5 февр. 2012 г.

Кәңәшмәләр

Бөгөн Баймаҡта БР Урал аръяғының дала һәм тау-урман зоналарында мал ҡышлатыу барышы һәм 2012 йылдың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтә. Уның эшендә БР ауыл хужалығы министры Э.Ф. Исаев етәкселегендәге делегация, район хакимиәте башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы һәм бүлек начальниктары ҡатнаша.
Гәзитебеҙҙең был һаны ошо сараға арнала.
Кәңәшмәнең эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Һандар һәм факттар

  • Районда 21 ауыл хужалығы предприятиеһы, 187 КФХ, 17 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ бар. Былтыр АПК өлкәһендә эшләгән бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 46 берәмеккә артҡан.
  • Дөйөм сәсеү майҙаны 109 мең гектар тәшкил итә.
  • 2011 йылда тулайым 2 млрд 201 млн һумлыҡ продукция етештерелгән, был уҙған осорға ҡарағанда 17,5 процентҡа күберәк. Үҫемлекселек продукцияһы 991 млн һум (7 тапҡырға артҡан), малсылыҡтың тулайым продукцияһы 1 млрд 210 млн һум тәшкил итте.
  • Уҙған йылда 749 тонна һөт продукцияһы (пакетланған һөт һәм ҡатыҡ),1053,4 тонна икмәк, 5,2 тонна кондитер изделиелары, 8,8 тонна туңдырылған ит ярымфабрикаттары, 6 тонна колбаса изделиелары һәм деликатестар етештерелгән. 167 тонна он һәм 990 тонна ҡатнаш аҙыҡ сығарылған.
  • Районда техник потенциалды яңыртыу дауам итә. Былтыр 10 млн һумдан ашыу суммаға техника һәм ҡоролмалар алынған, был 2010 йылға ҡарағанда 2,5 тапҡырға күберәк.
  • БР Президенты һәм Хөкүмәтенең ныҡлы ярҙамы ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа ҙур роль уйнаны. Республика һәм федераль кимәлдәге бюджеттан 60 млн һум субсидия бүленде.
  • Көньяҡ-көнсығыш төбәкте иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу дауам итә. Былтыр ошо проект сиктәрендә Баймаҡта ҡеүәтле ит эшкәртеү комбинаты файҙаланыуға тапшырылды.
  • Бөгөн районда 42259 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 20491 һауын һыйыры, бөтә төр хужалыҡтарҙа 9028 баш йылҡы аҫрала.
  • Темәстә тәүлегенә 70 тонна һөт эшкәртеүгә һәләтле һөт комбинаты төҙөлә, уны быйыл асыу күҙ уңында тотола.
  • “Аҡморон” АХК-һы, “Байҡара” агрофирмаһы, “Ҡолонсаҡ” ЯСЙ-һы башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы статусына эйә. «Толпар», «Богачёвка» ЯСЙ-ларында ла тоҡомсолоҡ репродукторҙары булдырыласаҡ.
  • ”Баймаҡ” ғилми -производство берекмәһе менән “Аҡморон” АХК-һы – йылҡысылыҡ спорты буйынса республикала киң танылыу алған хужалыҡтар. Тәүгеһендә “Аҡъял” ипподромы уңышлы эшләй, унда республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштар даими ойошторола.
  • Республика Хөкүмәте кимәлендә төбәктең, шул иҫәптән Баймаҡ районының, ауыл хужалығын үҫтереү буйынса айырым программа әҙерләнә.

“Йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ”

Райондың агросәнәғәт комплексы бөгөн ниндәй мәшәҡәттәр менән йәшәй? Мал ҡышлатыу, үҫемлекселек тармағын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү нисек бара? Яңы осорға ниндәй уй-ниәттәр билдәләнә, ниндәй проекттар тормошҡа ашырыласаҡ? Ошо һорауҙарға яуап биреүен һорап, беҙ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Р.Р. Әбүбәкировҡа мөрәжәғәт иттек. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
Районда малсылыҡ тармағын ҡышлатыу миҙгеле ойошҡанлы бара. Ныҡлы мал аҙығы базаһы малды имен ҡышлатыу, продукция етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге бирә. Тулайым, көндәлек уртаса һауым кимәле үткән осорға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Айырыуса Ленин исемендәге, “Рассвет”, “Уңыш”, “Байҡара”хужалыҡтарында, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә эштәр көйлө бара. Йыл башынан 412 баш быҙау алынған, был эш Ленин исемендәге, “Байҡара”, “Уңыш” хужалыҡтарында яҡшы ҡуйылған.
Мөһим кампания – яҙғы баҫыу эштәренә лә күп ваҡыт ҡалманы. Быйыл беҙгә 64 мең гектарҙа иген, 10 мең гектарҙа техник һәм 36 мең гектарҙа мал аҙығы культуралары сәсеү бурысы тора. Ҡаты бойҙай, борсаҡ, ҡарабойҙай, майлы етен (лен.– ред.), майлы шипкән (рыжик.– ред.) кеүек иҡтисади яҡтан табышлы культуралар майҙандары артасаҡ. Бөгөн был яуаплы миҙгелгә әҙерлек ҡыҙа бара. Һалынған 13377 тонна орлоҡтоң 80 проценты таҙартылды. Ленин исемендәге, “Октябрь”, “Урал”, “Рассвет”, Салауат исемендәге, “Таналыҡ”, “Союз”, “Толпар” хужалыҡтары был эште тамамланы, башҡаларында дауам итә. Шул уҡ ваҡытта 53 тонна кукуруз һәм борсаҡ орлоғо алаһы бар. Бөгөнгә яҙғы иген культуралары орлоғоноң 93,4 проценты тикшерелгән.
Сәсеүҙә минераль ашламалар ҡулланыу мөһим урынды биләй. Быйыл беҙгә 6 мең тонна ашлама һәм 10 млн һумлыҡ ағыулау препараттары һәм гербицидтар талап ителә.
Машина-техника паркының ныҡ туҙыуы бер кемгә лә сер түгел. Әле район хужалыҡтарында техника, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау дауам итә. Был эш менән “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә, Ленин исемендәге, “Уңыш”, “Рассвет”, “Йылайыр” хужалыҡтарында әүҙем шөғөлләнәләр. Бөгөнгә бөтәһе 495 тракторҙың 346-һы, 153 йөк автомобиленең 127-һе төҙөк.
Яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Быйыл Күлтабандағы мегаферма төҙөлөшөнөң беренсе сираты сафҡа инәсәк – бының өсөн республика бюджетынан 40 млн һум аҡса бүленде. 3-сө кварталда унда 500-600 баш тоҡомло тана индереү күҙ уңында тотола. Шул уҡ ваҡытта Ленин исемендәге һәм “Рассвет” АХК-лары “2012-2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында 500 һөтсөлөк фермаһын комплекслы модернизациялау” маҡсатлы программаһында, 5 фермер хужалығы “Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү” программаһында ҡатнашыу өсөн заявка бирҙе.
Ғөмүмән, беҙ йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ һәм көтөләсәк кампанияларҙы аграрийҙар тейешле кимәлдә атҡарып сығыр тигән ышаныстабыҙ.
Азамат Мөхәмәтшин әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.