13 февр. 2012 г.

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ

Ҡанымдың һуңғы тамсыһы – илем, халҡыма

Шағир Х.Ҡунаҡбайҙың тыуыуына – 100 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп әҙиптәр ҡәләмдәрен мылтыҡҡа алмаштыра. Башҡорт шағиры Хөсәйен Ҡунаҡбай ҙа шулар рәтендә.
Хөсәйен Әхмәтйән улы Ҡунаҡбаев (Хөсәйен Ҡунаҡбай) 1912 йылдың 12 февралендә районыбыҙҙың (ул саҡта – Әбйәлил районы) Таһир ауылында тыуған. Бик йәшләй етем ҡалыуы сәбәпле, көтөүсе булып йөрөй. Унан һуң балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925-1929 йылдарҙа Темәс ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер аҙ ваҡыт Бөрйән районында волисполком секретары, Иҫке Монасип ауылы мәктәбе мөдире һәм уҡытыусы булып эшләй. 

 1930 йылда Х.Ҡунаҡбаев Өфөгә килә һәм “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите редакцияһына эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, радиокомитетҡа бүлек мөдире итеп күсерелә. 1932 йылда ул Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм «Коммуна» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләүе менән бер үк ваҡытта башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеген уңышлы тамамлап сыға.
1936 йылда Дәүләкән педучилищеһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрелә, ә бер йылдан һуң Мәғариф министрлығы уны Стәрлетамаҡ педучилищеһына рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп тәғәйенләй. 1940-1942 йылдарҙа ул Стәрлебаш районының Табылды ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, директор булып эшләй. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә, ысын патриот, коммунист, рота политругы Хөсәйен Ҡунаҡбаев ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың февраль айында Курск өлкәһендәге Н.Оскол районы Ольховатка ауылы өсөн барған һуғышта ул батырҙарса һәләк була.
Хөсәйен Ҡунаҡбаев поэтик әҫәрҙәре менән утыҙынсы йылдарҙың башында матбуғатта күренә башлай. Нескә тойғоло, хистәргә бай үҙенсәлекле лирик шағир Тыуған илде һөйөү, халыҡтар дуҫлығы, эскерһеҙ мөхәббәт һәм йәшлек темаларын сағылдырған әҫәрҙәре менән утыҙынсы йылдарҙың аҙағында шаҡтай популяр булып өлгөрә. «Дуҫлыҡ тураһындағы йырҙар» – яҙыусының тәүге ижад емеше. «Хәтимә» тигән поэмаһы менән ижадының диапазон киңлеген күрһәтә. Поэмала башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының үткәндәге аяныслы яҙмышын һәм бәхетле бөгөнгө тормошон шаҡтай реалистик алымдарҙа тасуирлай.
«Аҡылымдың һуңғы яҡтыһын һәм ҡанымдың һуңғы тамсыһын илем, халҡым өсөн бирермен». Ул 1940 йылда яҙылған «Минең антым» шиғырында юҡҡа ғына шулай тимәгәндер. Х. Ҡунаҡбаевтың ғүмере ижады сәскә атҡан ғына мәлендә ваҡытһыҙ өҙөлә.
Бәрәкәтле Баймаҡ ере халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының яҡты эҙҙәрен ҡәҙерләп һаҡлай, һәр ваҡыт оло ихтирам менән иҫкә ала. Яҡташыбыҙ Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан тыуған ауылында, үҙәк район китапханаһында төрлө саралар үткәреү ҡаралған.
Айгөл Иҙелбаева.
Мәғлүмәттәр Интернет селтәренән алынды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.