15 февр. 2012 г.

Һайлау – 2012

Президент һайлау – мөһим ваҡиға

Рәсәй халҡын мөһим һайлау көтә – 4 мартта ил башлығын һайлаясаҡбыҙ. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларыбыҙҙы уға әҙерлек барышы менән таныштырыу маҡсатында Баймаҡ районы муниципаль районы буйынса территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Ш.Ш. Моталлапов менән булған әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.

Шәрәфетдин Шәрифулла улы, 4 мартта Рәсәй Президентын һайлаясаҡбыҙ...
Эйе, беҙҙең алда ҙур яуаплылыҡ тора – 4 мартта Президент ҡына түгел, ә үҙ яҙмышыбыҙҙы хәл итерҙәй кеше өсөн тауыш бирәсәкбеҙ. Шуға күрә лә бынан да мөһимерәк һайлауҙың булыуы мөмкин түгел. Рәсәй Президентын элекке кеүек дүрт йылға түгел, ә алты йылға һайлаясаҡбыҙ. Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй Федерацияһы Президенты вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең һуңғы исемлеге билдәләнде. Улар – Владимир Жириновский, Геннадий Зюганов, Сергей Миронов, Михаил Прохоров һәм Владимир Путин.
Ошо уҡ көндә Баймаҡ ҡалаһы ҡала Советына ла депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Баймаҡта 15 һайлау округы ойошторолған һәм уларҙа депутатлыҡҡа 30 кандидат теркәлгән. Бынан тыш 4 мартта Әбделкәрим, Бикеш, Йылайыр, Ишбирҙе, Сибай ауыл биләмәләре ауыл Советтарына ла өҫтәмә депутаттар һайлау үтәсәк.

Быйылғы кампания уҙғандарынан нимәһе менән айырыла?
– “Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау тураһында”ғы федераль Закондың 20-се статьяһына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2011 йылдың 28 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһы Президенты һайлауында тауыштарҙы һанағанда техник саралар – һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланыу тураһында”ғы бойороғона нигеҙләнеп, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы республиканың 178 һайлау участкаһына һайлау бюллетенен эшкәртеү комплексы (КОИБ) урынлаштырырға ҡарар итте. Шул иҫәптән Баймаҡ районында биш участкала: Билалда, Темәстә – икәү, Түбәлә, Ниғәмәттә буласаҡ. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының 2011 йылдың 27 декабрендәге “2012 йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа тауыш биреү биналарында видеокүҙәтеү тәртибе тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, барлыҡ һайлау участкаларында ла видеокүҙәтеү саралары урынлаштырыласаҡ. Республикала был мөһим эште “Башинформсвязь” ААЙ-һы башҡара. Беҙҙең районда ла был сара етди контролгә алынған, билдәләнгән ваҡытҡа улар тулыһынса файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Һайлау кампанияһына әйләнеп ҡайтһаҡ...
Бөтә саралар ҙа Законға ярашлы алып барыла. 18 ғинуарҙан 12 февралгә тиклем ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙ участкаһына килә алмаған һайлаусыларға территориаль һайлау комиссияһынан теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелә башланы.
Теркәүҙән төшөү таныҡлығы ике өлөштән тора: таныҡлыҡ һәм йыртмалы талон. Был шуның менән бәйле: Рәсәй Президенты һайлауы мажоритар система буйынса үтә, йәғни күпселек тауыш йыйыу мөмкинлеге ҡарала. Шуға күрә лә кандидат бөтә һайлаусыларҙың да яртыһынан күберәк тауышын йыйырға тейеш. Әгәр ҙә дөйөм һайлау һөҙөмтәһе буйынса бер кандидат та Рәсәй Федерацияһы Президенты посына һайланмаһа, Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы иң күп тауыш йыйған ике кандидат өсөн ҡайтанан һайлау уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
4 мартта участка һайлау комиссияһына паспорт һәм теркәүҙән төшөү таныҡлығын күрһәтергә кәрәк. Унда йыртмалы талон, ә һайлауҙың икенсе этабы үтә ҡалһа, теркәүҙән төшөү таныҡлығы алына. Таныҡлыҡты юғалтҡан осраҡта, уның күсермәһе бирелмәй. Уларҙы 13 февралдән 3 мартҡа тиклем үҙ һайлау участкаларынан алырға мөмкин. Әле участка һайлау комиссияһы тупланған. Улар әүҙем эш алып бара, һайлаусыларҙың исемлеге аныҡлана.
4 февралдән киң мәғлүмәт сараларында (телевидение, радио, ваҡытлы матбуғатта) һайлау алды агитацияһы башланды. 12 февралдән 17 февралгә тиклем участка һайлау комиссиялары исемлекте дөрөҫләү өсөн саҡырыу ҡағыҙҙары тарата. Һәр кем исемлектән үҙен ҡарап тикшерә ала.
Һүҙ аҙағында инде район халҡына мөрәжәғәт итеп, 4 мартта һәр кемде үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам. Үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ғына түгел, ә тотош Рәсәй халҡының яҙмышын хәл итерҙәй һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел. Рәсәй Федерацияһы Президентына дәғүә итеүселәрҙең һайлау алды программалары менән яҡындан танышып сығырға кәңәш итеп, 4 мартта һәр һайлаусыны участка һайлау комиссияларында көтөп ҡалабыҙ.
Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.