20 февр. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

Бейеү өйөрмәһендәге тормош

Күсей ҡыҙы Гөлзифа Әхмәтова «Ирәндек» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә егерме йылдан ашыу ғүмерен арнаған. Сәнғәттең был төрөнә ғашиҡ ҡыҙыҡай тәүге тапҡыр Баймаҡ интернат-мәктәбенең балалар бейеү коллективы менән сәхнәгә сыға. Интернатты тамамлағас, 1974 йылда тыуған ауылы Күсейгә ҡайтып, мәктәпкә китапханасы булып эшкә урынлаша. Уны шунда уҡ “Ирәндек” совхозының бейеү ансамбленә саҡыралар. Ике йылдан Гөлзифа Әҙеһәм ҡыҙын Басай мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп күсерәләр. Унда бер йыл эшләгәндән һуң ул Төркмән мәктәбенә өлкән пионервожатый булып килә. Талантлы ҡыҙҙы район мәҙәниәт йортона эшкә алалар. 1982 йылдан Гөлзифа Әхмәтова “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы була. Ансамбль менән уға республикабыҙҙың ауыл-ҡалаларында ғына түгел, Мәскәү, Красноярск, Магнитогорск, Свердловск ҡалаларында, хатта Германия, Бельгия, Италия сәхнәләрендә бейергә, халыҡ-ара фольклор фестивалендә ҡатнашырға насип була. Тамашасылар ул башҡарған “Кәкүк”, “Ҡыҙҙар Байығы”, “Бөрйән ҡыҙы”, “Заһиҙә” һ.б. бейеүҙәрҙе яратып ҡабул итә, ихлас алҡышлай.

Мәҙәниәт бүлегенең секретарь-машинисы, бейеүсе булыуҙан тыш, Гөлзифа ханым 58-се һөнәрселек училищеһында, Баймаҡ лицей-интернатында бейеү түңәрәктәре алып барырға өлгөрә. Ул етәкләгән балалар бейеү коллективтары район һәм ҡала конкурстарында йыш ҡына призлы урындарға эйә булды.
Гөлзифа Әҙеһәм ҡыҙы 1991 йылдан халыҡ ижады үҙәгендә сәхнә кейемдәре бүлеге мөдире булып эшләй. Ул репетиция һәм концерттар, спектаклдәр ваҡытында артистарҙы тейешле кейемдәр менән тәьмин итә, “Баймаҡ” халыҡ кәсептәре үҙәгендә, ательела яңыларына заказ бирә, рәссам-биҙәүсе менән берлектә эскиздар эшләй. Үҙенең эшенә ижади ҡарай, артистарға кейем һайларға ихлас ярҙам итә, матур кәңәштәрен дә еткерә.
Әлеге ваҡытта Гөлзифа апай 105-се һөнәрселек лицейында бейеү түңәрәктәре алып бара. Район сараларында, юбилей кисәләрендә үҙе лә ихлас сығыш яһай. Йәш бейеүселәр төрлө һорауҙар менән уға йыш мөрәжәғәт итә.
Гөлзифа ханым хәстәрлекле әсәй ҙә – ҡыҙы Гөлсиәгә матур тәрбиә бирҙе. Ул да әсәһенең юлын дауам итеп, музыкант һөнәрен һайланы. Сибай ҡалаһында сәнғәт училищеһын тамамланы, артабан БДУ-ның Сибай институтында музыка бүлегендә уҡыны. Бөгөн Гөлзифа ханымды Ильяс исемле ейәне ҡыуандырып, уға оҡшатып бейеп маташа. Ҡыҙы Гөлсиә менән кейәүе Руслан да бейеүсе улдарына ҡарап һоҡланып туя алмайҙар.
Оҙаҡ йылдар ижади эшмәкәрлеге, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө һәм ҡала-районыбыҙҙың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Гөлзифа Әхмәтова бихисап Маҡтау ҡағыҙҙарына, Бөтә Союз һәм республика конкурстарының дипломдарына, Башҡортостан Республикаһы Президенты, мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хатына һ.б. лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә Гөлзифа ханым үҙенең 55 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уға был матур ғүмер байрамында ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, ҡурай моңондай оҙон һәм бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ.
Сулпан Ирназарова,
халыҡ ижады үҙәге методисы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.