10 февр. 2012 г.

Һайлау – 2012

Үҙ фекерегеҙҙе булдырығыҙ

Ил башлығын һайлауға күп ваҡыт ҡалманы. Рәсәй Президенты кем булыр? Кемгә тауыш бирергә? Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай икән?
Ш.Т. Әбдрәхимов, үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары:
Президент һайлауы бик көсөргәнешле буласаҡ. Ваҡыт яҡынлашҡан һайын, был тағы ла нығыраҡ һиҙелә. Шуның өсөн дә беҙҙән ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Кем ҡулына яҙмышыбыҙҙы ышанып тапшырырға? Был үҙебеҙҙән тора. Шуға күрә Президентлыҡҡа кандидаттарҙың һайлау алды программаларын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Кем булһа ла барыбер, тип һайлауға бармай ҡалырға ярамай. Революция яһап ҡына ҡырҡа үҙгәреш индереп булмай, уның өсөн тағы ла 20 йыллап ваҡыт китәсәк. Үткәндәргә һығымта яһап, хәҙерге тормошто сағыштырып ҡарарға кәрәк. Гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләр, “зәңгәр экран”дарҙа барған тапшырыуҙар менән генә танышып ҡалмай, алдынғы ҡарашлы, аҡыллы фекерҙәрҙе лә тыңлап өйрәнергә кәрәк.
Т.Ш. Бикҡолов, район ветерандар советы рәйесе:
Уҙған тормош менән хәҙергеһен сағыштырып ҡарағанда, бөгөн күпкә яҡшыраҡ йәшәүебеҙ шик тыуҙырмай: пенсияны ваҡытында алабыҙ, халыҡҡа төрлө кимәлдәге социаль ярҙам даими күрһәтелә. Шунлыҡтан, илдә барған ошо сәйәсәтте артабан да дауам итергә кәрәк, тип уйлайым.
Буласаҡ Президентҡа теләктәрем дә бар: бигерәк тә ауыл ерендә эш урындары булдырыуға иғтибар бирергә кәрәк. Күп кенә ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар ситкә китеп эшләргә мәжбүр. Был үҙе үк ғаиләне тарҡатыуға килтерә. Урында киң ҡулланыу тауарҙары, аҙыҡ-түлек етештереү производствоһын артабан да үҫтерергә кәрәк. Шәхси эшҡыуарлыҡ алыпһатарлыҡ менән генә сикләнергә тейеш түгел.
Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.