8 февр. 2012 г.

Осрашыуҙар

Эх, студент саҡ – шаян саҡ,

Ғәмһеҙ, әүҙем, наян саҡ...

Һуңғы арала районыбыҙ студенттарына ҙур иғтибар бирелә: осрашыуҙар үткәрелә, матди ярҙам күрһәтелә. Үткән аҙнала ла ялға ҡайтҡан студенттар өсөн “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштары, бассейнда йөҙөү, аҙна аҙағында йомғаҡлау кисәһе ойошторолдо.

Йомғаҡлау сараһы халыҡ ижады үҙәгендә үтте. Унда әүҙем студенттар бүләкләнде, улар тарафынан концерт, скетч күрһәтелде.

Осрашыуҙан тулыраҡ мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Айгөл Иҙелбаева.
ҺҮРӘТТӘ: рәхмәт хаты менән бүләкләнгән студенттарҙың бер төркөмө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.