8 февр. 2012 г.

Саралар

Һалҡын ҡыштағы йылы осрашыу

Һәләтле кеше һәр нәмәлә лә һәләтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Ошо көндәрҙә Ярат ауылында Ғәлимә Әхмәтованың “Күңелем түренән” тип аталған китабының исем туйында булғанда башымда тик шундай уйҙар ғына өйөрөлдө...

Күңелендә тыуып үҫкән ауылына, дуҫ-туғандарына оло һөйөү йөрөткән, йәш быуынға телебеҙ нескәлектәрен, динебеҙҙең бөтмәҫ хазина икәнлеген төшөндөрөүгә үҙенең ҙур өлөшөн индергән, балаларға тәрбиә биреүҙе үҙенең яҙмышы итеп алған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, РФ мәғариф отличнигы, хеҙмәт ветераны, 2006 йылда Республика сәсәндәр бәйгеһе лауреаты, Салауат йыйыны сәсәндәр бәйгеһе дипломанты ул Ғәлимә апай. Яңыраҡ донъя күргән “Күңелем түренән” тигән китабында уның шиғырҙары, бәйеттәре, мөнәжәттәре урын алған.
Ярат мәктәбендә ойошторолған кисәгә Ғәлимә апайҙың йәшлек дуҫтары, класташтары, ауылдаштары, мәктәп балалары йыйылды. Кисәне асып, мәғариф ветераны Рәсимә Назарова авторҙың тормош юлы менән таныштырҙы.

Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы Ярат ауылында тыуып үҫкән, ошонда урта мәктәпте тамамлаған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында юғары һөнәри белем алғандан һуң, районыбыҙҙың Темәс, Икенсе Этҡол, Татлыбай мәктәптәрендә балалар уҡыта. Тормошҡа сыҡҡас, 1967 йылда Сибай ҡалаһына күсеп киләләр һәм Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы Сибай интернат-мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй. Унда эшләү дәүерендә төп эшенән тыш халыҡ йырҙары, ҡумыҙ түңәрәктәрен дә алып бара. Хаҡлы ялға сыҡҡас, дин юлына баҫа, йәш быуынға сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.
Ғәлимә апайға һүҙ бирелгәс, ул осрашыуға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Мине ололауығыҙ, хөрмәтләп килеүегеҙ өсөн рәхмәт. Йырларға яратам, шиғыр, арнауҙар, бәйеттәр, мөнәжәттәр яҙам, ә китап яҙырға уйымда ла юҡ ине. Бына хәҙер шуларҙы туплап, үҙенсәлекле бер йыйынтыҡ эшләргә булдым. Ул минең, яҡындарымдың тормош юлы хаҡында һәм киләсәк быуындар өсөн мәңгеләштерелгән үҙенсәлекле бер шәжәрә”, – тине ул.
Мин шағирә лә, сәсән дә түгел тиһә лә, Ғәлимә апайҙың шиғырҙарын матур итеп яттан һөйләп ебәреүе иң тулҡынландырғыс мәл булғандыр, моғайын. “Яратым”, “Бесән мәле”, “Биртек” кеүек шиғырҙары һәр кемдең күңеленә май булып яғылды, күрәһең – зал алҡыштарға күмелде. “Яратам мин айлы төндө” тип аталған шиғырына Юлай Моратов яҙған йырҙы үҙе башҡарыуын да халыҡ яратып ҡабул итте. “Был донъяла ниҙәр кәрәк?”, “Балаҡайҙарым”, “Иман йортона киләйек” тигән мөнәжәттәре заман проблемаларын күтәреүе менән күңелдә уйылып ҡалды.
Артабан Ғәлимә апайҙың бала саҡ әхирәте Мәғәтифә Йәнбирҙина, Миңлехан Мөхәмәтйәнов, Ильяс Дәүләтбаев, Әнүәр Мырҙабулатов, Маһикамал Аласова һ.б. сығыш яһаны, үҙҙәренең балалыҡ, йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлашты, мәрәкәләрен иҫләп, халыҡты көлдөрөп тә алды. Матур тәьҫораттар ҡалдырған кисә йыр-моң менән үрелеп барҙы. Мәктәп уҡыусылары Рәйсә Мырҙабулатова, Гөлзифа Юлдашбаева дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрһә, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре “Көймә килә” тигән халыҡ йыры менән сығыш яһаны. Шулай уҡ кисәне музыкаль яҡтан Ярат егете Рәмил Мәхийәнов биҙәне, моңло йырҙары менән дә ҡыуандырҙы.
Аралашҡан ваҡытта Ғәлимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙын һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡан, тип уйларлыҡ та түгел. Дәртле, күңеле менән йәш булғанғалыр, йөҙгә лә йәш күренә ул.
Йәштәрҙә илгә, тыуған яҡҡа һөйөү орлоҡтары сәскән, ауылдаштарын иманға саҡырып оран һалған замандашыбыҙҙың ижади ҡомары һүрелмәһен, тип теләргә генә ҡала.
Сәлимә Кейекбирҙина.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.