10 февр. 2012 г.

Матур ғаилә — ил күрке

Мөхәббәт нурҙарына сорналып

Самауыр янында сөкөрҙәшеп сәй эскән бәхетле парға ҡарап, һоҡланып туя алманым. Матур ғаилә – ил күрке... Бына кемдәр тураһында әйтелгән был аҡыллы һүҙҙәр.
Лүзә Сибәғәт ҡыҙы һәм Рәшит Тәхәү улы Яҡшыбаевтар бынан илле йыл элек булған ваҡиғаларҙы шундай күңел йылылығы, бер аҙ һағыш менән хәтеренә алды.

Ҡыҙҙарҙың йөрәген яндырған, күрмәлекле, аҡыллы Рәшит Яҡшыбаев әрмелә хеҙмәт иткән саҡта (унда ла ул иң яҡшылар рәтендә була), Муллаҡай ауылына йәш, сибәр фельдшер эшкә килә. Уның һылыу ғына түгел, ә иҫ киткес уңған, миһырбанлы булыуын күргән Рәшит Тәхәү улының ағаһы: “Тәк, был фельдшер беҙҙең килен буласаҡ!” – тип белдерә. Ағай кешенең һүҙҙәре фәрештәләрҙең “амин” тигән сағына тура килә. Йәштәр танышҡас та бер-береһен оҡшата. Тик әрменән белемгә һыуһап ҡайтҡан егет Өфөгә ауыл хужалығы институтына уҡырға инә. Шулай ҙа бер мәл, каникулы тамамланырға ике көн генә ҡалғанда, ул һөйгәненә тәҡдим яһай.

Йәштәр кейенеп-яһанып, яҙылышыр өсөн ауыл советына китеп барғанда, дүрт ауылды ҡараған Лүзә Сибәғәт ҡыҙын ашыҡтыра-ашыҡтыра ауырыу янына алып китәләр. Рәшит Тәхәү улы яңғыҙы ғына барып, никахтарын теркәтә. Ҡаушап ҡалған йәш ир кәләше өсөн ғариза тултырғанда уның ҡыҙ фамилияһында ҡалыуына имзаһын ҡуя. Лүзә апай ваҡыты-ваҡыты менән: “Миңә фамилияһын бирмәне, ғүмер буйы Усманова булып йәшәйем”, – тип шаяртып та ала.
Уҡыуын тамамлағас, Рәшит Тәхәү улы “Ҡыҙыл Октябрь” колхозында баш зоотехник булып эшләй. Йәш парҙың бер-береһен көнө буйы күрмәгән саҡтары йыш була. Кәрәк саҡта Лүзә апай төнөн дә ауырыуҙар янына сығып йүгерә. Тормош иптәше ауылдан-ауылға йөрөп, арып-талып ҡайтҡан ҡатынын йәлләһә лә, уның хеҙмәтенең халыҡ өсөн ни тиклем мөһим, кәрәкле булыуын аңлай. Уның ҡарауы Рәшит Тәхәү улының туғандары ҡайһы саҡта: “Кит, йәнең юҡтыр һинең, шундай сибәр кәләшеңде ҡыҙғанмайһың!” – тип уйынлы-ысынлы шаяртып та ала. Лүзә апай иһә ҡышҡыһын уны нисек бүре баҫтырыуы, арып йоҡлап китеү сәбәпле ат арбаһынан төшөп ҡалып, хатта уянмауы ла, ауылда ҡатындарға бала табыу өсөн койка булдырыуы һ.б. тураһында һағынып хәтерләй.
Үҙ эшенең оҫтаһы, принципиаль, талапсан Рәшит Тәхәү улы район зоотехнигы, артабан “Йылайыр” совхозында баш зоотехник булып эшләй. 1981 йылда район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы, унан тоҡомсолоҡ предприятиеһы начальнигы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Р.Т. Яҡшыбаевты район ғына түгел, ә республика кимәлендә яҡшы беләләр. Күңелендә ябай ауыл малайы булып ҡалған Рәшит ағай хеҙмәтендәге ҙур-ҙур ҡаҙаныштары тураһында бөтөнләй һөйләргә яратмай, бихисап наградаларын да таҡмай. Улар араһында “Почет билдәһе” ордены, “Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы”, “Хеҙмәт ветераны”, төрлө юбилей миҙалдары һ.б. бар. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәренең Почет грамоталарын һанап бөтөрөрлөк түгел.
Баймаҡ дауаханаһының терапия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы, район фельдшеры булып эшләгән Лүзә Сибәғәт ҡыҙының “Оҙайлы йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” һ.б. миҙалдары, маҡтау ҡағыҙҙары уның лайыҡлы, үрнәкле хеҙмәт юлын дәлилләй. Уның шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле ҡатын һәм әсә булыуы, тел йоторлоҡ аш-һыу әҙерләп өлгөрөүе үҙе һоҡланыуға лайыҡ.
Яҡшыбаевтар Альбина, Ришат, Әлмира исемле аҡыллы балалар тәрбиәләп, үҙаллы тормошҡа ныҡлы ҡанат бирә. Уларҙың барыһы ла юғары белемле, үҙ өлкәһендә танылыу һәм маҡталыу тапҡан билдәле кешеләр.
Рәшит ағай һәм Лүзә апай ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, уларға тормош өлгөһө булып, дингә инанып йәшәй. Рәшит Тәхәү улы үҙенең хаж ҡылыуын ғүмеренең иң бәхетле мәле тип һанай.
Рәшит ағай һәм Лүзә апайҙың сабыр һәм аҡыллы йылмайыуы, тылсымлы ҡулдары менән ҡот уйнатҡан йорттарында Мөхәббәт хакимлыҡ иткәне һиҙелеп тора. Эйе, ярты быуат иңгә-иң терәшеп, тормоштоң ҡыуаныстарын ғына түгел, ә көйөнөстәрен дә бергә кисерә алған парҙар бик һирәк. Ғаиләһенең генә түгел, ә заманында иңдәренә ил хәстәрен дә алған Яҡшыбаевтарҙың һәр көнө ҡояшлы булыуын, хөрмәтле ағинәй һәм аҡһаҡалды ел-ямғырҙар урап үтеп, бәхет нурҙарына сорналып йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.