15 февр. 2012 г.

14 февраль—Ғашиҡтар көнө

Йыл һайын бар Ер шарында Ғашиҡтар көнөн билдәләү матур йолаға әүерелде. Шуныһы ҡыуаныслы: был көндө егеттәр һәм ҡыҙҙар ғына түгел, ә ир һәм ҡатын, әсәйҙәр менән балалар бер-береһенә бүләктәр әҙерләй. Үҙенсәлекле байрам кисенә бар йөрәк йылыһы һалынып тәм-томдар бешерелә, ғаилә табыны әҙерләнә. Ысынлап та, әйҙәгеҙ көнөбөҙҙөң хозурлығын күрергә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә, ҡәҙерләргә, яратырға өйрәнәйек...

Мөхәббәт донъяны ҡотҡарыр...

Ошо йырҙың һүҙҙәрен ишеткән һайын, А. тураһында уйлайым. Минең мөхәббәтем дә һине ҡотҡарыр, алама ғәҙәттәреңде ташлап, яҡшы уҡый башларһың, тәртибең төҙәлер, тип ышанам. Мәктәпте тамамларға һанаулы ғына ваҡыт ҡалыуын аңлап, ең һыҙғанып уҡыуыңа тотонһаң ине.
Тик һин һаман да шундай шаян, үтә ныҡ ҡыйыуһың. Башҡалар өндәшмәй ултырғанда ла, уҡытыусылар менән бәхәсләшәһең, кластан ҡыуылып сығаһың, директорға йүнәлтеләһең. Үҙеңә оло һөйөү менән баҡҡан, беренсе парта артында ултырған ҡыҙҙы күҙеңә лә элмәйһең. Ә мин бит һине беренсе класта уҡ оҡшаттым. Хатта бер йыл буйы бер парта артында ла ултырҙыҡ. Һин йыш ҡына китаптарыңды өйҙә онотоп ҡалдыра торғайның, икебеҙ бер биткә текәлгәндә миңә бер яҡтан уңайһыҙ булһа, икенсе яҡтан, бәхеттең етенсе ҡатында йөҙҙөм.
Ә бер ваҡиға мәңгелеккә минең йөрәгемдә уйылып ҡалды, һин минең геройым булыуын дәлилләне. Бер көн мин китабымды өйҙә онотоп ҡалдырҙым һәм шул көндө беҙҙең класты завуч менән мәктәп комиссияһы тикшерҙе. Исемемде линейкала әйтәсәктәрен уйлап, ҡалтырап ултырғанда, һин үҙеңдең китабыңды минең яғыма шылдырып һалдың. Һине китаптарыңды теүәл алып килмәгәнең өсөн күмәкләп әрләгәндә, мин шаңҡып, бер һүҙ ҙә әйтә алманым, унан бар батырлығымды йыйып, ҡаршы һүҙ әйтергә йыйынғанда, ҡарашың менән мине туҡтаттың. Ул көндө беҙ бергәләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Мин һиңә матур итеп рәхмәт тә әйтә алманым, буғай. Һин: “Ярай, бер ҡурҡынысы ла юҡ, мин әрләнеп өйрәнгәнмен бит инде. Ә һинең һәр ваҡыт тәртипле булғаныңа күнеккәндәр”, – тип һыҙғыра-һыҙғыра китеп тә барҙың.
Шул көндө мин һиңә ғашиҡ булдым. Мөхәббәтем мине ҡанатландыра, йәшәү мәғәнәһе бирә. Тик тиҙҙән һуңғы ҡыңғырау яңғырап, беҙҙе айырасағы ғына күңелемде яралай. Һин беренсе парта артында ултырған ҡыҙҙың күҙҙәрендәге оло һөйөүҙе күрерһең һәм яуап бирерһең, тип ышанам.
Был хәл Ғашиҡтар көнөндә булһа, мин донъяла, ысынлап та, мөғжизә булыуына ышаныр инем.
GUI.SHAN.


“Хыялым – сая, ғорур башҡорт егете...”

Йәшлек... Шул тиклем матур, ҡабатланмаҫ мәл. Йәштәр биҙәнмәй, төҙәнмәйенсә лә, үҙ сафлығы, нәзәкәтлеге менән һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта йәшлегенең ҡәҙерен белмәгән ҡыҙҙар һәм егеттәр булыуы ла күңелде әрнетә. Әйҙәгеҙ, йәштәргә һүҙ бирәйек. Улар бер-береһендә ниндәй сифаттарҙы үҙһенмәй икән? Буласаҡ тормош юлдашы итеп кемде күрәләр?
Иҙел:
Бөгөн, ысынлап та, ҡыҙҙарға ҡарап хайран ҡалырға була: яҡшы яҡтан һәм киреһенсә. Күп ҡыҙҙарҙың ауыҙына тәмәке ҡабып, һыра ҡосаҡлап йөрөүҙәре күңелде ҡыра. Шунан шул эсемлек менән аҡылдарын томалап, нимә һөйләгәнен, ҡыланғанын белмәүҙәре тағы ла ҡыҙғанысыраҡ. Ә бит улар буласаҡ әсәләр! Уларҙан нимә өмөт итәһең? Әлбиттә, барыһы ла ундай түгел: аҡыллы, тыйнаҡ, һөйкөмлө, наҙлы, ғөмүмән, яҡшы ҡыҙҙар ҙа бар. Бына барыһы ла шундай булһа ине. Улар араһында минең буласаҡ кәләшем дә барҙыр, тип уйлайым.
Ғәзиз:
Ҡыҙҙарҙың ҡайһы саҡта егеттәрҙән уҙҙырып эсеүе, тәмәке тартыуы оҡшамай. Ә инде гүзәл заттың һүгенеүе айырыуса ҡурҡыныс булып яңғырай. Хәҙерге заман ҡыҙҙарының итәк кейгән ир кеүек ҡыланыуы ҡот осмалы. Етмәһә, күбеһе бешеренә лә белмәй. Мин һайлаясаҡ ҡыҙ матур, инсафлы булырға, һау-сәләмәт тормош алып барырға, спорт менән шөғөлләнергә тейеш.
Әлиә:
Егеттәрҙең үҙ-үҙенә үтә ныҡ ышаныуы, һауалы ҡыланыуҙары оҡшамай. Эсеп-тартып, теләһә нисек йөрөһәләр ҙә, ҡыҙҙарҙың фәрештә булыуын талап итеүҙәре лә аптырата. Дискотекаларҙа бейемәй, ситтән генә мыҫҡыл итеп ҡарап тороуҙары йәнде көйҙөрә. Мин аҡыллы, юғары белемле, матур егеткә генә кейәүгә сығасаҡмын.
Мәрйәм:
Хәҙерге егеттәрҙә иң оҡшамағаны – уларҙың китап уҡымауы. Күбеһенең Интернет заманында китап – иҫкелек ҡалдығы, тигән фекерҙә булыуы аптырата. Улар менән нимә тураһында һөйләшергә? Егеттәр, үҙ сиратында, мине артыҡ эреләнә тип иҫәпләй икән. Шулай ҙа тормош матурлығын күрә белгән, китаптар уҡырға яратҡан, төрлө илдәргә сәфәр итергә хыялланған сая, ғорур башҡорт егетен осратырмын тип ышанам.


Ил азаматтары – бөйөк хис тураһында

Мин донъяла бер нәмәнән ҡурҡам –
Мөхәббәтһеҙ тигән исемдән.
(Рауил Бикбаев)

Яҙмыш, яҙмыш, һиңә үтенесем шул:
Илһам ҡанатҡайынан ҡайырма!
Теләһәң уттарға һал, һыуҙарға һал,
Иллә мөхәббәттән айырма.
(Абдулхаҡ Игебаев)

О, мөхәббәт! Аҙмы яҙмыштарҙы
Донъя тамуғында яндырҙың.
Аҙмы исемдәрҙе, күккә яҙып,
Мәңгелек йыр итеп ҡалдырҙың.
(Мостай Кәрим)

Мөхәббәтте һорап алмайҙар –
Йөрәк менән генә яулайҙар.
(Риф Мифтахов)

Мөхәббәтһеҙ кеше — иң бәхетһеҙ,
Ул ҡот осҡос мыжыҡ, ҡаяулы,
Ғашиҡтар ҙа әүлиәләр түгел,
Тик мөхәббәт булғас – аяулы.
(Хәсән Назар)

Эй мөхәббәт! Һин дә яҙмыштарҙы,
Юрый ҡыландырған шикелле,
Ҡайһы ваҡыт ҡалай бутайһың бит,
Көҙҙө яҙҙай, яҙҙы көҙ кеүек.
(Самат Ғәбиҙуллин)

Башҡа байлыҡ миңә кәрәк түгел,
Мөхәббәтем – иң ҙур хазина.
Мин йәшәйем икән был донъяла,
Йәшәйем тик һөйөү хаҡына.
(Рафаэль Сафин)

Мөхәббәт ул – йәшлек юлдашы,
Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы.
(Рафаэль Сафин)

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.