15 февр. 2012 г.

Уҙамандарға ҡәҙер һәм хөрмәт

Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып…”

Беҙ, яҡташтарығыҙ, Һеҙҙе йыраусы, виртуоз ҡурайсы, баянсы, мандолинасы, көйҙәр ижад итеүсе йырсы, музыкант, йәш ҡурайсыларҙы тәрбиәләүсе педагог, сәнғәт коллективтарының етәксеһе тип беләбеҙ. Һеҙҙең тормошҡа, йыр-моңдарыбыҙға оло мөхәббәт тойғоһон һаҡлауығыҙ, ихтыяр көсөгөҙ, ташып, эркелеп торған дәртегеҙ һәм эшсәнлегегеҙ һәр кемебеҙҙә хөрмәт һәм һоҡланыу тыуҙыра. Ә бит ете тиҫтә арауығындағы ғүмер юлығыҙ таҡыр ғына булмағандыр. Ауыр һуғыш йылдарына тура килгән бала сағығыҙ, биш йәштә генә төҙәтә алмаҫ бәхетһеҙлеккә тарыуығыҙ күңел яраларын тәрәнәйтә барғандыр. Әммә һеҙ, Прометей шикелле, кешеләрҙе яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа әйҙәнегеҙ, тау шишмәһе кеүек ташып сыҡҡан көслө бәрхәт тауышығыҙ, милли моңоғоҙ менән бейеклектәргә саҡыраһығыҙ.

Үҙегеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында 15 йәшегеҙҙә үк Мәскәүҙә үткән Бөтә донъя фестивалендә Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдығыҙ, 60-сы йылдарҙа Баймаҡта, 1985 йылда Бәләбәйҙә башҡорт фольклор түңәрәктәрен ойоштороп, Бөтә Союз халыҡ ижады фестиваленең лауреаты исемен яуланығыҙ.
Һеҙҙең тормош юлығыҙ үҙҙәренең һәләтен иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған йәштәр өсөн үтә лә фәһемле. Йәштәргә моң һәм йырға тоғролоҡ өлгөһө булып тораһығыҙ.
Һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, тик шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған яҡты көндәр теләйбеҙ.
Һеҙ йырлағыҙ, Һеҙ уйнағыҙ!
Туң йөрәкле, боҙ күңеллеләр ҡалмаһын, донъя нәфислеккә, йыр-моңға төрөнһөн, үҙенә гел генә саҡырып, әйҙәп торһон!
Һеҙҙең йырҙарығыҙ, моңдарығыҙ башҡорттоң яҡты һәм көслө рухиәтенә оло бер мәдхиә булып яңғыраһын!”
Ошо юлдар хөрмәтле яҡташыбыҙ, үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләүсе композитор, ҡурайсы, һәләтле баянсы Булат Һиҙиәт улы Еникеевҡа арналды. Район хакимиәте башлығы исеменән яҙылған тәрән йөкмәткеле ошо хатты һәм бүләкте юбилярға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин тапшырҙы. Юбилейға арналған кисә Өфө ҡалаһының матур залына баш ҡалабыҙҙа йәшәгән күренекле яҡташтарыбыҙҙы йыйҙы. Оҙаҡ йылдар Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән Булат ағай бөтә ғүмерен балаларҙы ижад серҙәренә өйрәтеүгә бағышлаған. Уның ныҡышмалылығы арҡаһында башҡорт лицей-интернаты асылған, башҡорт мәҙәниәтен, телен үҫтереү өсөн бик күп матур саралар үткәрелгән. Бәләбәйҙәр яҡташыбыҙҙы бик хөрмәт итә, унда ул күп дуҫтарын тапҡан. Бәләбәй районы һәм ҡалаһы хакимиәте исеменән ҡотлау бүләген тапшырғанда, бәләбәйҙәр “ул күптән беҙҙеке инде”, тип яҡын күреп һөйләнеләр. Был сара Өфөлә йәшәгән яҡташтар берлеге рәйесе – республиканың перинаталь үҙәге директоры Фирғәт Байрамғолов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариаты етәксеһе Зөфәр Еникеев, Башҡортостан Хөкүмәтендә ЮНЕСКО-ның яуаплы белгесе Буранбай Күсәбаевтарҙың тырышлығы менән юғары кимәлдә үтте. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Рәшиҙә Туйсина, Мәҙәниәт министрлығы белгесе Алһыу Сирғәлина, Йәштәр театры директоры Ринат Ишмуллин, БР буйынса Ер аҫтын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов һәм башҡалар үҙҙәренең сығышында Булат ағайҙы ихлас ҡотланылар. Кисәне алып барыусы Әмин ауылы егете, йор телле Наил Юнысов ҡунаҡтарҙан юбилярҙың иң-иң яҡшы сифаттарын һанауҙарын һораны. Барыһы ла бер тауыштан: “Талантлы!” – тип әйтте. Ә мин илһөйәр, телһөйәр тип тә өҫтәр инем. Булат ағай: “Барлыҡ яҡташтарыма, Баймаҡтағы мине белгән таныштарыма, туғандарыма, дуҫтарыма сәләм әйтегеҙ. Һәр ваҡыт мине ҡурсып, ярҙам итеп торған яҡташтарыма, ошо кисәне үткәреү өсөн матди ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Илшат Хәмит улына һәм миңә бүләк ебәргән Диниә Асыловаға рәхмәт. 50 йәшемә Илшат Хәмит улы ат бүләк иткәйне, шул атты мин Бәләбәй балалар йортона тапшырҙым. Күп ярыштарҙа еңеү яулап, балаларҙы ҡыуандырҙы ул. Шуныһы үкенесле: яҡташтарыма ғына әллә ни файҙам теймәне, яҙмыш минең ризыҡтарымды ситкә ташланы, күп хеҙмәтем икенсе районға бағышланды”, – тине.
Бары оло йөрәкле, көслө шәхестәр генә шулай мәҙәниәтле булаларҙыр инде. Булат Еникеев республикала танылған композитор, уның “Ваҡыт” йыры ғына ни тора! Һәр кем йөрәгенең иң нескә ҡылдарын сирттергән, һәр һүҙе күңелгә барып еткән йыр ул. Әйткәндәй, кисәлә ошо йырҙың һүҙҙәрен яҙған шағирә Хәлисә Мөҙәрисова ла ҡатнашты.
Бөгөн Булат Һиҙиәт улы Өфөлә йәшәй. Күҙҙәре ҡояш нуры, көн яҡтыһын күрмәһә лә, кешеләрҙең күңел яҡтылығын тойоп, республика мәҙәниәтен яңы йырҙар менән байытып ғүмер итә. Төшөнкөлөккә, өмөтһөҙлөккә бирелмәй, киреһенсә, йор һүҙе, тынғыһыҙ холҡо менән кешеләргә дәрт өләшә.Тормошто, донъяны яратыуҙан яралған йырҙары йәшәүгә көс, дәрт, дарман өҫтәй, донъяның фанилығын иҫкәртә. “Секундтарҙы ғына, минуттарҙы ғына, ваҡыттарҙы булмай туҡтатып…”.
Ошо кисәлә ҡатнашҡандан һуң был йырҙың тағы бер юлын дауам итке килә: “Бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен беләйек. Ваҡыттарҙы булмай туҡтатып…”
Данлы яҡташыбыҙҙы тыуған яҡтарында ла онотмаһаҡ һәм ҡәҙерләһәк ине.
Луиза Дәүләтшина, китапхана директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.