3 февр. 2012 г.

Конкурстар

“Йыл уҡытыусыһы-2012”

Үткән аҙна мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн үтә лә ҡыҙыу булды: 25 – 27 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың 2-се мәктәбендә “Йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсы үтте. Уны мәғариф бүлеге начальнигы Ринат Ильясов асып, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Жюри составы менән таныштырғандан һуң, сәхнәгә 23 ҡатнашыусы сыҡты. Улар араһында 7 башланғыс класс, 4 рус теле һәм әҙәбиәте, 3-әр башҡорт теле һәм әҙәбиәте, математика, 2-шәр инглиз теле, тарих һәм Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, 1-әр биология һәм рәсем дәрестәре уҡытыусылары бар ине. Тәүге көндә конкурсанттар инновацион педагогик проекттарын тәҡдим итте, 26-һында ҡаланың төрлө мәктәптәрендә дәрес күрһәтте, үҙҙәре үк дәрескә анализ яһаны, класс сәғәттәре үткәрҙе. Беренсе турға йомғаҡ яһалғандан һуң 8 ҡатнашыусы икенсе турға сыҡты. 27 ғинуарҙа улар 20 минутлыҡ оҫталыҡ дәресе, дебат күрһәтте.

Шулай итеп энәһенән ебенә тиклем күҙҙән үткәреп, ниһайәт, конкурсанттарҙың хеҙмәтенә, тырышлығына йомғаҡ яһалды. “Йыл уҡытыусыһы-2012” конкурсының абсолют еңеүсеһе исеменә 4-се мәктәптең йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ уҡытыусыһы Илшат Сирусин (һүрәттә) лайыҡ булды. Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сафа Ишҡыуатов менән 2-се мәктәптең математика уҡытыусыһы Альбина Насырова конкурстың еңеүселәре тип табылды.

Бынан тыш финалға сыҡҡан Юлия Пономарева (2-се мәктәптең башланғыс класс уҡытыусыһы), Айгөл Рәхмәтуллина (Темәс филиалы Бетерә мәктәбенең биология уҡытыусыһы), Айна Ишбирҙина (4-се мәктәптең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Фәниә Кинйәбаева (Баймаҡ лицей-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Ләйсән Фәйзуллина (Күсей мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы) конкурс лауреаттары, тағы ла 9 педагог төрлө номинациялар еңеүселәре булды.
Республика күләмендә үтәсәк конкурста Илшат Сирусин менән Сафа Ишҡыуатов районыбыҙ намыҫын яҡлаясаҡ.
Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.