29 февр. 2012 г.

Белгес кәңәше

Нисек мул һөт һәм ит алырға?

Бының иң отошло юлы – малды яһалма ҡасырыуҙа
Һуңғы йылдарҙа республикала һыйыр һәм таналарҙы яһалма ҡасырыуҙың алдынғы технологиялары әүҙем тормошҡа ашырыла. Был иһә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түбән продуктлы һыйырҙарҙы юғары генетик потенциалы булған малдар менән алмаштырыу мөмкинлеге бирә.
Һис шикһеҙ, малсылыҡ тармағын үҫтереүҙә яһалма ҡасырыуҙың роле ифрат ҙур. Мул һөт һәм ит, һау һәм эре үрсем алыу өсөн бөгөн ошонан да отошлораҡ ысул юҡ. Юҡҡа ғына ауыл хужалығы предприятиелары, эре крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ошо юлды һайламай. Ә бына шәхси секторҙа хәлдең тап киреһе күҙәтелә, күптәр һаман булһа малын тоҡомһоҙ үгеҙҙәрҙән ҡасырыуҙы хуп күрә. Һуңғы йылдарҙа халыҡ малды яһалма ҡасырыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлап, был алымға йөҙ бора башланы. Әммә был ғына ситуацияны көйләй алмай. Былтыр райондың шәхси секторында 1531 баш һыйыр һәм тана яһалма ҡасырылған, был бөтә малдың 9,3 процентын тәшкил итә. Республика кимәлендә был яҡшы күрһәткес, шулай ҙа тынысланырға урын юҡ.


Райондың ветеринария хеҙмәте малды яһалма ҡасырыу эшенә йылдың-йылы ҙур иғтибар бүлә, күптәргә үҙ эшен асырға ярҙам итә. Бөгөн Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Темәс, Ҡуянтау, Төркмән, Урғаҙа, Йомаш, Таулыҡай ауылдарында яһалма ҡасырыу пункттары эшләй, улар ваҡытында орлоҡ, кәрәкле ҡоролмалар, материалдар менән тәьмин ителә. Быйыл уларға 878 доза элиталы орлоҡ таратып бирелде. Йыл башынан иһә 127 баш мал яһалма ҡасырылған.
Малды яһалма ҡасырыуҙың өҫтөнлөктәре нимәлә һуң? Иң беренсе сиратта, быҙауҙар ҡулайлы ваҡытта эре һәм һау булып тыуа, киләсәктә юғары продуктлы мал булып китә. Икенсенән, һыйыр һәм таналарға йоғошло ауырыуҙар таралмай, мәҫәлән, бруцеллез, лейкоз, трихоманоз, хламидиоз, лептоспироз, вибриоз. Өсөнсөнән, малдың эре нәҫел үгеҙенән йәрәхәт алыу мөмкинлеге юғала.
Яһалма ҡасырыу эшен йәнләндереү буйынса саралар юҡҡа ғына тормошҡа ашырылмай. Был, иң беренсе сиратта, шәхси хужалыҡҡа ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙағы малсылыҡ тармағын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тимәк, халыҡ та мәсьәләнең мөһимлеген, ниһайәт, аңларға һәм танырға тейеш – ошо юл менән генә беҙ тармаҡҡа яңы һулыш бирә аласаҡбыҙ. Ә бит уның бер ҡыйынлығы ла юҡ – бары тик пунктҡа йәки урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы белгестәренә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Улар халыҡҡа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Әйткәндәй, һыйыр йәки тананы ҡасырыу өсөн 450 һум түләргә кәрәк. Материал-препараттарҙың ҡиммәт булыуын иҫәпкә алғанда, хаҡ арзан килеп сыға.
Ғөмүмән, малды яһалма ҡасырыуҙың отошло булыуы бәхәсһеҙ һәм уны һәр шәхси ихатала ғәмәлгә индереү үҙен тулыһынса аҡлаясаҡ. “Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫра” тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән. Шуны онотмайыҡ.
А. Иҫәнов,
район һәм ҡала ветстанцияһы начальнигы.
А. Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.