15 февр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Пилот проекты үҙен аҡлай

Билдәле булыуынса, былтыр 14 февралдә Өфөлә БР Президенты Р.З. Хәмитов етәкселегендә республика Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышы үткәрелеп, унда 2011-2015 йылдарҙа көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы ҡабул ителгәйне. Атап үтелгән кәңәшмәлә ҡатнашып, беҙ “Һаҡмар” гәзите биттәрендә ошондай фекерҙе әйтеп үткәйнек: “Районыбыҙ яңы дәүергә аяҡ баҫа. Ҡасандыр үгәйһетелгән төбәк бөгөн килеп дәүләттән тейешле ярҙам алырға һәм үҙенең халыҡ хужалығын, социаль инфраструктураһын үҫтерергә тейеш. Башҡорт милләтенең төп этник өлөшө йәшәгән төбәк һәм республика яҙмышында төп ролде уйнаған халыҡ быға күптән лайыҡ. Сөнки Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш төбәге – уникаль төйәк, ул тарихыбыҙҙың алтын фонды, республиканың киләсәге”.

Һис шикһеҙ, республиканың яңы етәкселеге ҡабул иткән был программа пилот проекты булды һәм ул төбәк яҙмышында хәл иткес роль уйнарға тейеш ине. Уны тормошҡа ашырыуға оҙаҡламай бер йыл да тула. Бөгөн килеп ниндәйҙер һығымталар яһарға, уңыштарҙы барларға һәм хәл итәһе мәсьәләләр тураһында фекер йөрөтөргә мөмкин.
Әйтергә кәрәк, яңы Программа төбәк, шул иҫәптән Баймаҡ районы, үҫешен билдәләрҙәй, уға яңы һулыш бирерҙәй үҙенсәлекле проект булды. Күптән түгел Баймаҡта йыл йомғаҡтарына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһап, БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин шулай тип белдергәйне: “2011 йылда Баймаҡ районында социаль әһәмиәттәге объекттар төҙөүгә 170 млн һум аҡса бүленде. Социаль инфраструктураға йүнәлтелгән капиталь һалыуҙар буйынса был – Урал аръяғындағы иң ҙур күләм һәм республикала иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе”.
Яңы проектты тормошҡа ашыра башлау, ысынлап та, халыҡ хужалығы тармағын торғонлоҡтан сығарыу, уға йән өрөү һәм халыҡ күңелендә иртәнге көнгә өмөт уятыу йүнәлешендә яһалған тәүге аҙымдарҙың береһе булды. Тулы булмаған бер йыл эсендә генә әллә күпме осор хәл ителмәгән һәм сиселә алмаҫтай проблемаға әүерелгән мәсьәләләр тормошҡа ашырылды һәм ашырыла. Атап әйткәндә, былтыр Темәс психоневрология интернатының таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялау, ҡалала С.Юлаев, Йәштәр, М.Мортазин урамдарында һәм Темәс ауылында электр линиялары төҙөү, Өмөтбай, Билал, Әбделкәрим, Темәс ауылдарында һәм ҡалала газ үткәргестәр һалыу, ҡаланың 1-се ҡаҙанлығын реконструкциялау буйынса ғәйәт ҙур эштәр башҡарылды. Күлтабан ауылында 1280 башҡа иҫәпләнгән мегаферманы төҙөү дауам итте. Шулай уҡ Урғаҙала – таҙартыу ҡоролмалары, Буранбай һәм Сыңғыҙ, Беренсе Этҡол ауылдарында – газ үткәргестәр, Баймаҡта – 220 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһы, Икенсе Этҡолда мәҙәни-мәғариф комплексы төҙөү, Иҫке Сибай ҡаҙанлығын техник ҡоралландырыу эштәре проектланды. Бер үк ваҡытта Ҡуянтау ауылында яңы мәктәп, Хәсәндә – газ үткәргес, Баймаҡта – хоҡуҡ йорто, 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы, 15 урынға иҫәпләнгән инфекция корпусы, Көньяҡ биҫтәһенең инженер коммуникацияларын төҙөү, ҡалала канализация системаһын яңыртыу, Аҡморон, Ҡуянтау ауылдарының һыу селтәрҙәрен реконструкциялау, Беренсе һәм Икенсе Этҡол ауылдарын эсәр һыу менән тәьмин итеү буйынса проект-эҙләнеү эштәре атҡарылған. Семеновск алтын йыуыу фабрикаһының хужалыҡ эшмәкәрлегенән килтерелгән экологик зыянды бөтөрөү йүнәлешендә лә тәүге аҙымдар яһалды.
Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалала яңы предприятие – “БРСУ” МУП-ы булдырылып, ул былтыр 5700 мең һумлыҡ яңы техника менән тулыланды. Бында ла республика етәкселегенең һәм атап үтелгән Программаның ярҙамы ҙур булды. И.И. Ғәтиәтов етәкләгән коллектив бөгөн ҡаланы төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр башҡара, предприятиеның эшмәкәрлеген халыҡ бик ыңғай баһалай.
Былтыр юл инфраструктураһын үҫтереү йүнәлешендә, ниһайәт, алға ныҡлы аҙымдар яһалды. Бының өсөн бөтәһе 191 млн һум аҡса бүленде. Быйыл иһә юл төҙөлөшөнә, уны тотоуға һәм ремонтлауға 160 млн һум самаһы аҡса биреү планлаштырыла.
Күреүебеҙсә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ғәйәт ҙур эштәр башҡарылған, күптәренә нигеҙ һалынған. Быйыл да Программа сиктәрендә төбәкте үҫтереү дауам итәсәк. Мирхәйҙәр Борис улы билдәләүенсә, быйыл социаль инфраструктураны үҫтереүгә беҙҙең районға 300 млн һум аҡса бүлеү күҙ уңында тотола. Был, Хәйбулла менән бер рәттән, Урал аръяғы райондарына бүленгән иң ҙур капиталь һалыуҙарҙың береһе. Был күләмде өҫтәмә сығанаҡтарҙың килеме аша тағы ла арттырырға мөмкин.
Атап әйткәндә, быйыл ҡалала хоҡуҡ йорто, 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы, “Талҡаҫ” шифаханаһының таҙартыу ҡоролмаларын һәм йөҙөү бассейны булған ял үҙәген төҙөү, Аҡморонда – һыу үткәргесте, Күлтабанда – урам селтәрҙәрен реконструкциялау һ.б. объекттарҙы проектлау планға индерелгән. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡта 220 урынға иҫәпләнгән яңы балалар баҡсаһын төҙөү эштәрен башлау күҙ уңында тотола. Ҡуянтауҙа иһә яңы мәктәп төҙөләсәк, уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Ҡала һәм район ауылдарының инженер инфраструктураһы объекттарын модернизациялау һәм яңыларын төҙөү әүҙемләшәсәк. Юл инфраструктураһы йүнәлешендә лә байтаҡ эштәрҙе бойомға ашырыу күҙаллана.
Күреүебеҙсә, райондың социаль-иҡтисади тормошон үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Хөкүмәтенең айырым иғтибары йүнәлтелә, даими рәүештә хәстәрлек күрелә. Бында, әлбиттә, төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһы ла ҙур роль уйнай. Уны тормошҡа ашырыу маҡсатында әленән-әле күсмә кәңәшмә-семинарҙар үткәреү ҙә үҙен аҡлай. Әле күптән түгел генә Баймаҡта БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, БР Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы БР Мәҙәни мираҫтың күсемһеҙ объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Д.Ә. Ғәйнуллин булып китте. Унда Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын һәм “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һының 100 йыллыҡ юбилейҙарын лайыҡлы билдәләү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булды. Хакимиәт башлығы И.Х. Ситдыҡов һәм заводтың генераль директоры А.В. Мурахтин оҙатыуында ҡунаҡтар предприятиеның эшмәкәрлеге менән танышты. Унда ҡойоу цехының әҙер продукция келәте өсөн асыҡ эстакаданы йылытыу эштәре бара.
Ошо уҡ көндө улар заводтың элекке клубында булып, уны Никах һарайы итеп реконструкциялау мәсьәләһен ҡараны. С.Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер төҙөү һәм саңғы базаһын реконструкциялау тураһында һөйләшелде. Иҫән ауылында туризмды үҫтереү, шифахананы яңы кимәлгә күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Темәстә иһә ҡунаҡтар “Баймаҡ ПМК-һы” ЯСЙ-һының кирбес заводында, ауыл мәҙәниәт йортонда булды, ауылды газ һәм һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен ҡараны. Ошонда уҡ яңы объект – һөт комбинатын төҙөү планы көн үҙәгенә сығарылды.
Һис шикһеҙ, райондың яңы дәүергә аяҡ баҫыуы бәхәсһеҙ. Әммә Хөкүмәттән генә ярҙам көтөп ятыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ҡала һәм райондың сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиелары ла дөйөм уңышҡа үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Район бюджетын үҙ һалым керемдәре иҫәбенә тулыландырыу мөһим, сөнки бының өсөн беҙҙә кәрәкле бөтә минераль-сеймал һәм хеҙмәт ресурстары бар.
Районда кадрҙарҙы үҫтереү һәм уларҙы “йәшәртеү” йүнәлешендә ҙур эш талап ителә. Сөнки йәш һәм белемле белгестәр, шул уҡ ваҡытта тәжрибәле кадрҙар ярҙамы менән беҙ халыҡ хужалығы механизмын әүҙем эшләтә аласаҡбыҙ. Был теманы БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов, уның урынбаҫары М.Б. Фәтхуллин, район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов үҙҙәренең сығыштарында һәр ваҡыт күтәрә килде. Әйткәндәй, был йүнәлештә районда тәүге аҙымдар яһалды ла инде.
Ғөмүмән, ҡала һәм райондың артабанғы үҫеше, киләсәге һәр кемебеҙҙең эшмәкәрлегенә бәйле. Тыуған төйәгебеҙҙе яңы кимәлгә күтәреү өсөн патриотлыҡ рухын алға ҡуйыу, райондың иртәгәһе өсөн яныу һәм көйөү – һәр кемдең изге бурысылыр. Тик шул саҡта ғына беҙ ниндәйҙер һөҙөмтәгә ирешәсәкбеҙ.
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.