5 февр. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Абруйлы төҙөүсе һәм етәксе


Был көндәрҙә Ленин исемендәге колхоздың элекке рәйесе Әғзәм Ғәлләм улы Салихов үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Ғүмеренең был данлы артылышын ул бай тормош тәжрибәһе туплаған абруйлы аҡһаҡал булып ҡаршылай. Үткән тормош юлына әйләнеп ҡарап, юбиляр хаҡлы рәүештә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә: үҙенән һуң иҡтисады ныҡлы хужалыҡ ҡалдырҙы (иң мөһиме, эш хаҡы буйынса бер ниндәй бурысһыҙ), ул әле лә алдынғылар рәтендә; ғаиләһенән уңды – хәләле Зөбәйрә Дәүләтҡол ҡыҙы менән оҙаҡ йылдар татыу ғүмер кисерә, ике ҡыҙы менән улдары матур тормош көтә, ун ейән-ейәнсәренә шатланып бөтә алмайҙар; урындағы ветерандар советы һәм район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.

Тормош юлының башында – ҙур (алты бала), берҙәм ғаиләлә алынған әҙәп-тәртип тәрбиәһе, эшһөйәр булып үҫеү, намыҫлы хеҙмәткә өйрәнеү. Эшһөйәр, отҡор малай тәүҙә Үрге Таулыҡай ете йыллыҡ, ә һуңынан Беренсе Этҡол урта мәктәбен уңышлы тамамлай. Мәктәп йылдарынан яҡты иҫтәлек ҡалған. 1958 йылда Әғзәм һәйбәт уҡығаны, каникул мәлендә туған колхозына әүҙем ярҙам иткәне өсөн республика слетында ҡатнаша.
Мәктәпте тамамлағас та тырыш егеткә бригада хисапсыһы бурысын ышанып тапшыралар. Яратып өлгөргән эшен әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас та дауам итә. Тиҙҙән тағы ла яуаплыраҡ ферма мөдире эшен йөкмәтәләр. Был мәлдә Ә.Салиховҡа 22 генә йәш була. Шуға ҡарамаҫтан, етәксе бурыстарын уңышлы атҡара. Бер аҙҙан уны колхоз бухгалтерияһына күсерәләр. Бында ла ул юғалып ҡалмай – мәктәптә алған төплө белеме (бигерәк тә математиканан), зирәк аҡылы, яҡшы хәтере ярҙам итә. Тиккә генә уны бер йыллыҡ бухгалтерҙар курсына ебәрмәйҙәр. Уҡып ҡайтҡас, эшен иҡтисад бүлегендә дауам итә. Артабан ул Таулыҡай комплекслы бригадаһын етәкләй.
Әғзәм Ғәлләм улының хеҙмәт юлында айырата мөһим боролош 1979 йылға тура килә – ул прораб вазифаһына тәғәйенләнә. Был ҙур ышанысты ул тулыһынса аҡлай – үтә яуаплы хеҙмәтте ун алты йыл буйына етәкләй, район кимәлендә абруйлы белгескә әйләнә, хеҙмәт ярышында гел алдынғы була. Һәм ул 1993 йылда район хужалыҡтары прорабтары араһында тәүгеләрҙән «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеменә лайыҡ була. Уның етәкселегендә хужалыҡтың бөтә производство-техник базаһы яңыртыла – һәр төрлө аҙбарҙар, иген таҙартыу комплекстары, оҫтаханалар, гараждар, тирмән, контора, ашхана, башҡа объекттар төҙөлә. Социаль мәсьәләләр ҙә онотолмай: һәр ауылда типовой мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, электр линиялары, юлдарға, урамдарға асфальт түшәү, белгестәр өсөн өйҙәр.
2001 йылда колхоз үҙ көсөнә Таулыҡай ауылында өсөнсө мәсет төҙөнө. Ауыр заманда мәсет ҡайғыһымы ни, тип уйлаусылар булды. Әммә Ә.Ғ.Салихов һис икеләнмәне: “Хужалыҡ ауылдары бөтәһе лә төҙөк, матур, ә мәсеттәр иһә уларға тағы ла күркәмерәк төҫ бирә. Иң мөһиме, улар ауыл халҡының рухи үҫешенә булышлыҡ итә, иман нурын тарата. Хәҙер беҙҙә эскелек кәмей, тәртип нығына бара. Ҡыҫҡаһы, беҙ халыҡ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, уның киләсәген уйлайбыҙ”.
Кире һүҙ ағышына ҡайтайыҡ. 90-сы йылдар башында прораб эшен колхоз рәйесе урынбаҫары бурыстары менән бергә алып барыусы Ә.Ғ.Салиховҡа бер нисә тапҡыр хужалыҡты етәкләргә тәҡдим итәләр. Ләкин ул, юғары белемле белгестәр эшләһен тип, баш тартып килә. Шул уҡ ваҡытта колхозда тәртип ҡаҡшай, ул бөлә, тарҡала башлай. Бына ошо хәлдә, 1995 йылдың июнь айында, Әғзәм Ғәлләм улы рәйес була ла инде.
Яңы етәксе хужалыҡты тарҡатмау, һаҡлап алып ҡалыу өсөн бар көсөн, һәләтен һала. Иң төп шарт – колхозсыларға эш хаҡын ваҡытында түләп барыу, тип иҫәпләй рәйес. Шунһыҙ уларға тейешле талап ҡуйып, хеҙмәт тәртибен нығытып булмай. Колхоздың матди-техник базаһы һаҡлап ҡалынды, үҫемлекселек тармағына айырата иғтибар бирелде, уның нигеҙендә малсылыҡ та үҫте. Тиҙ арала баҙар иҡтисады талаптарына яраҡлаштылар. Иген менән һөткә генә ҡарап торманылар, төҙөлөш тә барҙы, сусҡа, һарыҡ, йылҡы ла үрсетелде, йөн тетеү, быйма баҫыу, сана эшләү көйләнде, тирмән дә файҙа килтерҙе.
Хужалыҡ етәксеһе бурыстарын үтәү үтә лә ҡатмарлы, шуға күрә күптәр пенсия йәшенә еткәнсә эшләй ҙә алмай. Һәр хәлдә Ә.Ғ.Салихов – үҙ колхозында пенсионер дәрәжәһенә еткән тәүге рәйес, оҫта, аҡыллы етәксе булараҡ, ҙур абруй-хөрмәт ҡаҙанды.
Мин бер ҡасан да карьера артынан ҡыуманым, дан-шөһрәткә ынтылманым, эш һайлап йөрөмәнем – ҡайҙа ебәрһәләр, шунда барҙым, – тип һөйләй юбиляр. – Намыҫ ҡушыуы буйынса йәшәргә тырыштым, бар хәлемсә халыҡҡа тоғро хеҙмәт иттем. Шуға ла миңә ышандылар (күп тапҡыр ауыл һәм район Советтары депутаты булдым), минең һүҙгә ҡолаҡ һалдылар, башланғыстарымды хупланылар, һәр саҡ ярҙам иттеләр. Ҡыҫҡаһы, яҙмышым менән ҡәнәғәтмен.
...Үҙ тормошонда Әғзәм Ғәлләм улы Салихов матур эҙ ҡалдырған: төҙөүсе булараҡ – күп һанлы ҡоролмалар, төҙөк ауылдар, етәксе булараҡ – киң тармаҡлы, ныҡ хужалыҡ һәм, иң мөһиме, ҙур йөрәкле шәхес булараҡ – кешеләр күңелендә рәхмәт һәм хөрмәт тойғолары.
Рәшит Үтәев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.