29 февр. 2012 г.

Дәүләт ярҙамы

Яғыулыҡҡа хаҡтар арзанайтылды

Билдәле булыуынса, ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә дәүләт тарафынан йылдың-йылы маҡсатлы ярҙам күрһәтелә. Бындай хәстәрлектән, әлбиттә, беҙҙең район аграрийҙары ла ситтә ҡалмай. Быйыл да ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнгән шәхси предприятиеларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙам бүлергә ҡарар итте. Был, иң беренсе сиратта, яҙғы баҫыу эштәрен тейешле кимәлдә ҡаршы алыу һәм үткәреү һәм атап үтелгән милекселек формаларына яғыулыҡ-майлау материалдарына һатып алыу хаҡтарын арзанайтыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Март, апрель, май һәм июнь айҙарында ауыл хужалығы эштәрен атҡарыу өсөн республика аграрийҙарына яғыулыҡ-майлау материалдарын һатып алыу хаҡтары кәметелде. Әгәр ҙә бөгөн дизель яғыулығының 1 тоннаһы 33 мең һум торһа, яҙғы баҫыу эштәре осоронда ул атап үтелгән милекселек формаларына 17 мең һумдан артмаясаҡ. Был хаҡтар сәсеүлектәрҙе химик утау эштәре осоронда ла үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Әйткәндәй, беҙҙең районға быйыл льготалы хаҡ менән 1410 тонна дизель яғыулығы, 65,2 тонна автобензин бүленәсәк.
Р. Рәхмәтуллин,
Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенең
үҫемлекселек буйынса директор урынбаҫары.


Субсидиялар бирелде

Үткән аҙнала “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре тарафынан БР Ауыл хужалығы министрлығы приказы нигеҙендә 2011 йыл өсөн тибен йылҡысылығына һәм һарыҡсылыҡҡа субсидиялар биреүгә заявкалар ҡабул ителде. Бөтәһе 3867 баш тибен аты, 1045 баш һарыҡ теркәлде. Хәҙер бер йылҡыға Рәсәй Федерацияһы бюджетынан – 200, Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 580 һум субсидия бүленә. Быйылдан башлап һарыҡсылыҡҡа ла иғтибар артты: бер һарыҡ башына РФ ҡаҙнаһынан – 100, БР ҡаҙнаһынан 340 һум субсидия биреләсәк. Уны алыу өсөн документтар БР Ауыл хужалығы министрлығына тапшырылды, субсидия март урталарында көтөлә. Әйткәндәй, беҙҙең райондың тибен йылҡысылығы – 2 млн 886 мең, һарыҡсылыҡ тармағы 330 мең 440 һум аҡса аласаҡ. Күреүебеҙсә, бөгөн һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнеү ҙә отошло. Әммә бындай дәүләт ярҙамына шәхси ярҙамсы хужалыҡтар түгел, ә рәсми рәүештә теркәлеү үткән һәм даими отчет биреп барған ауыл хужалығы предприятиелары, КФХ-лар, ШП-лар ғына өмөт итә ала.
Ф. Баййегетов,
үҙәктең белгес-эксперты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.