10 февр. 2012 г.

Осрашыуҙар

Баймаҡ студенттары һәр саҡ әүҙем

Ғәҙәттә, студент тиһәң, дәрестә йоҡо һимертеүсе йәки бөтөнләй лекцияларға йөрөмәгән, сессиянан сессияға ғына китап тотҡан, һәр ваҡыт ниндәйҙер тарихҡа тарып ҡына барған мәңге ас бәндә күҙ алдына килә. Һан яғынан күп булмаһа ла, студенттар араһында ундайҙар ҙа осрай. Көләмәстәр ҙә тап шундайҙарҙы тәнҡитләй. Әммә үткән аҙналағы осрашыуҙан һуң: “Шөкөр, баймаҡтар араһында ялҡау студенттар юҡ икән”, – тигән фекер уянды.
Осрашыу кисәһе тотошлайы менән студенттарҙың концерттарынан, улар тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙән ҡоролғайны. Бигерәк тә Сибай педагогия колледжы менән Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡыусылары йыр-моңға маһирлығы, йор һүҙлеге, шаянлығы менән тамашасы күңелен яуланы. “Экзотик” бейеү студияһы ҡыҙҙарының сығыштары ла сараға биҙәк өҫтәне. Ә алып барыусылар Сөмбөл Юлбахтина менән Руслан Хисамиев үрҙә телгә алған ялҡау студенттар тураһында ла, йылғыр, теле менән телеп һалғандар хаҡында ла ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрҙө, викторина үткәрҙе. Унда еңгән студенттар кискеһен үтәсәк дискотекаға бушлай билет, башҡа төрлө приздар менән бүләкләнде.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов районыбыҙҙа белгестәрҙең етешмәүе хаҡында телгә алды. “Беҙ һеҙгә ярҙам итерлек программа булдырырға тейешбеҙ. Медиктарға 16 фатирлыҡ йорт һалдырҙыҡ. Уҡытыусыларға, бүтән белгестәргә фатирҙар буласаҡ. Шуға күрә тыуған яҡҡа ҡайтығыҙ! Баймаҡ ере, уның ресурстары – һеҙҙеке. Ә беҙ һеҙгә ярҙам итербеҙ. Әйҙәгеҙ, проблемаларҙы бергәләп хәл итәйек!” – тип саҡырҙы ул. Артабан иң әүҙем 14 студент – Фәниә Ҡотосова (ӨДАТУ), Лилиә Моталлапова (ӨДАТУ), Айҙар Ғүмәров (БДМУ), Радик Байрамғолов (БДУ-ның Сибай институты), Хәлил Аралбаев (БДМУ), Гөлйемеш Баянова (БАХТ), Гөлнәзирә Нәүширбанова (105-се ҺЛ), Лилиә Тимербулатова (СДПА), Азалия Ҡунысбаева (СФКИ), Искәндәр Йәнбәков (Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы), Әлфинур Ҡотлогилдина (БДУ), Иҙел Аралбаев (З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы), Юлдашбай Янбаев (ӨДАТУ), Альбина Таһирова (Сибай педколледжы) – Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ҡалабыҙҙың Почетлы гражданы Исмәғил Мөхәмәтйәнов үҙенең студент тормошо хәтирәләренә бирелде, йәштәрҙе тормош ауырлыҡтары, һайлауҙар алдында юғалып ҡалмаҫҡа өндәне.
Артабан муниципаль район хакимиәте, уның бүлектәре етәкселәре студенттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар күпселектә маҡсатлы йүнәлтмәләр, мәғариф өлкәһендә ниндәй белгестәр кәрәк булыуы тураһында булды.
Кисә һуңында Баймаҡ яҡташ студенттар берлеге рәйесе Юлдашбай Янбаев менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
Бөгөнгө осрашыу барыһы өсөн ҡыҙыҡлы ғына түгел, фәһемле лә булғандыр. Тағы ниндәй саралар ойоштороу ниәте менән янаһығыҙ?
Элек бындай саралар булған, әммә туҡтап ҡалған. Беҙ яңынан тергеҙеп, өс йыл элек физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт ярыштары үткәргәйнек. Былтыр һәм быйыл муниципаль район хакимиәте һәм йәштәр секторы инициатор булды: аҙна буйына көн һайын спорт ярыштары ойошторҙо, бассейнда студенттар өсөн ташлама яһалды. Киләсәккә пландарға килгәндә, апрель айында “Баймаҡ һылыуҡайы-2012” конкурсын үткәрергә тип дәртләнеп йөрөйбөҙ, һуңыраҡ мәрхәмәтлелек акцияһы ойоштороп, унан төшкән килемде Түбә балалар йортона тапшырмаҡсыбыҙ. Былтыр аҡса, телевизор, велосипед, 5 кеҫә телефоны һ.б. биреп Түбә балалар йорто кескәйҙәрен ҡыуандырғайныҡ. Тағы ла рок фестивале үткәреү хыялы менән янам. Шөкөр, пландар күп. Яҡташ студенттарҙың әүҙем булыуына, һәр тәҡдимде ыңғай ҡабул итеүҙәренә һәм ярҙам итеүҙәренә ҡыуанам. Өфө тирәһендәге райондар беҙҙең берҙәмлеккә, дәртле булыуыбыҙға һәр саҡ һоҡланып, хатта көнләшеп ҡарай. Ә беҙ ундай мәлдә ғорурлыҡ тойғоһо кисерәбеҙ.
... Бына шулай хәҙерге студенттар: уҡып ҡына ятмай, төрлө саралар ойошторорға ла, ҡатнашырға ла, үҙҙәрен күрһәтергә лә өлгөрә. Афарин!
Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.