17 февр. 2012 г.

“Атайсал” тауышы


Башҡараһы эштәр күп


Мәғлүм булыуынса, район китапханаһы янында “Атайсал” клубы эшләп килә. Уның положениеһына ярашлы, ошондай ойошмалар һәр ауылда булырға тейеш. Клуб составына иң абруйлы, көслө рухлы, зыялы кешеләр инә.
«Атайсал»дарҙың маҡсаты:
  • районыбыҙҙың, ҡаланың һәм һәр ауылдың тарихын ентекләп өйрәнеү, тулыландырыу,
  • тыуған яҡ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙе барлау, уларҙың исемдәрен яҡташтарыбыҙға еткереү һәм мәңгеләштереү,
  • арҙаҡлы шәхестәребеҙ өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү, уларҙа тыуған яҡ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү,
  • халыҡ араһында әхлаҡи-дини тәрбиә эше алып барыу һ.б.

Клубты мәғариф ветераны, тарихсы Ирек Әбделхәй улы Хөсәйенов ойошторҙо. Ул “Атайсал”дың эш йүнәлештәрен билдәләне һәм уларҙы башлап ебәреүгә күп көс һалды. Артабан төрлө йылдарҙа ойошма менән Вара Буранбаев, Әхиәр Исхаҡов, Рәшит Яҡшыбаев, Рауил Буранбаев етәкселек итте. Уларҙың һәр береһе клубтың эшенә яңы һулыш индерҙе, маҡсатҡа ярашлы ныҡышмалы эш алып барҙы.
Бөгөн “Атайсал” клубы ағзалары урындағы клуб хеҙмәткәрҙәре менән ололар башлап ебәргән эште лайыҡлы дауам итергә тырыша. Былтыр, мәҫәлән, районыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙары Гөлкәй Рәхим ҡыҙы Яҡупованың, Сәйғәфәр Әбүбәкер улы Вәлиевтың юбилейҙары билдәләп үтелде. “Атайсал” клубы мәғариф эшмәкәре, данлыҡлы ҡыҙыл командир, һуғыш ветераны Бәҙри Мөжәүер улы Мәмбәтҡоловтың, граждандар һуғышы геройы Муса Мортазиндың Ҡәҙер һәм Хәтер кисәләрен уҙғарыуҙа әүҙем ҡатнашты.
Күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе Ғабдулла Сәидиҙең 175 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы әҙерләүгә «атайсал»дар күп көс һалды. Ишбирҙе ауылында мәғариф ветераны, крайҙы өйрәнеүсе Ғәлимйән Иҙелбаевтың “Мин ҡасандыр ошонда тыуғанмын...” тигән китабының исем туйы ла бик йылы үтте.
Баймаҡтағы, шулай уҡ урындарҙағы клуб ағзалары Бөйөк Еңеү көнө алдынан иҫән булған һуғыш ветерандары менән осрашып, уларҙың тормош шарттары менән танышты. Ошондай уҡ осрашыуҙар Ололар көнө алдынан да үткәрелде.
Йыл әйләнәһендә тарихҡа бәйле башҡа төрлө әхлаҡи-тәрбиәүи саралар күп булды. Был эштәрҙә урындағы “Атайсал” клубы ағзалары С.Ғ. Вәлиев, М.М. Килдеғошов, М.Б. Мәүлетҡолов, Й.М. Ҡашҡаров, Ә.З. Дәүләткилдин, И.Ғ. Әхмәтов, Ә.М. Исхаҡов, М.Р. Билалов һ.б. әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ район китапханасыларының тырыш хеҙмәтен дә билдәләп үтергә кәрәк.
Башҡарған эштәр байтаҡ, киләсәктә эшләйәсәк эштәр тағы ла күберәк. Быйыл “Рәсәй тарихы йылы” һәм Башҡортостанда “Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы” тип иғлан ителеүе айҡанлы “Атайсал” клубтарының эшмәкәрлеге ғәмәлдә ошо йүнәлештә алып барыласаҡ. 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына арнап “Күк Ирәндек” тигән библиографик йыйынтыҡ сығарыласаҡ. Ә 21 февралдән урындарҙағы “Атайсал” һәм ағинәйҙәр клубтары араһында эстафета башлана.
Хәҙерге ваҡытта райондың иҡтисади һәм социаль үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы етәкселәр тураһында библиографик баҫма сығарыу өҫтөндә эш алып барыла.
Х.Хәмитовтың “Кирәй Мәргән”, А.Тажетдиновтың “Юлыҡ” тигән йыйынтыҡтарының исем туйҙары үткәреләсәк. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллыҡ юбилейына арнап Шәжәрә байрамдары уҙғарыу ҡаралған.
Юғарыла әйтелгәндәрҙән тыш, башҡа төрлө саралар ҙа планлаштырыла. Был “Атайсал” клубы ағзаларынан, атайсалым тип янып йәшәгән яҡташтарыбыҙҙан ҙур әүҙемлек талап итә. Аҡһаҡалдар алға ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәр, тип ышанғы килә.
Ғ. БАЙМУРЗИН, “Атайсал” клубы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.