20 февр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Фермерҙар форумы үтте

Кисә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының XXIII конференцияһы үтте. Унда фермер хужалыҡтарын үҫтереү, дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең перспектив йүнәлештәрен билдәләү мәсьәләләре ҡаралды, ассоциацияның үткән йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Форумда райондың танылған фермерҙары: Октябрь ауылынан Айрат Шәрәфетдинов, Юлыҡтан Борис Миңлебаев, Һаҡмарҙан Радик Арғынбаев, Йомаштан Азамат Шахмөхәмәтов ҡатнашты.

Тарих йылы айҡанлы

Илдә иғлан ителгән Рәсәй тарихы йылына арнап ошо көндәрҙә Түбә мәҙәниәт йортонда йырға-моңға һуғарылған концерт булды. Уны балалар йорто коллективы һәм мәктәп уҡытыусылары уҙғарҙы. Шулай уҡ был cарала урындағы биләмә башлығы М.Ф. Хәсәнова тамашасыларға буласаҡ һайлау тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Бокс – көслөләр спорты

Киләһе аҙнала райондың спорт тормошонда ҙур ваҡиға көтөлә – 21-25 февралдә 1998-1999, 2000 йылғы үҫмерҙәр араһында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының асыҡ, шәхси-командалы беренселеге үткәреләсәк. Турнир Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә һәм “Көнсығыш” зонаһы уҡыусыларының III спартакиадаһына арнала.
А. ИШНАЗАРОВ.

Йыр-моң беҙҙе осраштыра

Ошо көндәрҙә Ишбирҙе ауылының “Атайсал” һәм “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары менән берлектә Ишмырҙа ауылында булып, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһап ҡайттыҡ. Ул ике яҡ өсөн дә бик фәһемле осрашыу булды. Аралашыу концерт һуңынан аш-һыуҙан һығылып торған сәй табыны артында дауам итте. Беҙгә көс, дәрт биреп, күңелдәрҙе күтәргәндәре, йылы ҡабул иткәндәре өсөн Ишмырҙа ауылы биләмәһе хакимиәтенә, ауыл халҡына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлсирә Вәлиева.
Ишбирҙе ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.