3 февр. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Ветеринария хеҙмәте нисек эшләне?

Йыл башында үткәндәргә баһа биреү, ағымдағыһына уй-ниәттәр билдәләү, проблемаларҙы асыҡлау йолаһы бар йәмғиәттә. Баймаҡ районы һәм ҡалаһының ветеринария станцияһы начальнигы А.А. Иҫәнов менән ойошторолған диалогта беҙ был хеҙмәттең уҙған осорҙағы эшмәкәрлегенә байҡау яһарға, райондағы эпизоотик һәм ветеринар-санитар хәлде баһаларға тырыштыҡ.

Арслан Айҙар улы, уҙған хужалыҡ йылы райондың ветеринария хеҙмәте өсөн нисек булды, ниндәй эштәр бойомға ашырылды?
Уҙған осорҙа райондың ветеринария хеҙмәте һөҙөмтәле эшләне. Эпизоотик һәм ветеринар-санитар именлекте тәьмин итеү буйынса мәсьәләләр тулыһынса үтәлде.
Йыл дауамында ветбелгестәр тарафынан һыйыр малынан лейкоз һәм бруцеллез, йылҡынан маңҡа ауырыуы, инан, ҡасырыу сире, бруцеллез ауырыуҙарын тикшереү өсөн ҡан алыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Йыл башынан лейкозға 27360 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 5057 йәш мал тикшерелгән. Шәхси сектор өлөшөнә 23564 баш тура килә. Тикшерелгән малдың 75 башы (0,27 процент) сирле тип табылды. Шуларҙың 59-ы – йәмәғәт секторында, 16-һы – шәхси ихатала. “Йылайыр” (26 баш), “Уңыш” (27 баш), “Богачевка” (3 баш), “Октябрь” (2 баш), “Рассвет” (1 баш) хужалыҡтарында лейкоз буйынса хәл яҡшынан түгел. Шулай уҡ Йылайыр зонаһында (Урғаҙа, Сосновка, Покровка, Комсомол, Ҡарамалы, Байыш) ситуация ҡатмарлы булып ҡала. Аҡморон, Сәйғәфәр һәм Әмин ауылдарында был сирҙең артыуы күҙәтелә.
Бруцеллезға 35011 баш һыйыр малы тикшерелде, ғөмүмән, был ауырыу буйынса район имен төбәктәрҙән һанала.
Йылҡы малын тикшереү 105 процентҡа үтәлде, бөтәһе 3166 баш йәлеп ителде.
2011 йылда себер язваһына ҡаршы 60147 баш һыйыр малына прививка эшләнде, шул иҫәптән 15330 баш йәш малға һәм 8125 йылҡыға. 40128 баш йәш малға эмкарға ҡаршы прививка яһалды. 30247 һыйыр малына ҡарата уҡраға ҡаршы эшләнде.
Ҡотороҡ һәм эхинококкоз ауырыуҙары буйынса хәл киҫкен тора, буғай...
Эйе, ҡотороҡ сиренә ҡаршы бөтә профилактик саралар үткәрелә. Былтыр бындай осраҡ Ленин исемендәге АХК-ла, Беренсе Этҡолда һәм “Аҡморон” АХК-һында теркәлде. Ауырыуҙың төп сәбәптәре булып төлкөләр һәм ҡарһаҡтар һанала. Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә малдарҙың ауырыу осраҡтары кәметелде. Бөгөн профилактик вакцинация өсөн кәрәкле вакцина күләме бар.
Эхинококкоз сире лә хәүефле. Был ауырыуҙан кешеләрҙең дә ҡаза күреүе ҙур борсолоу тыуҙыра һәм ундай сирлеләрҙе операция ярҙамында ғына һауыҡтырырға мөмкин. 2011 йылда, мәҫәлән, 14 кеше ошо ауырыуға дусар булды, шуның 90 проценты тиерлек 3-18 йәшлек балалар. Быйыл ғинуарҙа иһә 2 кешенең сирләүе теркәлде.
Былтыр ветеринария хеҙмәте йылҡы һәм һыйыр малын тамғалау һәм биркалау эшен әүҙем башлап ебәргәйне. Был эш ҡасан тамамланасаҡ?
Бөгөн беҙҙең райондың бөтә төр хужалыҡтарында 39020 баш һыйыр малы һәм 8056 йылҡы аҫрала. Шәхси сектор иҫәбенә 27329 һыйыр малы һәм 5800 йылҡы тура килә.
Мал көтөү мәсьәләһенең ошоғаса тейешенсә хәл ителмәүе арҡаһында йылҡы, һыйыр малының ауыл хужалығы предприятиеларына, КФХ-ларға, тәбиғәт ресурстарына ниндәй ҙур зыян килтереүе күптәргә мәғлүмдер. Был хаҡта район гәзиттәрендә әленән-әле хәбәрҙәр баҫыла, район кимәлендә төрлө ҡарарҙар ҡабул ителә. Быйылдан ветеринария хеҙмәте былтыр башланған йылҡыларҙы тамғалау һәм һыйыр малын биркалау эшен дауам итәсәк. Шәхси ихата һыйыр малына төрлө төҫтәге, ә йәмәғәт малына тик һары төҫтәге биркалар ҡуйыласаҡ. Йылҡы малына иһә ауыл хакимиәтенә ҡарап айырым тамғалар һуғыласаҡ. Баймаҡ ҡалаһы йылҡыларына – 01, Беренсе Этҡолдоҡона – 02, Әбделкәримдекенә – 03, Аҡморондоҡона – 04, Бикештекенә – 05, Билалдыҡына – 06, Йылайырҙыҡына – 07, Ишбирҙенекенә – 08, Ишмырҙаныҡына – 09, Ишмөхәмәттекенә – 10, Ҡолсораныҡына – 11, Күсейҙекенә – 12, Мерәҫтекенә – 13, Моҡастыҡына – 14, Ниғәмәттекенә – 15, Семеновскиҙыҡына – 16, Сибайҙыҡына – 17, Таулыҡайҙыҡына – 18, Татлыбайҙыҡына – 19, Темәстекенә – 20, Түбәнекенә – 21, Йомаштыҡына – 22, Яраттыҡына 23 тамғаһы ҡуйыласаҡ. Был иһә аҙып-туҙып йөрөгән малды асыҡлау һәм хужаларын ваҡытында административ яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Һуңғы йылдарҙа йәмәғәт секторында һәм шәхси ихаталарҙа мал һанының кәмеүе күҙәтелә. Бының сәбәптәре нимәлә?
Ысынлап та, ауыл хужалығы предприятиеларында ла, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа ла һуңғы бер нисә йылда мал һаны кәмене. Бының сәбәптәре һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡҡа һәм хужалыҡтарҙа мал һанының күпләп үлеүенә бәйле. Һыйыр малының күпләп үлеүе былтыр “Йылайыр” (124 баш), “Уңыш” (73), “Байҡара” (67), “Рассвет” (58), “Аҡморон” (56), Ленин исемендәге (55) хужалыҡтарҙа күҙәтелде. Йылҡының үлеме буйынса “Йылайыр” (23), “Уңыш” (17), “Союз” (8) хужалыҡтары “алдынғылыҡты бирмәй”.
Быйылғы осорға райондың ветеринария хеҙмәте үҙ алдына ниндәй бурыстар ҡуя? Ниндәй мәсьәләләрҙе тәү сиратта хәл итеү талап ителә?
Быйыл малды яҙ эшкәртеү осоронан алып хайуандарҙан ҡан алыуҙа вакуумлы ысул ҡулланыуҙы ғәмәлгә индерәсәкбеҙ. Сөнки вакуумлы пробиркалар герметик йәһәттән ныҡ булыуы, ярылмауы, стериллеге менән отошло. Шул уҡ ваҡытта вакуумлы системалар ярҙамында ҡан алыу малда стресс һәм киҫкен хәл тыуҙырмай.
Быйыл ветеринария өлкәһендә тағы бер яңылыҡ индереләсәк – һәр шәхси хужалыҡтың үҙ ветеринар амбулатор картаһы буласаҡ. Амбулатор карта малдың төп документы тип һанала. Унда бөтә мәғлүмәт: мал, ҡош-ҡорт һәм эттәрҙең һаны, ҡушаматы, төҫө, енесе, йәше күрһәтеләсәк; ветеринар эшкәртеүҙәр, диагностик тикшереүҙәр һәм уларҙың һөҙөмтәләре, һуйыу һәм һатыу тураһында барыһы ла яҙыласаҡ. Шуныһын иҫтә тотоу мөһим: амбулатор карталары булмағандарҙың малына ветеринар тикшереүҙәр һәм уларҙы дауалау үткәрелмәйәсәк; малды һуйған һәм һатҡан осраҡта ветбелешмәләр бирелмәйәсәк. Тимәк, был мәсьәләгә яуаплы ҡарарға кәрәк.
Ғөмүмән, хужалыҡ етәкселәре, ветеринария белгестәре, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар ветеринария мәсьәләләрен даими иғтибар үҙәгендә тоторға, был эштә өҫтә телгә алып үтелгән яңы перспектив алымдарҙы ҡулланырға тейеш. Шул саҡта ғына беҙ бар өлкәләрҙә лә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшә алырбыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин әңгәмәләште.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.