһендә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү өсөн бөтә төр юридик берәмек һәм шәхси эшҡыуарҙар араһында конкурс ойошторолоуы хаҡында ҡала биләмәһе башлығы урынбаҫары М.Ә. Әбүбәкиров сығыш яһаны.
2012 йылға Баймаҡ ҡалаһы ҡала биләмәһе бюджетына үҙгәрештәр индереү тураһында ҡала биләмәһе хакимиәте бухгалтеры М.Г. Евпета мәғлүмәт бирҙе.
Барлыҡ мәсьәләләр буйынса ла депутаттар тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Лилиә РАЗГИЛЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.