29 февр. 2012 г.

Замандаш

Нурлы йорт, ырыҫлы ғаилә

... 1957 йыл. Яҡын-тирәләге 8 ауыл Советынан йыйылған малайҙар һәм ҡыҙҙар Түбә 2-се башҡорт урта мәктәбенең 8-се класына уҡырға килгәнбеҙ. Әлбиттә, тәүге ваҡытта бер-беребеҙҙең кем икәнлеген белмәйбеҙ. Шулай ҙа ваҡыт үтеүгә һәммәһе менән дә тигәндәй танышырға өлгөрҙөк.
Ул мәлдә мәктәптә 500-ҙән ашыу уҡыусы белем алды. Балалар күп булғас, уҡыу ике сменала ойошторолдо, бер класта кәмендә 25-30 бала уҡыны. Беҙ, һигеҙенселәр, өс класс инек. Иптәштәрем араһында башлыса Икенсе Этҡол, Муллаҡай, Күсей, Таһир, Бетерә мәктәптәрен тамамлаусылар булды.

Бына ошо уҡыусылар араһында урта кәүҙәле, бер аҙ шаяныраҡ, белемгә зирәклеге менән айырылып торған Вәкил исемле малай ҙа бар ине. Етмәһә, ул беҙҙең күрше – Байым ауылынан булып сыҡты.
Түбә урта мәктәбендәге өс йыл уҡыу һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Өлгөргәнлек аттестаты алған 18 егет һәм ҡыҙ төрлөбөҙ төрлө ауылдарға таралыштыҡ.
Ә минең класташым Вәкил, һис уйлап тормай, Юлдыбайҙа урынлашҡан профтехучилищеға уҡырға инә һәм уны тик юғары билдәләр менән тамамлай. Уҡыу йорто дирекцияһы уны уҡытыусы булып ҡалырға өгөтләй, әммә ата-әсәһе риза булмағас, Вәкил ауылына ҡайта. Бер килке тракторҙа эшләгәс, ул Совет Армияһы сафына саҡырыла. Өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң туған “Урал” колхозында бер йыл самаһы тракторҙа, комбайнда эшләп ала. 1966-1968 йылдарҙа Байым һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә хеҙмәт, физкультура дәрестәренән белем бирә, шуның менән бер рәттән тәрбиәсе лә булып эшләй. Шул уҡ йылдарҙа Муллаҡай ауылы ҡыҙы уҡытыусы Мәҙинә менән сәстәрен сәскә бәйләй.

Киләсәктә белем алыу хыялы Вәкилгә тынғылыҡ бирмәй һәм ғаиләһе менән кәңәшләшкәс, Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау һәм электрификациялау техникумына уҡырға инә. 1972 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлап ҡайтҡас, уны колхоздың баш инженеры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала өс йыл эшләгәндән һуң ауылдаштарының һорауы буйынса колхоз идараһы уны Байымға бригадир итә.
Был бригада бар күрһәткестәр буйынса тиерлек колхозды артҡа һөйрәп килгән. Шуға күрә лә яңы етәксегә оло өмөт бағлайҙар.
Тәүге йылдарҙа Вәкил Ишмөхәмәт улына бригаданың эшен яйға һалыу буйынса бик күп көс түгергә тура килә. Әлбиттә, тейешле кимәлдә аҙыҡ әҙерләмәй тороп, малсылыҡты алға ебәреп булмаясағын аңлай ул. Шул юҫыҡта ҡуҙаҡлы культуралар менән бер йыллыҡ үләндәр компоненты сәселеп, уны ваҡытында йыйып алыу мал аҙығына ҡарата булған ихтыяжды бер ни тиклем кәметә. Бригадала элекке һымаҡ хеҙмәт дисциплинаһы ҡаҡшауын, уның етештереү күрһәткестәренә кире йоғонто яһауын булдырмай йәш етәксе. Бының өсөн оло быуын хеҙмәт кешеләре менән берлектә кәңәшләшеп эшләй.
Бригаданың эше йәһәт кенә яйға һалынмаһа ла, ниндәйҙер кимәлдә алға китеш төҫмөрләнә башлай. Йәш етәксенең өсөнсө йыл эшләүендә байымдар игенселектә лә, малсылыҡта ла колхозда иң юғары күрһәткестәргә өлгәшә. Вәкил Ишмөхәмәт улы Ғүмәров 1977 йылда эштә юғары ҡаҙаныштары өсөн БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Ун ике йыл дауамында артта ҡалған бригаданы алдынғылар рәтенә сығара.
1986-1991 йылдарҙа идараның ҡарары менән машиналар буйынса механик вазифаһын башҡара.
1992 йылда Вәкил Ишмөхәмәт улы ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Аҙаҡтан уны депутаттар бер тауыштан Икенсе Этҡол ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләй.
Элекке колхоз етәксеһе яңы урында ла ең һыҙғанып эшкә тотона. Депутаттар һәм ауыл активистары менән берлектә уға күп кенә эштәрҙе атҡарып сығырға тура килә. Колхоз идараһы менән берлектә Байым ауылында клуб, мәктәп, ике рәтле һыйыр аҙбары төҙөлөп файҙаланыуға тапшырыла. Замандашы Д.Ибраһимов инициативаһы менән Икенсе Этҡолда музей асыла һәм бында районда беренселәрҙән булып һәр ауылдың шәжәрәһе төҙөлә.
Вәкил Ишмөхәмәт улы Икенсе Этҡол ауыл Советын ете йылдан ашыу етәкләгәндән һуң 2001 йылда “Урал” колхозында механик һәм хаҡлы ялға китерҙән алда ике йыл рәттән АТС-та оператор була. Ҡайҙа, кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙ эшен белеп, тулы яуаплылыҡ тойоп башҡарҙы, район етәкселеге, ауылдаштары араһында абруй менән файҙаланды.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та тынғыһыҙ ир-уҙаман үҙ хужалығын нығытыу буйынса эшкә тотона. Яңы тормош ҡорған мәлдә бер өй төҙөп ултыртһа, бынан бер нисә йыл элек заманса йорт һалып сыҡты, газ индерҙе.
Баҡсасылыҡ менән дә ихлас шөғөлләнә Вәкил Ишмөхәмәт улы. Тиҫтәнән ашыу алма ағасынан йыл да тиерлек мул уңыш ала. Уларға үҙе прививка яһап, яңы, сыҙамлы сорттар булдырған. Балан, ҡарағат, крыжовниктары ла уңа, бер тиҫтә умартаһы ла бар. Был йәһәттән уның уңған хужабикәһе Мәҙинәнең дә өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Тағын да шуны әйтеп үтмәү мөмкин түгел. Үҙенең белеме һәм оҫта ҡулдары менән йүнсел хужа бынан бер нисә йыл элек мини-трактор ҡора. Хәҙер бесән әҙерләүҙе ҡул көсө менән башҡармай, ана шул техникаһын эшкә егә.
Тормош юлдашы, мәғариф ветераны Мәҙинә Ишемғужа ҡыҙы менән бына 46-сы йыл инде бәхетле тормош кисерә. 5 балаһы – дүрт ҡыҙы һәм бер улы белем алып, барыһы ла үҙаллы татыу тормош ҡорҙо, үҙҙәре лә балалар үҫтерә.
Ошо көндәрҙә етмештең үренә егеттәрсә һикереп менгән Вәкил Ишмөхәмәт улы Ғүмәровҡа һис тә ул йәште биреү мөмкин түгел. Элекке һымаҡ ул тик тормаҫ. Берәй эшкә тотонһа, йәһәт кенә эшләп тә ҡуйыр.
Класташыма килгән һайын мин уның йортонан шатланып ҡайтып китәм. Хужаларҙың йөҙөнән дә, өйөнән дә әллә ҡайҙан нур, ихласлыҡ бөркөлөп тора.
Салауат МӨХӘМӘТШИН.
Байым ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.