3 февр. 2012 г.

Юбиляр түрҙе биҙәр

“Иң ҙур бүләк – яҡындарымдың йылмайыуы”

Уны районыбыҙҙа ғына түгел, ә республика, күрше төбәктәрҙә лә бик яҡшы беләләр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәҙәниәт өлкәһендә оҙайлы йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн БР Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булған, ил буйынса һирәк кешегә бирелгән “Рәсәй профессионалы” миҙалы менән бүләкләнгән, Рәсәй Ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының Почет грамотаһы һәм тағы бихисап наградаларға лайыҡ район китапханаһы директоры, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшина менән булыр әңгәмәбеҙ.



Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, ошондай бихисап наградаларға лайыҡ кеше ниндәй хистәр кисерә икән?
Хеҙмәтеңде күреүҙәре, уны лайыҡлы баһалауҙары кемгә оҡшамаһын?(Йылмая). Дөрөҫөн әйткәндә, был миҙалдарҙы күптән алып ҡарағаным да юҡ ине әле. Ә бына Р.Өмөтбаев һ.б. яҙыусылар яҙған хаттарҙы бик ҡәҙерләп һаҡлайым, уларҙың йылы һүҙҙәрен уҡып көс алам. Күптәре был донъяны ҡалдырып китһә лә, уларҙы мине яҡлаусы һәм һаҡлаусы фәрештәләрем кеүек күрәм.

Һеҙ билдәле яҙыусы Мостай Кәрим иҫән саҡта уның менән дә тығыҙ аралаша торғайнығыҙ...
Мостай Кәрим – бөйөк шәхес булды. Ул минең яҙмышыма бик ҙур йоғонто яһаған кеше. Хәҙер ҙә әҫәрҙәрен уҡып, күңелем эҙләгән һорауҙарға яуап табам. Ғөмүмән, Мостайҙы ныҡлап өйрәнәсәк, уның ижадының илаһи көскә эйә булыуын иҫбатлаясаҡ заман киләсәк ул. Сөнки Мостай Кәрим Аллаһы Тәғәләнең халҡыбыҙға ебәрелгән бер Хызыр Ильясы булғандыр, моғайын.
Хәҙер республика кимәлендә билдәле булған “Аҡйондоҙ һәм Аҡъегет” конкурсы ла Мостай Кәримдең ижадына бағышланған.
Йәштәр өсөн был конкурсты ойошторғанда беҙҙең маҡсатыбыҙ – ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе нәфис әҙәбиәт өлгөһөндә ысын шәхес итеп тәрбиәләү ине. Һәм бының өсөн бөйөк яҙыусының әҫәрҙәре алынды. Ә бит ошо конкурс ваҡытында Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен тәүгә ҡулына алып, уға мәңгелекә ғашиҡ булған йәштәр барлыҡҡа килде. Беҙҙең Аҡйондоҙ һәм Аҡъегеттәрҙең тормошона үҙенсәлекле ярыш ныҡ йоғонто яһаны, улар матур ғаиләһе, хеҙмәтендәге, уҡыуындағы ҡаҙаныштары менән айырылып тора.
Тимәк, Луиза апай, һеҙ улар менән бәйләнеште өҙмәйһегеҙ?
Юҡ, әлбиттә. Нисәмә йылдар үтһә лә, килеп рәхмәт әйтеүсе йәштәр булыуы айырыуса шатлыҡлы.
Һәр кем үҙ йәшлеген хәтеренә алғанда студент сағын һағына...
Был, ысынлап та, шулай. Уҡытыусы булыу теләге мине Сибай педагогия училищеһына алып килгәйне. Ундағы һабаҡташтарым менән әле лә аралашабыҙ. Училищеның көслө остаздары беҙгә сифатлы белем генә түгел, ә тәрбиә, аҡыл бирҙе. Артабан БДУ, Силәбе университеттарында белем алған йылдарым да күңелемдә иң яҡты хәтирәләр булып һаҡлана.
Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетлеләр рәтенә индерәһегеҙме?
Эйе, күҙ теймәһен (йылмая). Миңә бик матур ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫергә насип булды. Артабан дә юлымда тик яҡшы кешеләр генә осраны. Ғаиләм, балаларым, ейәнем менән бәхетлемен. Хәҙерге ваҡытта ла юлымда матур уйлы, аҡыллы кешеләр генә тап була.
Тимәк, һеҙ был донъяла яҡшы кешеләр күберәк тигән ҡарашта?
Эйе, тулыһынса.
Ә бит һеҙ ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе булараҡ тормоштоң ҡара яғын да күрәһегеҙ.
Әммә улар яҡшылыҡтың күберәк булыуына ышанысты юйҙырмай. Ысынлап та, миңә төрлө мәсьәләләр менән ҡатындар, йәштәр генә түгел, ә ир-егеттәр ҙә мөрәжәғәт итә. “Ҡатыным эсеп тик йөрөй, ярҙам итегеҙ!” – тиһәләр, оялышымдан ер тишегенә инерҙәй булам.
Бәлки, барыһы ла хәҙерге ир затының күпселек проблеманы ҡатын-ҡыҙ өҫтөнә өйөүенә, уларға арнап шиғырҙар яҙмауына, батырлыҡтар ҡылмауына бәйлелер?
Юҡтыр. Киреһенсә, ир-егеттәрҙе рухландырған, ҡаһарманлыҡҡа этәргән ҡатын-ҡыҙҙар юҡҡа сығып бара. Йәш ғаиләләрҙе алып ҡарағыҙ: килен булып төшөп өлгөрмәй, ҡайтып китә. Унан иренә зарланып беҙгә килә. “Ирем эсә” тиеүҙәренә: “Ә һеҙ осрашҡанда эсмәнеме?” – тип һораһаң, башын эйә. Белә тороп сыҡҡас түҙәһең, тәрбиәләйһең инде. Күпме ҡатын-ҡыҙ ниндәй эскелеккә һабышҡан ирҙәрен кеше итеп алып, бынамын итеп йәшәй.
Ҡатын-ҡыҙҙар советы һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй урынды биләй?
Әлбиттә, был эш күп көстө, ваҡытты талап итә. Шулай ҙа беҙҙең районда ошондай ойошма барлығы ҡыуаныслы. Бында ҡаланың төрлө ойошма-учреждениеларының, ауыл биләмәләренең иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары йәлеп ителгән. Уларҙың төп хеҙмәтенән тыш беҙҙең советтағы эште лә мөһим итеп ҡабул итеүе, янып эшләүе һоҡланғыс. Төрлө байрам саралары, тематик “түңәрәк өҫтәл”дәр, конференцияларҙан тыш рейдтарға сығабыҙ, эскелеккә әүәҫ ҡатын-ҡыҙҙарҙы контролдә тоторға тырышабыҙ. Әлбиттә, киләсәккә лә план-хыялдарыбыҙ бик күп.
Һеҙ бәхетле әсә, хәҙер өләсәй ҙә булараҡ, баланы тәрбиәләүгә кем күберәк көс һалырға тейеш, тип уйлайһығыҙ?
Был йәһәттән, ғаилә айырылғыһыҙ булырға тейеш. Атай һәм әсәй тәрбиәһе мөһим булған кеүек өләсәй ҙә, ҡартатай ҙа сабыйҙың шәхес булыуына үҙ өлөшөн индерә. Туғандарҙың байрамдарҙа, ял көндәрендә осрашыуы, уларҙың йәшәү рәүеше, үҙ-ара мөнәсәбәте – барыһы ла кескәйҙең киләсәген билдәләүен оноторға ярамай.
Ата-әсә тәрбиәһендәге иң оҡшатмаған күренеш?
– “Минең улым ҡыҙҙар һымаҡ бит ул” тип әйтмәһендәр ине. Ҡыҙҙар кеүек малайҙар, малайҙар кеүек ҡыҙҙар үҫтермәйек. Был күренештең бер ҙә ыңғай яғын күрмәйем.
Китапханалағы эшегеҙ тураһында ниҙәр әйтер инегеҙ?
Белмәгән кешегә китапханасының эше ябай һәм еңел күренәлер. Ысынында, был бик яуаплы, ауыр хеҙмәт, уның күренмәгән, тауыҡ сүпләһә бөтмәҫ мәшәҡәте күп. Хәҙерге ваҡытта китапханасыға бигерәк тә яуаплы бурыс йөкмәтелгән: Интернет, алдынғы технологиялар заманында ул үҙенең уҡыусыларын юғалтмаҫҡа тейеш. Әгәр китапханасы китапҡа һөйөү уятып, балаларҙы китап уҡырға өйрәтмәһә, яҙыусылар әҫәрҙәрен кем өсөн яҙасаҡ? Нисәмә быуаттар ижад ителгән бөйөк әҙәбиәт юҡҡа сығыуы ихтимал бит. Шуға күрә китапханасылар бик яуаплы миссияны башҡара тигән фекерҙәмен.
Тормош мәғәнәһе ниҙә тип уйлайһығыҙ?
Был һорауға мин Мостай Кәримдең һүҙҙәре менән яуап биргем килә:
Әсә ҡарынынан сығып, кеше
Ер ҡарынына керә.
Шул арала йә ул донъя ҡора,
Йәки ғүмер һөрә.
Тормош ауырлыҡтары алдында ҡаушап, юғалып ҡалған кешеләргә теләктәрегеҙ?
Бер кеше оҙаҡ ҡына зөбәржәт эҙләгән. 999 999-сы ташты ҡарағандан һуң, киләһе ташты йәне көйөп тибеп осорған, ти. Ә миллионсы таш нәҡ зөбәржәт булған. Фәрештә уның ныҡышмалылығын күреп, был ҡиммәтле ташҡа әүерелгән була. Шуға күрә бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәгеҙ, һәр ауырлыҡтан сығыу юлы бар, ҡараңғылыҡтан һуң мотлаҡ яҡтылыҡ килеүен онотмағыҙ.
Былтыр һеҙҙең өсөн ниндәй көн иң иҫтәлеклеһе булды?
Өфөлә үткән V Бөтә Рәсәй әсәләр форумында ҡатнашыу. Бында әсәлек һәм балалыҡ, ғаилә, ҡатын-ҡыҙ проблемалары күтәрелде. Ә иң мөһиме – унда Башҡортостан Президенты үҙе ҡатнашты. Сәғәттәргә һуҙылған йәнле форум эшендә республика етәксеһенең ҡатнашыуы, сығыш яһауы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларының мәртәбәһен күтәрҙе. Юғиһә күп кенә етәкселәр ҡатын-ҡыҙҙа тик эшсе көстө генә күрә, ә уның бер үк ваҡытта балалар табыуын һәм тәрбиәләүен, хужабикә, ғаилә тотҡаһы булыуын онота. Илебеҙҙең киләсәге булһын өсөн аҡыллы, рухлы йәштәр кәрәк, ә уларҙы әсәйҙәр тәрбиәләй.
Ошо көндәрҙә һеҙ күркәм юбилейығыҙҙы билдәләнегеҙ. Уны ниндәй хис-тойғолар менән ҡаршы алдығыҙ?
Тәүлегенә ниңә 25 сәғәт түгел икән тип (көлә). Ысынлап та, шул тиклем эшләйәсәк эштәр, хыялдар күп – өлгөр генә! Ҡатын-ҡыҙ мәшәҡәте былай ҙа етерлек, шул уҡ ваҡытта ғаиләңә лә, үҙеңә лә ваҡыт табыу, көн һайын ниндәйҙер яңылыҡ асыу, өйрәнеү, китаптар уҡыу, гөл-сәскәләр үҫтереү мөһим. Һәр тыуған көнөмдә ошо эштәремде барлайым, тормошҡа ашҡандары өсөн хуплайым, киләсәккә яңыларын билдәләйем һәм был тормошта йәшәүемә ҡыуанам.
Һеҙҙең өсөн иң ҡәҙерле бүләк?
Яҡындарымдың бәхетле йылмайыуы.
Луиза Ҡаһарман ҡыҙы, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙҙең бар изге теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.