10 февр. 2012 г.

9 февраль—Халыҡ-ара Стоматолог көнө

“Теш врачы – яратып һайлаған һөнәрем”

Был тормошта һәр һөнәр эйәһенең дә тиерлек профессиональ байрамы бар. Календарҙың 9 феврале, йәғни бөгөн, Халыҡ-ара стоматолог көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан беҙ өмөтлө, күптәрҙең яратҡан теш врачы Илдар Ришат улы Ишембәтов менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Илдар Ришат улы, стоматолог булыу теләге һеҙҙә ҡасан уянды?
Юғары класс уҡыусыһы булғанда. Шул мәлдә алдағы тормошоң, һайланасаҡ һөнәрең тураһында ныҡлап уйлана башлайһың бит инде. Беҙ факультетҡа бер иптәшем менән йыйынғайныҡ, ул инә алмағас, хыялынан баш тартты.
Ә һеҙ медицина университеты студенты булып киттегеҙ...
Ҡана һуң шулай еңел булһа (йылмая). Тәүге йыл инә алманым, рабфакта әҙерлек курсында уҡып, икенсе йылына студент булып киттем. Башҡа һөнәргә уҡыу тураһында уй башыма ла инеп сыҡманы.

Уҡыуы ауыр булдымы?
Еңел түгел. Ғөмүмән, медицина университетының бөтә факультетында ла уҡыуы бик ауыр. Был шулай булырға тейештер ҙә, аҡ халатлылар кеше ғүмере һағында тороусылар бит.
Университетты тамамлағас, ҡайҙа эшкә урынлаштығыҙ?
2000 йылда ҡулыма диплом алғас, республика стоматология клиникаһында, бер үк ваҡытта шәхси клиникаларҙа дүрт йылға яҡын эшләнем.
Артабан тәжрибә туплағас, тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайттығыҙмы?
Баймаҡта эшләү хыялы миндә һәр саҡ булды. Өфөлә һине әҙер фатир көтөп тормаһа, ғаиләле кешегә йәшәүе ауыр икәнлеге бер кемгә лә сер түгел. Шулай бер көн тәүәккәлләп Баймаҡҡа ҡайттым. Һәм шәхси клиника асырға әҙерлек эштәрен башланым.
Үҙ эшеңде асыу күп көс талап итә. Һеҙҙә ҡурҡыу тойғолары булманымы?
Юҡ. Эшләргә теләгең, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ булһа, бер ни ҙә ҡурҡыныс түгел. Клиниканы асыу хәстәре бер йылдан ашыу ваҡытты алды. Әммә тыуған яғыма ҡайтып, һөнәрем буйынса үҙ эшемде башлап ебәреү дөрөҫ аҙым булғанлығына көндән-көн нығыраҡ инанам.
Һеҙҙе яратҡан, һеҙҙе генә эҙләп килгән үҙ пациенттарығыҙ бар...
Эйе, уныһы шулай. Тик был кешеләрҙең ышанысын яулау өсөн бик ныҡ тырышырға тура килде. Башлап киткәндә мине бер кем дә белмәй ине бит.
Һеҙ өс балаға бәхетле атай ҙа...
Эйе. Медицина университетының фармакология факультетын тамамлаған, хәҙерге ваҡытта декрет ялында булған тормош юлдашым Эльвира менән өс бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Эльмазға – 12, ҡыҙыбыҙ Элизаға – 6 йәш, иң кескәйебеҙ Элинаға 7 ай. Һәр кем ғаиләһе менән бәхетле булған кеүек, мин дә яҡындарымдан шатлыҡ-ҡыуаныс алып ҡына йәшәйем.
Һеҙгә мөрәжәғәт иткән кешеләрҙең теш һаулығы тураһында ниҙәр әйтә алаһығыҙ?
Бик һуңлап киләләр. Стоматологҡа бит, һуңлағанға ҡарағанда, алдараҡ барыуы хәйерле. Теште дауаларға түгел, һурҙыртырға, ҡуйҙыртырға килеүҙәре үкенесле.
Кеше теше һыҙламаһа ла йылына нисә мәртәбә стоматологҡа күренергә тейеш?
Ярты йылға бер мәртәбә. Был йәһәттән йәштәрҙе маҡтап телгә алып була. Ғөмүмән, яңы быуын вәкилдәре тештәренә үтә иғтибарлы, профилактикалауҙы ла ваҡытында үткәрә. Ата-әсәләренең теш менән нисек ыҙалауҙарын күреп үҫкәнгәлер ҙә, бәлки.
Киләсәккә ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ?
Әлбиттә, эшләргә һәм эшләргә. Балаларыбыҙҙы матур итеп тәрбиәләп аяҡҡа баҫтырырға. Һәр көнөмдөң тик шатлыҡ-ҡыуаныс килтерәсәгенә инанып йәшәйем.
Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.