13 февр. 2012 г.

Уңғандар беҙҙең арала


Аҡморон” АХК-һы йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү буйынса районда иң уңышлы эшләгән хужалыҡтарҙың береһе. Төбәктә генә түгел, республикала ла башҡорт тоҡомло йылҡы үрсетеү буйынса билдәле тоҡомсолоҡ репродукторы булып танылған һәм йылҡысылыҡ спорты өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға ирешкән хужалыҡ был йүнәлештә үткән осорҙа ла һөҙөмтәле эшләне. Предприятие арғымаҡтары “Аҡбуҙат” ипподромында, төбәк һәм район кимәлендәге ярыштарҙа иң етеҙҙәре булып танылды, производствола ла яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Ҡымыҙ һатыуҙан – 800 мең, тоҡомло йәш мал һатыуҙан 740 мең һум табыш алынған. Шул уҡ ваҡытта тоҡомсолоҡ репродукторы өсөн – 630 мең, ҡымыҙ етештергәнгә 930 мең һум субсидия бирелгән. Хужалыҡ етәксеһе Р.Р. Әсәнов әйтеүенсә, артабан йылҡы һанын, айырыуса бейә малын арттырыу, спорт аттарын тәрбиәләүгә иғтибарҙы көсәйтеү маҡсат итеп ҡуйыла.
Тармаҡтағы уңыштарҙа йылҡысылыҡ бригадаһының хеҙмәте ҙур. Йылҡы көтөүсе булып эшләгән Ғәфүр Үҙәнбаев үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған. Үткән йыл йомғаҡтары буйынса Ғәфүр Насип улы район хеҙмәт ярышында еңеп, “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә лайыҡ булды.

А.Салауатов.
А.Ишназаров фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.