13 февр. 2012 г.

Техосмотр

Тракторҙарҙы иҫәпкә ҡуйыу тураһында

2012 йылдың 1 ғинуарына район һәм ҡала биләмәһендә 1667 трактор һәм үҙйөрөшлө машина, 368 тағылма теркәлгән. Уларҙың араһынан 1214 трактор һәм үҙйөрөшлө машина, 259 тағылма (дөйөм иҫәптең 73%-ы) шәхси секторға тура килә. Шул уҡ ваҡытта халыҡта Гостехнадзор инспекцияһында теркәлеү үтмәгән, кешеләрҙең ғүмеренә, һаулығына, мөлкәтенә һәм тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырған техника байтаҡ. Былтыр тракторҙар ҡатнашлығында 4 юл-транспорт ваҡиғаһы, 2 үлем осрағы булған. Был техниканың тейешле тәртиптә теркәлмәүе һәм дәүләт техосмотрын үтмәүе асыҡланған.

Әле Гостехнадзор инспекторҙары тарафынан теркәлмәгән техниканы асыҡлау буйынса саралар үткәрелә. 2012 йылдың 1 февраленән 30 июнгә тиклем трактор һәм үҙйөрөшлө машиналар, уларҙың тағылмаларына дәүләт техосмотры ойоштороласаҡ. Үҙҙәренең техникаһын тейешле тәртиптә теркәмәгән һәм дәүләт техосмотрын үтмәгәндәр РФ-ның “Тракторҙарҙың, үҙйөрөшлө, юл-төҙөлөш машиналары һәм ҡоролмаларын эксплуатациялау нормаларын йәки ҡағиҙәләрен боҙоу” административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 9.3-сө статьяһы нигеҙендә административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Дәүләт техосмотры үтеү графигы район гәзиттәрендә баҫыласаҡ.
Шәхси секторҙа һәм агросәнәғәт комплексында булған техника эйәләренә дәүләт техосмотрын үтергә әҙерләнергә һәм график буйынса эш итергә саҡырабыҙ. Техникаһын теркәмәгәндәр Гостехнадзор инспекцияһына мөрәжәғәт итергә тейеш. Барлыҡ һорауҙар менән 3-15-99 телефонына шылтыратырға (ҡабул итеү көнө – һәр аҙнаның дүшәмбеһе).
Б. Байрамғолов,
Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.