29 февр. 2012 г.

Һорау—яуап

Алтын тапһаң...

Кеше хазина тапһа, уны дәүләткә тапшырырға тейешме? Бының өсөн уға күпме түләнә? Юғиһә, “ерҙәге бар байлыҡ—Хөкүмәттеке” тип тартып алалар, тиҙәр. Кемдер 25 процентын ғына бирәләр, ти. Улай булғас, алтын йәки башҡа төрлө хазинаны тапшырыуҙан ябай халыҡҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡмы ни?

Һорауға район прокурорының өлкән ярҙамсыһы И.З. Рәхмәтуллин яуап бирә:
Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ Кодексының 233-сө статьяһына ярашлы, ергә күмелгән йәки башҡаса йәшерелгән аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр хазина тип атала.

Хазина кемдең ер бүлемендә табылған, шул кешенеке тип иҫәпләнә. Әгәр кемдер икенсе граждандың ерендә ҡиммәтле әйберҙәр тапһа, улар килешеү төҙөп, уны бүлешеп алыуы мөмкин. Шул уҡ ваҡытта сит кешенең ерендә хазина тапҡан кеше уны эйәһенә мотлаҡ бирергә тейеш икәнлеген онотмағыҙ.
Шулай итеп, әгәр участкағыҙҙа ер ҡаҙып йөрөп, ҡиммәтле әйберҙәр табып алһағыҙ, уның 25 проценты ғына түгел, ә барыһы ла һеҙҙеке була. Әммә табылған хазина тарихи йәки мәҙәни ҡомартҡыларға инһә, улар мотлаҡ дәүләткә тапшырылырға тейеш. Был осраҡта ҡомартҡыларҙы тапҡан кешегә йәки ер бүлеме хужаһына уның 50 проценты түләнә. Маҡсатлы рәүештә хазина табыу өсөн йәлеп ителгән эшселәргә был ҡағылмай. Ҡомартҡыларҙың хаҡын музей хеҙмәткәрҙәре билдәләй.
Хазина табыу теләге менән тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡыларға зыян килтереүселәр РФ Енәйәт Кодексының 243-сө статьяһы буйынса хөкөм ителә.
Хазинаны тапҡан кеше уны үҙенә ҡалдырһа, ул һалым түләргә бурыслы. Әгәр инде ҡиммәтле әйберҙәрҙе дәүләт милкенә тапшырһа, уға аҡсалата бүләкләү бирелә һәм унан һалым түләтелмәй.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.