17 февр. 2012 г.

Һөйөнөслө яңылыҡ


Ярат мәктәбенә — яңы автобус!

Район башлығы биргән һүҙендә торҙо
14 февраль Ярат мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр өсөн иҫтәлекле лә, шатлыҡлы ла көнгә әүерелде. Был көндө “УралСиб” банкы ААЙ-һы “Ирекле иғәнә” Программаһы буйынса мәктәпкә автобус бүләк итте. Бер миллион 200 мең һумлыҡ транспорт балаларҙың уңайлылығы өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән. 22 урынлыҡ автобуста ике медицина аптечкаһы, һәр ултырғыста хәүефһеҙлек ҡайышы, багаж һалыу өсөн айырым урын булдырылған. Ул бик йылы булыуы менән дә ҡыуандыра.
Ярат мәктәбендә 112 уҡыусы белем ала. Шуларҙың 38-е Ғүмәр, Йәрмөхәмәт ауылдарынан йөрөп уҡый. Шуға күрә мәктәп яңы автобусҡа күптән мохтаж ине.

Мәктәп директоры Миләүшә Азамат ҡыҙы Юлдашбаева: “Беҙҙең коллектив, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр автобус алырға ярҙам итергә вәғәҙә биреп, уны үтәгән муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡовҡа бик тә рәхмәтле. Шулай уҡ район етәксеһенең һәм уның урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллиндың тырышлығы менән Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр мәктәптәренә компьютер ҙа бирелде. Был балаларға тырышып уҡырға, ә уҡытыусыларға хеҙмәтен тағы ла яҡшыраҡ башҡарырға көс-дәрт өҫтәй”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты.
2006 йылдан Ярат мәктәбендә водитель булып эшләгән Кәбир Зәбир улы Мырҙабаев та яңы ҡорос атына ҡыуанып бөтә алмай. Эйе, иҫке транспортты ҡоршап арыған, уның менән иң яуаплы мәлдә юлда боҙолоп ултырған кешеләр уны яҡшы аңлайҙыр.
Яңы автобусты күреү менән уҡыусылар мәктәп алдына йыйылды. Кескәйҙәр иһә шунда уҡ уның эсенә инеп урынлашты. Күңелле йырҙар йырлаған балаларҙы К.З. Мырҙабаев ауыл урамдары буйлап йөрөтөп килде.
Эйе, бәхетле бала саҡ өсөн күп кәрәкмәй. Ярат мәктәбе уҡыусыларының да район, республика буйынса сәйәхәт итеү тураһындағы хыялдары тормошҡа ашыр, улар тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшер тип ышанабыҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.