29 февр. 2012 г.

Хәтер

Игенсе тигән даны ҡалды

Данлыҡлы агроном Ю.П. Моряковтың тыуыуына – 75 йыл
Тормош ҡанундары аяуһыҙ: шатлыҡтары менән бер рәттән ҡайғыһы ла булып тора. Ләкин уларҙың бер мәлгә тура килеүен нисек аңларға? Әсе яҙмыш типме? Юрий Петрович Моряков менән дә тап шулай булды. Теүәл ун биш йыл элек уның 60 йәшлек юбилейы бөтә район кимәлендә ҙур тантана итеп ойошторолғайны. Ә бер аҙна ла үтмәҫтән ул мәрхүм булып ҡалды...

Моряков үҙ ғүмеренең утыҙ ете йылын яратҡан игенсе шөғөлөнә бағышланы. Ошо йылдарҙың егерме дүрте “Йылайыр” совхозына тура килә. Бик һирәктәр генә бер урында белгес булып ошолай оҙаҡ йылдар эшләй алалыр. Етмәһә, республиканың иң ҙур игенселек хужалығында. Әйткәндәй, тәү ҡарамаҡҡа ғәжәп һымаҡ тойолһа ла, Өфө ҡалаһынан сыҡҡан егет шундай шәп агроном булып киткән.
Хәҙер патриотизм, Тыуған ил алдында бурыс, үҙ эшеңә бирелгәнлек кеүек төшөнсәләр нисектер онотола бара. Ә бына данлыҡлы агроном өсөн улар ҡоро һүҙҙәр генә булманы, уның тормош асылын билдәләне, йәшәү мәғәнәһенә әйләнде. Уны бер нисә тапҡыр Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренә, республиканың башҡа райондарына эшкә саҡырҙылар. Ләкин Юрий Петрович һәр төрлө ҡыҙыҡтырғыс вәғәҙәләргә ымһынманы, ә Баймаҡ еренә тоғро булып ҡалды.

Йылайыр” совхозына Ю.Моряков тәжрибәле белгес булып килде. Ул хеҙмәт юлын 1960 йылда “Победа” колхозында (хәҙерге “Рассвет” АХК-һы) башланы, ә һуңынан “Һәүәнәк”, “Баймаҡ” совхоздарында, Баймаҡ тәжрибә хужалығында эшләне. Ун өс йыл арауығында бай тәжрибә тупланы, оҫта белгес булып танылды. Уның фекеренсә, тәжрибә хужалығында үткәрелгән дүрт йыл айырыуса уңышлы булған. Тап бына ошо хужалыҡта ул агроном булып тамам формалаша, сөнки белгестең эҙләнеүҙәргә ынтылышы, ижади эше хужалыҡ етәкселәре тарафынан да, урындағы ғалимдар яғынан да киң яҡлау таба.
Юрий Петровичтың агроном оҫталығы тап «Йылайыр» совхозында тулыһынса асылды. Даими ижади эҙләнеүҙәр мул уңыш булып емештәрен бирә килде. Хужалыҡта игенселектең тупраҡ һаҡлау системаһын индереү, хеҙмәтте ойоштороуҙың яңы алымдарын үҙләштереү һәм башҡа күп яңылыҡтар күренекле белгестең исеме менән бәйле. Йылайыр ерендәге хеҙмәттәре өсөн Ю.П. Моряков Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар менән бүләкләнде, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған агрономы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ул төрлө форумдарҙың эшендә ҡатнашты, атап әйткәндә, СССР профсоюздары съезына делегат булып барҙы, данлыҡлы халыҡ академигы Т.С. Мальцев менән осрашты.
Бындай абруйҙы агроном үҙенең күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте менән яуланы. Уны “Йылайыр” игенселәренең уңыштарында ла күрергә мөмкин. 1986 йылда хужалыҡта иген культураларының уртаса уңышы 29 центнерға яҡынлашты. 1992 йылда был кимәлде лә уҙып киттеләр. Ә бит баҫыуҙарҙың майҙаны ниндәй киң ине! Утыҙ мең гектарға яҡын. Бына шуға күрә лә район һөҙөмтәләре күп яҡтан йылайырҙарҙың уңышына ныҡ бәйле ине.
Элегерәк иһә бындай даими ҡаҙаныштар булмай торғайны, һыу-ел эрозияһы ҡазаға әйләнә башлағайны. Әйтәйек, 1974 йылда йылайырҙарҙың күрһәткесе бөтә Урал аръяғы совхоздары араһында иң түбәне булды (элекке агрономия хеҙмәтенең эш һөҙөмтәһе).
Һәйбәт уңыш – ифрат ҙур хеҙмәт, эҙләнеүҙәр ул, – тип һөйләгәйне Ю.П. Моряков. – Агрономдың эше ижади хеҙмәт кешеләренекенә оҡшаған: ниндәйҙер бер фекерҙе бойомға ашырыу өсөн йылдар талап ителә. Ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшһәң, ысын мәғәнәһендә ижад шатлыҡтары кисерәһең. Әлбиттә, үкенгән саҡтар ҙа була. Ҡайһы ваҡыт һине аңламайҙар йәиһә аңларға теләмәйҙәр. Беҙҙең эштә етәкселәрҙең яҡлауы-хуплауы айырыуса мөһим.
Агрономдың уңышы эшенә вазифа бурыстарын үтәү генә тип ҡарамай, ә уға мөкиббән бирелеп, янып йәшәүендә. Белгестең ҙур абруйы ла, инаныуы ла, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе лә ярҙам итте уға. Фекерҙәштәренең күп булыуы ла мөһим әһәмиәткә эйә булды. Хужалыҡта уның башланғыстарын шунда уҡ күтәреп алалар, уларҙы тормошҡа ашырыу сараһын күрәләр ине. Мәҫәлән, Борис Фролов, Зөлфрит Ғәзиев, Риза Яхин, Мөҙәрис Салихов, Аврар Сафин кеүек урта звено етәкселәре Юрий Петровичтың ышаныслы таянысы булды.
Журналист булараҡ, агроном тормошоноң тағы ла бер йүнәлешен билдәләп үтмәй булдыра алмайым. Ул район һәм республика гәзиттәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте, алдынғы тәжрибәне таратты, ерҙең уңдырышлылығын һаҡлап ҡалыу, нисек юғары уңыш алыу тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Бына шуға күрә лә Ю.П. Моряковтың “Советская Башкирия” гәзите лауреаты, ә беҙҙең районда С.Мифтахов исемендәге журналистика премияһына лайыҡ булыуы һис тә осраҡлы түгел.
Һуңғы тапҡыр Ю.П. Моряков менән 60 йәшлек юбилейына әҙерләнгән мәлендә һөйләштем. Мин уны һәр ваҡыт күтәренке кәйефле, шат күңелле һәм үҙенә ышанған ҡиәфәттә күрергә өйрәнгәйнем. Һәр кемде йор һүҙе, төрлө лаҡаптары менән әүрәтеүенә, ә кәйефе айырыуса күтәренке булған саҡта йыры менән һөйөндөрөүенә күнегеп киткәйнек. Был юлы иһә агроном нимәгәлер бойоҡ һәм борсоулы ине. Яңыраҡ кисергән сире йоғонто яһағанмы, әллә буласаҡ юбилей мәшәҡәттәренә борсоламы – аңламаным. Күрәһең, икеһе лә булғандыр инде, етмәһә, хаҡлы ялға йыйыныусы белгесте тыуған еренең яҙмышы ла уйландырғандыр.
Бөгөнгө бөтә ауырлыҡтарҙы Ельцин режимына ауҙаралар, – тигәйне Юрий Петрович, – ә бит эш унда ғына түгел. 1992 йылдан бирле техниканы яңыртҡаныбыҙ юҡ, ашламалар, гербицидтар аҙ. Ҡыҫҡаһы, эш тарҡалыуға бара. Өҫтәүенә, хеҙмәтте ойоштороуҙа ла хәл хөртәйә. Ергә ереккәндәрҙең совхоздан китеп, фермер була башлауы ла борсолдора. Улар менән мөнәсәбәтте яйға һалырға һәм ергә тәрбиәне яҡшыртырға кәрәк ине. Баҫыу хужаһы бөлгөнлөк хәленә ҡалған. Рәсәй телевидениеһында ауыл эшсәндәре хаҡында ләм-мим, әйтерһең, ауыл хужалығы тармағы бөтөнләй юҡ. Был тәңгәлдә беҙҙең республикала хәл яҡшыраҡ һымаҡ. Тик бына урындағы проблемалар тынғы бирмәй...
Эйе, ысын Игенсе булараҡ, Ю.П. Моряков ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем тыуған еренең яҙмышы тураһында хәстәрлек менән йәшәне. Уның данлы хеҙмәтен район халҡы онотмай. Баймаҡ ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтә, йыл һайын иң юғары уңыш үҫтергән агрономға Ю.П. Моряков исемендәге махсус приз тапшырыла. Тиккә генә Буранбай Күсәбаев уның иҫтәлегенә яҙған шиғырын ошондай һүҙҙәр менән тамамламай:
Арабыҙҙан иртә киттең
Баймаҡ игенсеһе Юра,
Һинең ерҙәге эштәрең
Яҡты йондоҙ булып яна!
Рәшит Үтәев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.