13 февр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Йәштәргә – дәүләт ярҙамы

Ошо кесе йомала муниципаль район хакимиәтенең ултырыштар залында ауылда йәшәүселәргә тәғәйенләнгән дәүләт программалары менән таныштырыу маҡсатында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эш төркөмө ауыл биләмәләре йәштәре вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе.
Унда шулай уҡ Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡыуҙы тамамлаусыларҙы эш менән тәьмин итеү бүлеге мөдире А.М. Мөхәмәтшин, Рәсәй ауыл йәштәре союзы вәкиле И.И. Аҡбашев, муниципаль район хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр һәм кадрҙар менән эшләү буйынса беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы, мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре ҡатнашты.
Үҙенең сығышында Азат Миңлеғәле улы ауыл ерендә йәшәүсе йәштәр өсөн булдырылған дәүләт программалары тураһында мәғлүмәт бирҙе. Илнар Илһам улы иһә “2012-2014 йылдарҙа яңы эш башлаусы фермерҙарға ярҙам итеү” маҡсатлы программаһы һәм “2012-2014 йылдарға Башҡортостан Республикаһы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарының ауыл хужалығы тәьминәт-һатыу кооперацияһын үҫтереү” тармаҡлы маҡсатлы программаһы буйынса мәғлүмәт бирҙе. Ул шулай уҡ Рәсәй ауыл йәштәре союзы, уның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторының әйҙәүсе белгесе Р.Фәйзуллин һәм мәғлүмәт-консультация үҙәгенең белгес-эксперты Ф.Баййегетов ауылда йәшәүсе һәм эшләүсе йәштәргә, белгестәргә тәғәйенләнгән маҡсатлы дәүләт программаларында ҡатнашыу тәртибе, шарттары тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Унан һуң район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин 2011-2015 йылдарға ҡабул ителгән Урал аръяғы төбәген иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы Программаһының үтәлеше, райондың перспектив үҫеше һәм киләсәккә пландар менән таныштырҙы.
Кәңәшмә һуңында йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Айбулат Ишназаров.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.