5 февр. 2012 г.

Мал ҡышлатыу

Тотороҡло үҫеш юлында

Ярат ауылында урынлашҡан “Мырҙаҡаев” КФХ-һы районда тотороҡло эшләп килгән фермер хужалығы булараҡ билдәле. 2011 йыл йомғаҡтары буйынса был предприятие “Йыл КФХ-һы” исеменә лайыҡ булды, ә уның етәксеһе Айҙар Шәрифйән улы оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм райондың агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Рәхмәт хаты һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде. 
 
Әлеге ваҡытта хужалыҡта мал ҡышлатыу миҙгеле ойошҡанлы бара, барлыҡ производство участкаларында ла эш гөрләй. Ферма мөдире Б. Мәхийәнов оҙатыуында малсылыҡ комплексында йөрөгәндә быға шаһит булдыҡ.

Беҙҙә йәмғеһе 80 һауын һыйыры, 160 баш йәш мал аҫрала, – ти Биктимер Әхмәт улы. – Унан тыш 30 баш һыйыр быҙауҙары менән бергә тәрбиәләнә, 59 баш йылҡы көтөлә. Һуңғыларының иһә 25-е – һауын бейәләре.
Аҙыҡ рационында һауын һыйырҙарына сикләнмәгән күләмдә көнбағыш силосы, 3 кг бесән, жом ҡушып бешерелгән 2 кг арпа фуражы таратыла. 10 тонна патока алынған, ул мал башына ҡарата 200 грамдан бүленә. Фураждағы һәр һыйырҙан көнөнә 4 кг һөт һауыла, ғинуарға тулайым һауым 7600 кг тәшкил иткән. Тауарлылыҡ 75%, продукция Силәбе өлкәһендә һөт эшкәртеү предприятиеһына тапшырыла.
Малсылыҡ тармағындағы эштәргә 25 кеше йәлеп ителгән (миҙгелле осорҙарҙа был һан 35-кә барып етә). Уларға ваҡытында аҡсалата хеҙмәт хаҡы түләнә. Һыйырҙарҙы өс һауынсы – Сания һәм Вәсилә Замановалар, Әнисә Үҙәнбаева һауа. Улар күршеләге Ғүмәр ауылынан йөрөп эшләй, бының өсөн махсус транспорт бүленгән. Шулай уҡ быҙау ҡараусы Хәлиҙә Ғәҙелшина (йәйге осорҙа ашнаҡсы булып эшләй), малсылар Хәлим Исчурин, Рәшит Кәримов, Сәхиулла Сәйғәфәров, Ғәзиз Мәхийәнов, ҡаҙансы Миңнәхәт Ғәҙелшинды билдәләп үтергә кәрәк.
Хужалыҡта етерлек күләмдә мал аҙығы тупланған: 300 тонна бесән, 250 тонна һалам, 100 тонна фураж, 1500 тонна силос малды имен ҡышлатыу мөмкинлеге бирә. Әйткәндәй, 2011 йылда ҡуртымға алынған пай ерҙәрендә 500 гектарҙа бойҙай һәм арпа сәселгән. Был культураларҙың уртаса гектар ҡеүәте 12 центнер тәшкил иткән.
Былтыр “Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары базаларында ғаилә малсылыҡ-һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” пилот дәүләт программаһында ҡатнашыу өсөн “Мырҙаҡаев” КФХ-һы тарафынан 23 баш һауын һыйыры һәм 70 баш быҙау һатып алынған. Тимәк, көтөүҙе яңыртыу эше маҡсатҡа ярашлы алып барыла. Яраттар, был программаға инеп, киләсәктә һөт тоҡомло һыйырҙар, кәрәкле ҡоролмалар алырға, техника яңыртырға ниәтләй.
Күреүебеҙсә, “Мырҙаҡаев” КФХ-һы бөгөн тотороҡло үҫеш юлына баҫып, киләсәккә өмөт менән ҡарай. Кешеләрҙе эш һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итеү, продукция етештереүҙә үҫешкә өлгәшеү, иртәнге көнгә ныҡлы ышаныс менән бағыу быны асыҡ дәлилләй.
А.Ишназаров.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.